Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа с. Лагерево муниципального района Салаватский район Республики Башкортостан
Рассмотрено Согласовано:
на заседании ШМО зам.директора по УВР
гуманитарных предметов _________ /Гайнанова Т.Ф./
«_____»_________2016г.
протокол №1 от /2016 Утверждаю:
Директор школы
__________/ Ситдиков Р. Д/
Приказ №
« » августа2016г.
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧЕБНОГО ПРЕДМЕТА
Башкирский язык
8 класс
на 2016-2017 учебный год
Уровень: базовый
Учитель: Садыкова Гульнур ЗакировнаРабочая программа составлена на основе примерной государственной программы по башкирскому языку для общеобразовательных школ
«Башҡорт теленән программалар» (V-XI кластар өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре ТВ.Ш.Псәнчин, Ю.В.Псәнчин. – Ижевск: КнигоГрад, 2008.
Нормативная база преподавания предмета
Рабочая программа составлена на основе следующих нормативно-правовых документов:
Конституции РФ, ст. 43;
Конвенции о правах ребенка;
Федерального закона от 29 декабря 2012 г. № 273-ФЗ "Об образовании в Российской Федерации";
Приказа № 1089 от 5 марта 2004 "Об утверждении федерального компонента государственных образовательных стандартов начального общего, основного общего и среднего (полного) общего образования" (в соответствии с изменениями);
Приказа от 9 марта 2004 г. N 1312 Об утверждении федерального базисного учебного плана и примерных учебных планов для образовательных учреждений Российской Федерации, реализующих программы общего образования;
Постановления Главного государственного санитарного врача РФ от 29 декабря 2010 № 189 «Об утверждении СанПиН 2.4.2.2821-10 «Санитарно-эпидемиологические требования к условиям и организации обучения в общеобразовательных учреждениях»;
Закона Республики Башкортостан «Об образовании в Республике Башкортостан» от 1 июля 2013 г. № 696-з;
Концепции развития национального образования в Республике Башкортостан от 31 декабря 2009 г. № УП-730;
Регионального базисного учебного плана и примерных учебных планов для образовательных организаций Республики Башкортостан, реализующих основные общеобразовательные - образовательные программы основного общего и среднего общего образования (Приказ министерства образования РБ №824 от 6 мая 2014);
«Башҡорт теленән программалар» (V-XI кластар өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре ТВ.Ш.Псәнчин, Ю.В.Псәнчин. – Ижевск: КнигоГрад, 2008.
Өлгө программалар дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарттарының икенсе быуын талаптары нигеҙендә төҙөлдө.М.Б. Юлмөхәмәтов Өфө: Китап, 2011. 80 бит.
Учебного плана МОБУ СОШ с.Лагерево (Приказ № от « » августа 2016 г).
Положения о рабочей программе МОБУ СОШ с.Лагерево (Приказ № от « » августа 2016 г
Эш программаһына аңлатма.
Лағыр урта дөйөм белем биреү мәктәбе өсөн башҡорт теленән эш программаһы икенсе быуын Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Унда үҫеш программаһының положениеһы һәм төп идеялары, төп белем биреү өсөн универсаль уҡыу иҫәпкә алынды, шулай уҡ етенсе кластың өлгө программалары менән күсәгилешлелек һаҡланылды.
Башҡорт әҙәби теле – башҡорт милли мәҙәниәтенең нигеҙе, шуға күрә мәктәптәрҙә уны ѳйрәнеүгә тѳп урын бирелә. VIII синыфтың программаһы әсә теленән булған барлыҡ эштәр-ҙең йѳкмәткеһен һәм йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Ул йүнәлештәрҙең иң мѳһиме – туған тел дәрестәрендә белем менән бер рәттән тәрбиә биреүҙе тығыҙ бәйләнештә алып барыу.
Программала уҡыусыларҙың туған телгә, һүҙгә булған ҡыҙыҡһыныуын һәр саҡ үҫтерә барыу, туған телдең байлығын, тѳрлѳ һүрәтләү сараларын күрһәтеү, һүҙ һәм уның формалар тѳрлѳлѳгѳн телмәрҙә ҡулланыуҙа ынтылыш тәрбиәләү, уҡыусыларға туған телдә аңлы белем алырлыҡ итеп уҡытыу бурысы ҡуйыла.
Бѳгѳнгѳ ижтимағи шарттарҙа мәктәп алдына икенсе быуын стандарттарына ярашлы 8 класс ѳсѳн әсә телен уҡытыуға ҡуйылған юғары талаптарҙан сығып, башҡорт телен ѳйрәнеү буйынса етди бурыстар йѳкмәтелә:
-Уҡыусыларға башҡорт теленең синтаксисы буйынса алған белемдәрҙе ҡабатлау, ҡушма һѳйләм тѳрҙәрен, ҡатмарлы синтаксик тѳҙѳлмәләрҙе ѳйрәтеү, тыныш билдәләре ҡуйылышын ҡабатлау һәм дѳйѳмләщтереү тора.
- Уҡыусыларҙың фекерләүен, танып – белеү һәләтлелеген үҫтереү;
- Әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
- Балаларҙың орфографик һәм пунктацион күнекмәләрен нығытыу;
- Башҡорт теленең байлығын, тасуирлау мѳмкинлектәрен асыу аша уҡыусыларҙа туған телде ѳйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, туған халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һѳйѳү, ғәҙеллек, донъяға киң ҡараш, кешеләр араһында татыулыҡ, ата-әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хѳрмәт тәрбиәләү.
Әсә теле дәрестәренә эш программаһы 8 кластың эш программаһында күрһәтелгән бөтә төп эшмәкәрлек төрҙәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Шулай ҙа 8 класс уҡыусылары өсөн төҙөлгән эш программаларың айырым үҙенсәлектәре бар:
беренсенән, йөкмәткенең предметлылығы;
икенсенән, уҡыусыларҙың психологик һәм йәш үҙенсәлектәре.
8 кластар ѳсѳн эш программаһы дүрт бүлектән тора:
1. «Аңлатма яҙыу»ҙа төп дөйөм белем биреүҙең маҡсатына өлгәшеү өсөн предметтың индергән өлөшө күрһәтелә. «Башҡорт теле» предметы бүлегендә шәхес, метапредмет, предмет кимәлендә өйрәнеүҙең төп һөҙөмтәләре һәм маҡсаттары билдәләнелә, башҡорт теле курсына дөйөм характеристика бирелә, базислы уҡытыу планында уның урыны күрһәтелә.
2. «Төп йөкмәтке» бүлегендә блоктарға берләштерелгән өйрәнеү материалы күрһәтелә.
3. «Яҡынса тематик план»да яҡынса курстың темалары һәм һәр бер теманы өйрәнеүгә бирелгән сәғәттәр һаны күрһәтелә, темаларҙың төп йөкмөткеһенә һәм уҡыусы эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә характеристика бирелә.
4. «Уҡытыу процесын тәьмин итеү буйынса тәҡдимдәр» хәҙерге мәктәптә башҡорт телен укытыу һөҙөмтәлерәк булһын өсөн уҡытыу һәм һәр төрлө техник сараларға характеристика бирә. Тѳп дөйөм белем биреү маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа
«Башҡорт теле» предметының өлөшө
Башҡорт теле - башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.
Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа «Башҡорт теле» предметының универсаль, дөйөмләш-тереү характерын билдәләй.
Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ укыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора. Туған тел ул баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе.
Лағыр урта мәктәбендә
башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:
1) туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү; туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын аңлау; туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү;
2) көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телде аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; төп укыу белемен һәм универсаль укыу хәрәкәттәрен (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүзлектәрҙән, сығанаҡтарҙан, Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ.б.) үҙләштереү;
3) Тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү; сти-листик һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, клас-сификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмә-рен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында ҡулланыу.
Уҡыу предметына дѳйѳм характеристика.
Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны форма-лаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.
Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын форма-лаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматикаһын байытыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.
Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.
Коммуникатив универсаль укыу эшмәкәрлеге -телмәр әшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү, ҡуйылған проблема буйынса үз ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау;
Танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге -проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү, библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау, мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу;
Регулятив универсаль укыу эшмәкәрлеге - эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ. б. тормошҡа ашырыу.
эш программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:
1) телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәрен үҙләштереү: аудирование һәм укыу:
• телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
• төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
• төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
• төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, укыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлек-тәр менән иркен ҡулланыу;
• уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте, еткерә белеү;
• стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
һөйләү һәм яҙыу:
• өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала аныҡ итеп әйтеү;
• тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә алыу;
• төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
• телдән һәм язма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
• төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү) һәм диалогты (эти-кетты үҙ эсенә алған диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу
• телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, әҙәби телдең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
• телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
• уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һөм камиллаштыра белеү;
2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау б-са алған белем һәм күнекм-ҙе предмет-ара(сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;
3) Шиғырҙарҙы һәм текст ѳлѳштәрен яттан яҙыу; текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; ҙур күләмле изложение, иншалар яҙыу; дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү; һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар; тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
Башҡорт теленең базислы белем биреү планында урыны
Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы башҡорт телен 420 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5-се класс - 105, 6-сы класс - 105,7-се класс - 70, 8-се класс — 70, 9-сы класс — 68 сәғәт.Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән
- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.
Бүлек Тема буйынса
тѳп йѳкмәтке Уҡыусылар эшмәкәрлегенең
тѳп тѳрҙәренә маҡсат
Синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Синтаксис һәм пунктуация.
Бер һәм ике составлы һѳйләмдәр.
Тиң киҫәкле һѳйләмдәр.
Айырымланған эйәрсән киҫәкле һѳйләмдәр. Бер составлы һѳйләмдәр тураһында алған белемдәрҙе нығытыу, уларҙың тѳрѳн һәм баш кисәктең морфологик бирелеү юлын билдәләү. Йыйнаҡ һәм тарҡау, тулы һәм кәм һѳйләмдәрҙе анализлау. Айырымланған эйәрсән киҫәкле һѳйләмдәр тѳҙѳлѳшѳн күҙәтеү.
I. Бүлек
Ҡушма һѳйләм.
1. Теҙмә ҡушма һѳйләм. Ябай һәм ҡушма һѳйләм
Ҡушма һѳйләм тураһында тѳшѳнсә.Теҙмә ҡушма һѳй-ләм.Теркәүесле теҙмә ҡуш-ма һѳйләм.Т.т.ҡ.һѳйләмдәр-ҙә тыныш билдәләре.
Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һѳйләмдәр. Т.т.ҡ. һѳйләм-дәрҙә тыныш билдәләре. Һѳйләмдең грамматик нигеҙен, ябай һәм ҡушма, ҡатмарлы структуралы һѳйләмдәрҙе таныу, ҡушма һѳйләм араһындағы синтак-сик бәйләнеш сараларын билдәләү. Ҡушма һѳйләмдәрҙе тѳркѳмләү.Теҙмә ҡушма һѳй-ләмдәрҙе моделләштереү, синтаксик струк-тураһын, уларҙың ѳлѳштәре араһындағы мәғәнәүи мѳнәсәбәтте анализлау, тыныш билдәләре ҡуйылышын күҙәтеү.
2. Эйәртеүле ҡушма һѳйләм. Баш һәм эйәрсән һѳйләм.
Эйәрсән һѳйләмдең эйәреү саралары.
Эйәрсән һѳйләмдә тыныш билдәләре. Эйәртеүле ҡушма һѳйләмдәрҙең баш һәм эйәрсән һѳйләмдәрен билдәләү, һѳйләм ѳлѳштәре араһындағы мәғәнәүи бәйләнеш-тәрҙе аңлау. Схемаһын тѳҙѳргә ѳйрәнеү, тыныш билдәләренең ҡуйылышын тѳшѳнѳү.
3. Эйәрсән һѳйләм тѳрҙәре. Эйә һѳйләм.
Эйәрсән хәбәр һѳйләм.
Аныҡлаусы һѳйләм.
Тултырыусы һѳйләм.
Хәл һѳйләм. Эйәрсән һѳйләм тѳрҙәрен таный һәм айыра белеү. Эйәрсән һѳйләмдәрҙең баш һѳйләм-гә эйәреү сараларын билдәләү. Эйәртеүле ҡушма һѳйләмдәрҙең синтаксик структура-һын анализлау һәм характеристикалау.
4. Хәл һѳйләмдәр Ваҡыт, урын, рәүеш,күләм-дәрәжә, сәбәп, маҡсат, шарт, кире һѳйләм. Эйәрсән һѳйләм киҫәге – хәлдең тѳрлѳ мәғәнәүи үҙенсәлектәрен иҫкә тѳшѳрѳү.
Хәл һѳйләмдәрҙең тѳрҙәрен айыра белеү.
II. Бүлек
Ҡатмарлы синтаксик тѳҙѳлмәләр Күп эйәрсәнле ҡушма һѳй-ләмдәр.К.э.ҡ.һѳйләмдәрҙә тыныш билдәләре.
Ҡатнаш ҡушма һѳйләм-дәр.Ҡатнаш һѳйләмдәрҙә тыныш билдәләре.
Теҙемдәр. Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар рәтенә ингән һѳйләмдәрҙе таныу. Ҡушма һѳйләм һәм ҡатмарлы конструкция һѳйләмдәренайыра белеү, тейешле тыныш билдәләре ҡуйылышын тѳшѳнѳү. Теҙемдәрҙең әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланыу юлдарын күҙәтеү.
һѳйләм аҙағында тыныш билдәләре.
Ѳтѳр ҡуйлыу осраҡтары.
Нѳктәле ѳтѳр ҡуйылыу осраҡтары.
Һыҙыҡ ҡуйылыу осраҡтары.
Ике нѳктә ҡуйлыу осрағы. Һѳйләм аҙағында ҡуйылған тыныш билдәләре менән бәйләнешле пунктуация ҡағиҙәләрен нығытыу. Ябай һѳйләмдәрҙә тыныш билдәләре ҡуйылышын күҙәтеү. Ҡушма һѳйләмдәрҙә ѳтѳр, нѳктәле ѳтѳр, һыҙыҡ, ике нѳктә ҡуйылышына иғтибар бүлеү, тейешле тыныш билдәһе ҡуйылы-шын иҫкәртеү.
IV. Бүлек
V-VIII кластарҙа үтелгәнде ҡабатлау. Фонетика.
Лексика
Морфология.
Синтаксис.
Фонетиканың тѳп аңлатмалалрын нығытыу, ѳндәр системаһын классификациялау. Һүҙ-ҙең лексик һәм грамматик айырмалыҡта-рын анализлау. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ тѳркѳмдәренең морфологик билдәләрен асыҡлау. Синтаксистың тѳп аңлатмаларын иҫкә тѳшѳрѳү.
Уҡыу процесында күрһәтелгән йѳкмәткеле йүнәлештәр бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә һәм интеграцияланған. Һәр бер бүлекте ѳйрәнеүҙә уҡыусылар тейешле белем һәм күнекмәләр генә үҙләштереп ҡалмай, ә телмәр эшмәкәрлеге тѳрҙәрен камиллаштыра, тѳрлѳ каммуникатив күнекмәләрҙе үҫтерә, шулай уҡ милли-мәҙәни феномен булараҡ, туған тел тураһында күҙаллауҙарын тәрәнәйтә.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеш диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Контроль эштәр өсөн тотош дәресте файҙаланыла.
Уҡыу йылы башында инеш диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә.
« Башҡорт теле» дәресенең темалар йөкмәткеһе
1.Синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау (4сәғ.)
5-6 синыфтарҙа үтелгән тыныш билдәләрен ҡабатлау. Өндәш, инеш һүҙле,тиң киҫәкле һөйләмдәр буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ябай һөйләмдәр буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Айырымланған эйәрсән киҫәктәр буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
2.Ҡушма һөйләм.(2сәғ.) Ҡушма һөйләмдәр буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау,төшөнсә.
3. Теҙмә ҡушма һөйләмдәр (7сәғ.)
А)Теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында төшөнсә.Уларҙың төрҙәре. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә,уларҙа тыныш билдәләре. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә;уларҙа тыныш билдәләре.б) Теркәүесле, теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,уларҙы һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү; ул төр ҡушма һөйләмдәргә синтаксик анализ яһай белеү.
4. Эйәртеүле ҡушма һөйләм (16 сәғ.)
А)Эйәртеүле ҡушма һөйләм.Баш һәм эйәрсән һөйләм. Эйәрсән һөйләмдең баш һөйләмгә бәйләнеү саралары. Эйәрсән һөйләм төрҙәре тураһында төшөнсә, улар эргәһендә тыныш билдәләре;хәл һөйләмдәр.б)эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,уларҙы телмәрҙә стилистик маҡсатта ҡулланырға өйрәтеү. Телдән һәм яҙыа синтаксис һәм пунктуацион анализ күнекмәһен үҫтереү.
Эйәртеүле ҡушма һөйләм бүлеге буйынса үтелгәндәрҙе йомғаҡлау һәм тәртипкә һалыу.
6.Ҡатмарлы һөйләм төҙөлмәләре (9сәғ.)
А)Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә.Уларҙың төрҙәре. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Теҙем тураһында дөйөм төшөнсә.Уларҙың стилистик роле.б) Ҡатмарлы һөйләм төҙөлмәләрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәһе; шул уҡ тип һөйләмдәрҙе һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу күнекмәһен үҫтереү.
7.Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау (7сәғ.)
Ҡушма һөйләм бүлеге буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.Өтөр ҡуйылыу осраҡтары.Нөктәле өтөр,һыҙыҡ ҡуйылыу осраҡтары. Ике нөктә,йәйә,тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары. Тыныш билдәләре ҡуйылышын дөйөмләштереү.
8.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау (6 сәғ.)
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн әсә теленән 6 класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡаралған:
Яҙма эштәрҙең төрҙәре: Һорауҙарға яуаптар, диктант-6, изложение-4, инша-9
№
п/пТема с919т Контроль эшт9р
Диктант Изложение Инша
1 Кабатлау1
2 Ҡушма һѳйләм. 1 2
3 Эйәртеүле ҡушма һѳйләм. 1 1 1
4 Хәл һѳйләм тѳрҙәре. 1 2 2
5 Ҡатмарлы синтаксик тѳҙѳлмәләр. 1 1 6 Тыныш билдәләре ҡуйылышын ҡабатлау, дѳйѳмләштереү 1 3
7 V-VIII класта үтелгәнде нығытыу. 1 V-IX класс у3ыусыларыны4 баш3орт теле буйынса белемд9рен,беле729рен /умение/ 89м к7некм9л9рен ба8алау нормалары
I.Телд2н бирг2н яуаптар6ы билд2л21 нормалары !телг2нд2р6е 7абатлау, у7ыусылар6ан яуап алыу,улар6ы8 баш7орт теле буйцынса белемд2рен ,беле162рен 32м к1некм2л2рен тикшере1,и92пк2 алыу,шуны8 мен2н берг2,ал4ан белемд2рг2 таянып, тел бер2мект2рен2,к1ренешт2рен2 а8латма бирерг2 0йр2те1 алымдарыны8 бере3е и92пл2н2.
У7ыусыны8 яуабын ба3ала4анда,т1б2нд2ге критерий6ар мен2н эш ителерг2 тейеш:
Яуапты8 тулы 32м д0р09 булыуы;
1телг2нде а8лы 16л2штере1,а8лау ким2ле;
Яуапты8 телм2р т060л0ш0,262би тел нормаларына ярашлы булыуы.
У7ыусыны8 телд2н бирг2н яуабы 1телг2н материалды8 у7ытыусы т27дим итк2н 0л0ш0н2 логик э6м2-э6лекле а8латманы эсен2 ал4ан б2йл2нешле телм2р булыр4а,яуап бире1се баланы8 0йр2нелг2н 7а4и62л2рг2,билд2л2м2л2рг2 таянып эш ит2 беле1ен к1р32терг2 тейеш. «г2р у7ыусы:
т27дим ителг2н теманы тулы а8лат3а,тел т0ш0нс2л2рен2 д0р09 билд2л2м2 бир32;
1телг2н материалды тулы а8лауын,белемд2рен практик 7уллана беле1ен к1р32т32;
Материалды э6м2-э6лекле 32м 262би тел нормаларына ярашлы а8лат3а, уны8 яуабы «5» билд23е мен2н ба3алана.
«г2р у7ыусы «5» билд23ен 7уйыу талаптарына ярашлы яуап бир32,л2кин 3ир2к я3ала тор4ан хаталар еб2реп т2 у7ытыусы и9к2рте1ен2н 3у8 улар6ы т062теп бар3а,теленд2,телм2р т060л0ш0нд2 3ир2к-3ая7 я8ылышлы7тар кит32,уны8 яуабы «4» билд23е мен2н ба3алана.
«г2р у7ыусы т27дим ителг2н тема4а 7ара4ан т0п т0ш0нс2л2р6е а8лауын 32м беле1ен к1р32т32,л2кин
Материалды тулы а8лата алма3а,т0ш0нс2л2р6е8 32м 7а4и62л2р6е8 билд2л2м23енд2 хаталар еб2р32;
2йтк2н фекер62рен тулы 32м и9батлау6ы ниге6л2й белм232,16 ми9алдарын килтер2 алма3а;
Яуабында э6м2-э6лелек 3а7ланма3а,телм2р т060л0ш0нд2 хаталар бул3а,уны8 яуабы «3» билд23е мен2н ба3алана.
«г2р у7ыусы 3орал4ан материалды8 к1бер2к 0л0ш0н белм21ен,билд2л2м2л2р6е 32м 7а4и62л2р6е 2йтк2нд2 улар6ы8 т0п фекерен бо6оу4а килтер2 тор4ан хаталар еб2р32, материалды икел2не162р мен2н система3ы6 а8лат3а, уны8 яуабы «2» билд23е мен2н ба3алана
II. Диктанттар6ы ба3алау
Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.
Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.
Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.
Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:
1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;
4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).
Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:
1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,
«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.
Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.
Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:
«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,
«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,
«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,
«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.
III. Иншалар6ы 32м изложениелар6ы ба3алау
Ба3алар6ы8 т0п критерий6ары
Й0км2тке 32м телм2р т060л0ш0 Грамоталылы7Ба3алау
1.Я6ма эште8 й0км2тке3е тулы3ынса тема4а тура кил32,
2. Фактик хата булма3а,
3.Й0км2тке э6м2-э6лекле бирел32 (план буйынса й2ки план3ы6),
4. Эш лексик я7тан бай булыуы мен2 айырылп тор3а,
5.Эш тема4а 32м т0п фекер6е а8латыу ма7сатына ярашлы стилд2 я6ыл3а,телм2ре тасуири бул3а,
И9к2рм2. Бер ген2 телм2р хата3ы 32м бер ген2 й0км2тке хата3ы бул4ан я6ма эшк2 «5» билд23е 7уйыр4а м0мкин. Я6ма эшт2 1 орфографик,й2ки 1 пунктуацион,й2ки 1 грамматик хата (тим2к,б0т23е 1 ген2 хата) бул3а, «5» билд23е 7уйыла
Эште8 й0км2тке3е,ниге662,тема4а тура кил32 (теманан ситк2 ките1 бик а6 бул3а),
Й0км2тке, ниге662,д0р09 бирел32,2мм2 эшт2 бик а6 бул3а ла,фактик хаталар осра3а,
Т0п фекер6е а8латыу э6м2-э6леклегенд2 тупа9 булма4ан етеш3е6лект2р ген2 бул3а,
Я6ма эш,ниге662,синоним 31662рг2 32м синонимик грамматик формалар4а бай бул3а,
Эш бер т0рл0 стилд2 я6ылыуы 32м тасуири булыу мен2н айырылып тор3а,
И9к2рм2. Я6ма эште8 телм2р хаталары 0ст2н д2,й0км2тке3енд2ге хаталар икен2н д2 артма3а,у4а «4» билд23е 7уйыр4а м0мкин.
Я6ма эшт2 2 орфографик 32м 2 пунктуацион хата, й2ки 1 орфографик 32м 3 пунктуацион хата бул3а,й2ки бер орфографик хата3ы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-т2н,32м грамматик хаталары 2-н2н артма3а, «4» билд23е 7уйыла
Я6ма эшт2 теманы ситк2 ките1г2 7ара4ан етди хаталар бул3а,
Т0п фекер д0р09 а8латыл3а,2мм2 эшт2 фактик хаталар еб2релг2н бул3а,
Айырым 0л0шт2ренд2 т0п фекер6е а8латыу э6м2-э6леклеге бо6ол3а,
Я6ма эш бер т0рл0р2к типта4ы синтаксик конструкциялар6ан тор3а,316леге ярлы,31662р6е 7улланыу6а хаталар бул3а,
Эш тема 32м уны а8латыу (асыу)талап итк2н бер т0рл0 стилд2 я6ылма3а,
И9к2рм2. Я6ма эшт2ге телм2р хаталары 5-т2н ,й0км2ткелеге хаталар 4-т2н артма4ан х2лд2 л2,эшк2 «3» билд23е 7уйыр4а м0мкин. Я6ма эшт2 4 орфографик 32м 4 пунктуацион хата,й2ки 3 орфографик 32м 5 пунктуацион хата, й2ки 7 пунктуацион хата 32м орфографик хата3ы6 бул3а,шулар 09т0н2 4 грамматик хата еб2рел32, «3» билд23е 7уйыла
Я6ма эш тема4а тура килм232,
Фактик хаталар к1п бул3а,
Эште8 б0т2 0л0шт2ренд2 фекер а8латыу э6м2-э6леклеге бо6ол3а,текст 0л0шт2ре ара3ында б2йл2неш булма3а,плпн4а яраш3ы6 бул3а,
№16леге 4262тт2н тыш ярлы бул3а,эш 16-ара б2йл2неше булма4ан бер т0рл0 конструкциялы 7ы97а 30йл2мд2р62н тор3а,31662р 7улланышында ла хаталр осра3а,
Эшт2 стилде8 бер т0рл0л0г0н2 ирешелм2г2н бул3а,
И9к2рм2. Я6ма эшт2ге телм2р хаталары 7-н2н,й0км2тке3енд2ге хаталар 3аны 6-нанартма4ан х2лд2 л2,у4а «2» билд23е 7уйыр4а м0мкин. Орфографик хаталары 7-н2н,пунктуацион хаталары 7-н2н ,грамматик хаталар 6а 7-н2н арт3а, «2» билд23е 7уйыла
Инша 32м изложениелар я66ырыу аша у7ыусылар6ы8:
теманы аса беле1е, тел сараларын инша й2ки изложениены8 тема3ына 32м улар6а4ы т0п фекер6е а8латыу бурыстарына ярашлы 3айлай беле1е,
я64анда, грамматик нормалар4а 32м д0р09 я6ыу 7а4и62л2рен2 таянып эш ите1е тикшерел2. Шуны8 0с0н инша4а ла, изложение4а ла 32р ва7ыт ике билд2 7уйыла. Беренсе билд2 мен2н- улар6ы8 й0км2тке3е 32м телм2р т060л0ш0,икенсе билд2 мен2н грамоталылыҡ баһалана.
Материаль-техник ҡулланмалар
телевизор; DVD-дискыларкомпьютер; проектор, принтер, сканер, ноутбук;
Музыкаль үҙәк.
Уҡыу процесын тәьмин итеү буйынса тәҡдимдәр
Башҡорт теленән тейешле белем биреү, уҡыусының шәхесен һәм интеллектуаль үҫешен тәьмин итеү уҡытыу сараларына һәм уҡытыу әсбаптарына тығыҙ бәйләнгән.
Хәҙерге уҡыу йыһаҙдары күргәҙмәлелек менән тәьмин итеүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә мультимедия саралары, аудио-видеоматериалдар ярҙамында уҡыусыларҙың телмәр, фекерләү һәләтлелектәрен интенсив үҫтереүгә лә иғтибар итә. Шулай уҡ тел һәм телмәр, белем һәм күнекмәләр системаһын формалаштырыу, эшмәкәрлектең төрлө ысулдарын үҙләштереү, мәғлүмәти, коммуникатив компетенцияны тормошҡа ашырыуҙы ла күҙ уңында тотоп, дөйөм уҡыу күнекмәләрен эшкәртеүгә йүнәлдерелгән яйы белем биреү өсөн шарттар булдырылырға тейеш.
Әйтелгәндәрҙән сығып, уҡытыуҙа матди-техник саралар ҡулланыуҙың төп маҡсаты булып, уҡыу эшмәкәрлегенең репродуктив формаларынан үҙ аллы, эҙләнеү эш төрҙәре аша уҡыу эшмәкәрлегенең аналитик компонентын көсәйтеп, уҡыусыларҙың коммуни-катив мәҙәниәтен формалаштырыуҙы һәм төрлө типтағы мәғлүмәти сығанаҡтар менән эш итә белеүҙе үҙ эсенә ала.
Башҡорт теле буйынса Федераль дәүләт стандарттарын тормошҡа ашырыуҙың төп шарттарының береһе булып мәктәп практикаһында мәғлүмәти һәм коммуникацион технологияны ҡулланыу, уҡытыуҙың мәғлүмәти-эшмәкәрлек моделен эшкәртеү тора. Уҡыусыларзың танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереүҙең айырым әһәмиәте булып түбәндәге мәғлүмәти-коммуникацион саралар иҫәпләнә: мультимедия, интерактив мәктәп таҡтаһы һәм башҡорт теле курсының төп бүлектәре буйынса электрон дәрес-лектәр (дәреслеккә ҡушымта), мультимедиялы тренингтар, башҡорт теле курсының бөтә бүлектәре буйынса контролләштереүсе программалар, башҡорт теле буйынса электрон китапхана һ.б.Мәғлүмәти һәм коммуникацион технологиялар контроль, баһалау һәм уҡыусыларҙың уңыштарын мониторингалау системаһына индерелергә тейеш.
Уҡыу процесын тәьмин итеүгә булған талаптар мәктәп практикаһында оҙаҡ йылдар һыналған традицион уҡыу сараларын да иҫәпкә алырға тейеш.
Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт
1)Башҡорт теленән программа (V-XI синыфтар ѳсѳн). – Ѳфѳ “Китап”, 2011. Авт.- тѳҙ.:Псәнчин В.М., Псәнчин Ю.В.
2)Әсә теле: Урта мактәптең 8-се класы ѳсѳн дәреслек. Дәреслектең авторҙары: Абдуллина Ф.Ф., Аҡъюлова С.Б. Ѳфѳ «Китап»:2009.
3) Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы - Ѳфѳ «Китап»: 2011.
4) Толомбаева Х.А., Атнағолова С.В. Башҡорт теленән диктант йыйынтығы. Өфө Китап –2011.
4).Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
5).Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө: 2006.
6).Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: 2008.
7.Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аманат», «Аҡбуҙат».
Әсә телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.
1.Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. 2006.
2.Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Т.ү. буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
3. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.
4. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
5. З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев.Электрон дәреслек. Башҡорт теле.ru. Өфө,2006.
Эш программаһында федераль һәм республика закондарыталаптары тормошҡа ашырыла«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,
Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законы,
«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы
Календарь-тематик планлаштырыу. 8 класс.
Дәреслектең авторҙары: Абдуллина Ф.Ф., Аҡъюлова В.Ш.
Дәрес аҙнаһына 2 сәғәт, бѳтәһе 70 сәғәт
№ Тема урока Кол-во часов Уҡыу эшмәкәрлеге Контрол төрө Дата
план факт
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау 4с.
1 Синтаксис һәм пунктуация. 1 Тыныш билдәләре ҡуйылышын ҡабатлау Фронталь һорау сентябрь 2 Бер һәм ике составлы һѳйләмдәр. 1 сентябрь 3 Тиң киҫәкле һѳйләмдәр. 1 сентябрь 4 Айырымланған эйәрсән киҫәкле һѳйл. 1 сентябрь 5 Т.ү. «Тәбиғәттең һәр миҙгеле аҫыл». 1 Телмәр үҫтереү Яҙма эш сентябрь Ҡушма һѳйләм.
6 Ябай һәм ҡушма һѳйләм 1 Кушма һҫйләмдәрҙе айыра белергә өйрәнеү Индивидуаль
эштәр, фронталь һорау сентябрь 7 Ҡушма һѳйләм тураһында тѳшѳнсә. 1 сентябрь 8-9 Теҙмә ҡушма һѳйләм.
Контроль диктант. Яугир менән ат. 2 Теркәүесле һәм теркәүсеһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу, уларҙы һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү; ул төр ҡушма һөйләмдәргә синтаксис анализ яһай белеү. сентябрь 10 Теркәүесле теҙмә ҡушма һѳйләм. 1 октябрь 11 Т.т.ҡ.һѳйләмдәрҙә тыныш билдәләре. 1 октябрь 12 Т.ү. Матурлыҡты күрә лә, һоҡлана ла бел 1 Ижади һәләтте үҫтереү Яҙма эш октябрь 13 Т.т.ҡ.һѳйләмдәрҙә тыныш билдәләре. 1 Яҙма телмәр үҫтереү Контроль диктант октябрь 14 Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һѳйләмдәр. 1 Теркәүесле һәм теркәүсеһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе дөрөҫ
интонация менән уҡыу, уларҙы һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү; ул төр ҡушма һөйләмдәргә синтаксис анализ яһай белеү. Фронталь һорау октябрь 15-16 Т.т.ҡ. һѳйләмдәрҙә тыныш билдәләре. 2 октябрь 17 Т.ү. Тасуирлау. Ихтирам иткән кешем 1 Телмәр үҫтереү инша октябрь Эйәртеүле ҡушма һѳйләм.
18 Баш һәм эйәрсән һѳйләм. 1 телмәрҙе стилистик маҡсатта ҡулланыу күнекмәләре. Индивидуаль
эштәр, фронталь һорау ноябрь 19 Эйәрсән һѳйләмдең эйәреү саралары. 1 ноябрь 20 Контр.диктант « Болон сәскәләре». 1 ноябрь Эйәрсән һѳйләм тѳрҙәре.
21 Эйә һѳйләм. 1 телмәрҙе стилистик маҡсатта ҡулланыу күнекмәләре. Индивидуаль
эштәр, фронталь һорау ноябрь 22 Эйәрсән хәбәр һѳйләм. 1 ноябрь 23 Аныҡлаусы һѳйләм. 1 ноябрь 24 Тултырыусы һѳйләм. 1 декабрь 25 Т.ү. «Илем, халҡым тип йәшәнем». 1 Телмәр үҫтереү инша декабрь 26 Ижади диктант. 1 декабрь 27 Т.ү. Изложение. 1 Ижади һәләтте үҫтереү, яҙма телмәрҙе үҫтереү декабрь Хәл һѳйләм тѳрҙәре.
28 Ваҡыт һѳйләм. 1 эйәрсән һөйләмдәрҙе, теркеүсеһеҙ һәм теркеүселе ҡушма һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу, уларҙы Ҡушма һөйләмдәргә телдән һәм яҙып синтаксис төпсөү күнекмәһен үҫтереү. Эйәрсән һөйләмдәр төрҙәре, улар эргәһендә тыныш билдәләре
Хәл эйәрсән һөйләмдәренең хәл әйтемдәренән айырмаһы (практик үҙләштереү) Индивидуаль
эштәр, фронталь һорау декабрь 29 Урын һѳйләм. 1 декабрь 30 Рәүеш 1 декабрь 31 Т.ү. Автопортрет. Үҙ-үҙеңә дуҫ бул. 1 инша декабрь 32 Күләм-дәрәжә һөйләм 1 Индивидуаль
эштәр, фронталь һорау январь 33 Сәбәп һѳйләм. 1 январь 34 Т.ү. Изложение 1 Ижади һәләтте үҫтереү, яҙма телмәрҙе үҫтереү январь 35 Маҡсат һѳйләм. 1 Индивидуаль
эштәр, фронталь һорау январь 36 Шарт һѳйләм. 1 январь 37 Кире һѳйләм. 1 январь 38 Т.ү. Башҡортостан –алтын бишек 1 Телмәр үҫтереү инша февраль 39 Контроль диктант. Телдән төшмәҫ. 1 февраль 40-41 Үтелгәндәрҙе нығытыу.Эйәрсән һѳйл. 2 февраль 42 Т.ү. Ижади излож. «Әсәйем күҙҙәре» 1 Телмәр үҫтереүИжади һәләтте үҫтереү, яҙма телмәрҙе үҫтереүфевраль Ҡатмарлы синтаксик тѳҙѳлмәләр.
43 Күп эйәрсәнле ҡушма һѳйләмдәр. 1 Ҡатмарлы синтаксис төҙөлмәләрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәһе; шул уҡ тип һөйләмдәрҙе һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу күнекмәһен үҫтереү Индивидуаль
эштәр, фронталь һорау февраль 44 Күп эйәрсәнле ҡушма һѳйләмдәрҙе ҡабатлау 1 февраль 45-46 К.э.ҡ.һѳйләмдәрҙә тыныш билдәләре. 2 февраль 47 Ҡатнаш ҡушма һѳйләмдәр. 1 март 48 Ҡатнаш һѳйләм-ҙә тыныш билдәләре. 1 март 49 Изложение 1 Телмәр үҫтереү Ижади һәләтте үҫтереү, яҙма телмәрҙе үҫтереү март 50-51 Теҙемдәр. 2 март 52 Контроль диктант «Күңелле саҡтар. 1 Контроль диктант март 53 Үтелгәнде нығытыу.Ҡушма һѳйләм. 1 март Тыныш билдәләре ҡуйылышын ҡабатлау, дѳйѳмләштереү
54 Пунктуация 1 Синтаксис һәм пунктуация буйынса ике составлы тарҡау ябай, бер нисә ябай һөйләмле ҡушма һөйләмдәр, ҡатмарлы һөйләм төрҙәренән күп эйәр-ле эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, ҡатнаш ҡуш. һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре тураһында ҡабатлау
Телмәр үҫтереү Индивидуаль
эштәр, фронталь һорау март 55 Һѳйләм аҙағында тыныш билдәләре. 1 апрель 56 Ѳтѳр ҡуйлыу осраҡтары. 1 апрель 57 Т.ү. Картина буйынса инша. Ә. Лотфуллин «Хушлашыу». 1 иншаапрель 58 Нѳктәле ѳтѳр ҡуйылыу осраҡтары. 1 апрель 59 Һыҙыҡ ҡуйылыу осраҡтары. 1 апрель 60 Ике нѳктә ҡуйлыу осраҡтары. 1 Практик эш апрель 61 Т.ү. Ил яҙмышы – ир яҙмышы 1 инша апрель 62 Тыныш билдәләре. Нығытыу. 1 һорау апрель 63 Ижади диктант «Дала кисе». 1 Ижади һәләтте үҫтереү май V-VIII класта үтелгәнде нығытыу.
64 Лексика. 1 Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, практикала ҡуллана белеү, белемдәрҙе камиллаштырыу. Индивидуаль
эштәр, фронталь һорау май 65 Фонетика. 1 май 66 Морфология. 1 май 67 Синтаксис. 1 май 68 Контроль диктант. 1 май 69 Үтелгәндәрҙе нығытыу 1 май 70 Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 1 май