Лик 2016


Стәрлетамаҡ ҡалаһы
15-се һанлы
муниципаль бюджет урта белем биреү мәктәбе
Башҡорт фольклорында ҡатын-ҡыҙҙарҙың
матурлыҡ идеалы
Тутманова Әҙилә, 8- се класс уҡыусыһы.
Етәксеһе: Латыпова Р.С.,
башҡорт теле уҡытыусыһы
СТӘРЛЕТАМАҠ 2016

ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Инеш…………………………………………………………………………….2
I. Башҡорт халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлыҡ идеалы
I.1.Эпостарҙа ҡатын-ҡыҙҙар образы…………………………………….3-5
I.2.Халыҡ йырҙарында ҡатын-ҡыҙҙар матурлығы……………………..5-6
I.3. Мәҡәлдәрҙә матурлыҡ темаһы……………………………………......6
I I. ХХI быуатта башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлыҡ идеалы….6-7
Йомғаҡлау………………………………………………………………………8
Ҡулланылған әҙәбиәт:………………………………………………………..9
Инеш
Матурлыҡ - мәңгелек философик категорияларҙың береһе. Был төшөнсә кешелек тормошонда ҙур урын ала. Халыҡта кешенең төҫ-ҡиәфәтенән һөйләгән һүҙенә, эшләгән эшенә тиклем барыһы ла матур булырға тейеш тигән фекер йәшәй. Матурлыҡ төшөнсәһе кешегә бала сағынан уҡ таныш һәм яҡын. Һәр ата-әсә үҙ балаһын матурлыҡты тойорға, матур булырға өйрәтергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта матурлыҡ тураһында һөйләгәндә күберәк ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлығы күҙ уңында тотола, сөнки “матурлыҡ” һәм “ҡатын-ҡыҙ” төшөнсәләре бер-береһенән айырылғыһыҙ.Борондан һәр халыҡтың үҙенә генә хас матурлыҡ идеалдары булған. Мәҫәлән, Ҡытайҙа бәләкәй генә аяҡлы ҡыҙҙар матур һаналған. Рус фольлорында сибәр ҡыҙ алтындай һары сәсле, зәп-зәңгәр күҙле.
Тикшеренеүҙең актуаллеге. Башҡорт халҡында ниндәй ҡыҙҙар матур һаналған? Матурлыҡ идеалы ниндәй булған һуң? Быуаттар үтеү менән башҡорт халҡының матурлыҡ идеалдары үҙгәргәнме? Был һорауҙар әлеге көндә бик лә бик актуаль яңғырай. 9 сентябрь – Бөтә донъя матурлыҡ көнө. Был инде матурлыҡ темаһының бөтөн халыҡтар өсөн дә актуаль булыуын күрһәтә.
Тикшеренеүҙең маҡсаты :
-халыҡ ижады өлгөләре нигеҙендә башҡорт ҡатын –ҡыҙҙарына хас булған матурлыҡ ҡанундарын билдәләү;
-хәҙерге көндәрҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлыҡ идеалы.
Маҡсаттан сығып , түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
-башҡорт халыҡ эпостарын, йырҙарын, мәҡәлдәрен өйрәнеү;
-фольклорҙағы ҡатын-ҡыҙ образдарын анализлау;
-7-11 класс башҡорт уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләр араһында анкетирование үткәреү.
Тикшеренеүҙең объекты: башҡорт халыҡ эпостары, йырҙары, мәҡәлдәре.
Тикшеренеүҙең предметы : башҡорт халыҡ эпостарында, йырҙарында, мәҡәлдәрендә сағылыш тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлыҡ идеалы.
Тикшеренеүҙең методы: фольклор үрнәктәрен анализлау, анкетирование үткәреү.
Мәғлүмәт сығанаҡтары:әҙәби мәҡәләләр, китаптар, Интернет материалдары.
Гипотеза: быуаттар буйы халыҡ күңелендә формалашҡан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлыҡ идеалы үҙгәрмәгән, әлеге көнгә тиклем һаҡланған.
Тикшеренеү эшенең практик әһәмиәте: материалды класс сәғәттәрендә, башҡорт теле дәрестәрендә файҙаланырға мөмкин.
I. Башҡорт халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлыҡ идеалы
I.1.Эпостарҙа ҡатын-ҡыҙҙар образы
Халҡыбыҙҙың матурлыҡҡа ынтылыуы, матурлыҡты күҙаллауы халыҡ ижады әҫәрҙәрендә яҡшы сағылыш тапҡан. Халыҡ ижадының һәр жанрында ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлығын сағылдырған юлдар бар. Ҡатын-ҡыҙ матурлығының иң сағыу үрнәктәрен эпостарҙа, ҡобайырҙарҙа табырға мөмкин. Мәҫәлән, “Мәргән менән Маянһылыу” ҡобайырында Урал ҡыҙҙарының матурлығы түбәндәгесә һүрәтләнә:
Уралдың һылыу ҡыҙҙарын –
Ҡарағусҡыл сейәләй
Янып торған йөҙҙәрен,
Шәлкемләнгән ебәктәй
Шоморт ҡара сәстәрен,
Сал бөркөттәй кәпәйеп
Ҡалҡып торған түштәрен,
Атта уйнап сыныҡҡан
Бал ҡортондай билдәрен,
Ҡырсын ташҡа һибелгән
Көмөштәй сыҡҡан моңдарын,
Айҙай ҡыйғас ҡаш аҫты
Ҡуғалы һылыу күлдәрҙәй,
Керпеге үтә һөҙөлөп,
Йылмайыусан күҙҙәрен
Һылыуҙарҙы белгән һуң,
Айҙай Урал һылыуы
Маянды күргән һуң,
Нуғай ханы уй туплаған,
Маянды алам, тиеп.
Атаһынан һораған.
Миҫалдан күренеүенсә, ҡобайырҙа һүҙ Урал һылыуҙары тураһында бара. Урал һылыуы артында артында башҡорт һылыуы тора. Башҡорт халҡында кеше тураһында йәшәгән төбәк атамаһына баҫым яһап әйтеү киң таралған:
Төҫкә матур, эшкә батыр
Беҙҙең Маҡар ҡыҙҙары.
Беҙҙең Маҡар ҡыҙҙарының
Янып тора күҙҙәре.
Быуа ҡыҙҙары һөйкөмлө
Ут кеүек егеттәре.
Халыҡ ижадында егеттәргә ҡарата “Ирәндек бөркөтө”, “Урал батыры” һ.б. кеүек һүҙбәйләнештәр осраһа, ҡыҙҙарға ҡарата “Ағиҙел һылыуы”, “Дим һылыуы”, “Ирәмәл ҡыҙы”, “Яйыҡ ҡыҙы” кеүек, йә булмаһа тау, дала , урман ҡыҙы йәки егете тигәнде лә ишетергә тура килә. Бер яҡтан ул кешенең ҡайһы төбәктән булыуын белдерһә, икенсе яҡтан эпитет һымаҡ ҡабул ителә һәм егет булһа – батыр, ҡыҙ булһа – матур тигәнгә бәрәбәр.
Башҡорт халҡының бөйөк эпосы “Урал батыр”ҙа Айһылыуҙың төҫ-башы былай тасуирлана:
Ҡуңыр һылыу, ҡыйғас ҡаш,
Эйәк бите уйылған,
Һул битенең уртаһы
Күҙ ҡаралай миңләнгән;
Йүрмә-йүрмә ишелеп,
Ике яҡлап , сикәләп,
Тамсы гөлдәй елберҙәп,
Иң башынан һалдырып,
Оҙон сәсен матурлап,
Өсмә яһап төшөргән;
Оҙон керпеге аша
Ҡара күҙен йылмайтып,
Бит уймаһын уйнатып,
Көләс йөҙөн көлдөрөп…
Ҡоштар батшаһы Һамрау менән Ҡояштың ҡыҙы Һомайҙың матурлығы ла бик ентекләп һүрәтләнә:
Сәс толомо һалынған,
Оҙон керпеге үтә
Ҡара күҙе текәлгән;
Уйнап торған ҡыйғас ҡаш
Күҙ өҫтөндә йылмайған;
Тертәйешкән ҡалҡыу түш
Күҙ алдына тулҡынған;
Бал ҡортондай нәҙек бил
Борғоланып уйнаған;
Гүйә, күптәнге танышы,
Көмөштәй саф тауышлы…
Уйнап-көлөп һүҙ ҡушҡан..
Был өҙөктәрҙән күренеүенсә эпостарҙа ҡыҙҙың матурлығын баһалау уның йөҙөнән башлана. Иң тәүҙә иғтибар ҡыҙҙың янып торған йөҙөнә, ҡыйғас ҡашына, йылмайыусан күҙҙәренә йүнәлтелә. Артабан сәсенең матурлығы, ҡалҡыу түше, нәҙек биле тураһында әйтелә. Халыҡ ижады өлгөләрендә тышҡы матурлыҡ бик ентекле тасуиланһа ла, ҡыҙҙарҙың йылмайыуы ла һыҙыҡ өҫтөнә алына. Йылмайыуҙың сихри көскә эйә булыуын беҙҙең ата-бабалар бик яҡшы аңлаған.Матурлыҡ менән йылмайыу бере-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Сөнки кешенең тышҡы һыҙаттары ниндәй генә матур булмаһын, уның йөҙө көләс түгел икән , бындай кешене һылыу тип әйтеүе бик ҡыйын.
Эпостарҙа, ҡобайырҙарҙа һылыу ҡыҙҙарҙың матурлыҡтары данланһа ла, уларҙың аҡылы, батырлығы ла бик ҙур роль уйнай. “Урал батыр” эпосында Һомай Урал батырға яуыз көстәр менн көрәшеү өсөн булат ҡылыс һәм Аҡбуҙатын бүләк итә, Уралдың тоғро тормош иптәше, ярҙамсыһы була . Батыр үлгәс, ул аҡҡош тунын башҡаса һалмаҫҡа ант итә. “Ҡош тунымды һалмайым.
Ситтәр күҙен алырлыҡ ҡабат һылыу булмайым”, тип илдән ғәйеп булған. “Алпамыша” батыр эпосында Барсынһылыу матурлығы менән тиңе булмаған тип һүрәтләнә. Шул уҡ ваҡытта ул бик уңған, аҡыллы ,бәһлеүән булып , көрәш һалып, бик күп батырҙарҙы хур иткән . Ул үҙен көрәштә еңгән батырға ғына кейәүгә сығыу шартын да ҡуя.
Тимәк, эпостарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың тышҡы матурлығы ғына түгел, ә уларҙың күңел матурлығы ла юғары баһалана. Тоғролоҡ, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, уңғанлыҡ, аҡыл ҡатын-ҡыҙҙарҙы биҙәүсе һыҙаттар булараҡ күрһәтелә.
I.2.Халыҡ йырҙарында ҡатын-ҡыҙҙар матурлығы

Халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙ матурлығын һүрәтләү айырыуса йыр жанрында күп осрай. Билдәле булыуынса, мөхәббәт йырҙарында ғашиҡ егеттең һөйгән ҡыҙының һылыулығына дан йырлау аша хис-тойғоларын һүрәтләү ҙур урын ала: “Ҡыйылған ҡара ҡаштарың/Ҡарлығандай күҙҙәрең”, “Тешең – ынйы, йөҙөң – көҙгө/Күҙең – йондоҙ, ҡашың – ай”,  “Бер битеңдә балҡый ҡояш,/Бер битеңдә балҡый нур”. Ғашиҡ егет тарафынан әйтелгән ошо һүҙҙәр халыҡ йырҙарының юлдарына һалынған да инде. Ҡыйғас ҡара ҡаш, муйылдай, әлеге осраҡта ҡарлығандай, ҡара күҙҙәр, ынйы менән сағыштырылған тигеҙ, аҡ тештәр, йондоҙға тиңләнгән матур күҙҙәр, ҡояшҡа, айға тиңләнгән йөҙ – барыһы ла башҡорт фольклорында ҡатын-ҡыҙ матурлығын тасуирлағанда актив ҡулланылып, традицияға әүерелгәндәр. Быны осоро халыҡ йырҙары миҫалдарында ла күреп була: “Ҡыҙҙары, ҡыҙҙары,/Ҡояш икән йөҙҙәре./Шоморт икән күҙҙәре,/Матур икән үҙҙәре”; “Биттәреңдә ҡояш уйнай./Ай ғына ҡуяһы бар”; “Алһыу йөҙөңдә нур балҡый,/Ал күлдәк кейгән һайын./Ынйы тешең йым-йым итә,/Йылмайып көлгән һайын”; “Ҡыйылған ҡара ҡаштары,/ Ҡарағаттай күҙҙәре” һ.б.
Донъяла матурҙар күп булыуы, ә һөйгән йәрҙең берәү генә булыуы тураһында ла йырлана халыҡ йырҙарында: “Ал бер генә була ул/ Гөл бер генә була ул./Йән тартҡан, күңел яратҡан/Йәр бер генә була ул”. Йәки “Һыуҙа балыҡ күп булыр,/Суртан балыҡ бер булыр./Илдә матур күп булыр,/Йән һөйгәнең бер булыр”, ә мәҡәлдәрҙә “Бер күктә ике ай булмай,/Бер күңелдә ике мөхәббәт булмай”, “Һөйгән – һигеҙ, йән теләгән – бер” һ.б.
Матурлыҡ кеше күңелендә мөхәббәт тыуҙыра, ә мөхәббәт үҙен һаҡлауҙы һәм тоғролоҡ талап итә. Халыҡ тик әхлаҡлы кешене матур итеп күрә һәм баһалай. Әхлаҡ булһа, мөхәббәт тә, бәхет тә ғүмерле була. Әхлаҡлы кеше – тәү сиратта – хеҙмәт һөйөүсән, егәрле, уңған кеше. Мәҫәлән, “Һары һандуғас балаһын/Ҡулдарымда һайратам/Матурлығы бер ни түгел – /Уңғанлығын яратам” йәки “Һеҙ һөйөгөҙ шундай ҡыҙҙы – эшсәнен һәм уңғанын”. Был осраҡта халыҡта тышҡы матурлыҡтан уңғанлыҡ өҫтөнөрәк ҡуйыла, йәғни киң мәғәнәләге матурлыҡҡа баҫым яһала.
Дөйөмләштереп әйткәндә, башҡорт халыҡ йырҙарында ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығын һүрәтләү ҙур урын алһа ла, уның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда күркәм холҡона, уңғанлығына өҫтөнлөк бирелә.
I.3.Мәҡәлдәрҙә матурлыҡ темаһы
Әйтем, мәҡәлдәрҙә лә матурлыҡ темаһы күтәрелә. “Төҫө барҙан төңөлмә”. “Аҡ матур-саҡ матур, ҡара матур- бик матур”. “Матур ҡатын ил күрке”, “Матур кешегә бар нәмә лә килешә”, “Йылы һөйәк һындырмаҫ, матур хәтер ҡалдырмаҫ” . Был мәҡәлдәрҙә халыҡтың тышҡы матурлыҡты юғары баһалауы сағылыш тапҡан. Шулай ҙа кешенең тышҡы матурлығына ҡарағанда аҡылына, холҡона өҫтөнлөк бирелә. “Йөҙө аҡ тип алданма, эсе ҡара булмаһын”, “Матурҙы күрге килә, яҡшыны алғы килә”, “Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк”, “Яҡшы ҡатындың ире кейеменән билдәле”, “Яҡшы ҡатын арыш онон кәбәк итер, яман ҡатын бойҙай онон харап итер”. Күп мәҡәлдәр тик тышҡы матурлыҡтың ғына аҙ булыуына ла ишара итә. “Бәхет матурлыҡҡа ҡарамай”. Шулай уҡ ҡайһы бер мәҡәлдәрҙә кешенең матурлығы уның эске донъяһына ҡаршы ҡуйыла. “Матурлыҡ китер, холоҡ ҡалыр”, “Тәне матур матур түгел , йәне матур матур”. Халыҡ матурлыҡтың ялған булыуы тураһында ла иҫкәртә . “Ҡуштан ҡатын матур була”, “Матур ҡыҙҙа хәйлә күп”.
Мәҡәлдәрҙең бер өлөшө матурлыҡтың мәхәбббәт тойғоһо менән бәйле булыуын күрһәтә. “Матур матур күренмәҫ, һөйгән матур күренер”, “, “Күңел һөймәһә, күҙ һөймәҫ”, “Бер күктә ике ай булмай,бер күңелдә ике мөхәббәт булмай”, “Һөйгән – һигеҙ, йән теләгән – бер” . Был мәҡәлдәр мөхәббәттең тышҡы матурлыҡтан өҫтөн тороуын күрһәтә.
Дөйөмләштереп әйткәндә, башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығы юғары баһаланһа ла , уның матурлығына ҡарағанда аҡылына, уңғанлығына өҫтөнлөк бирелә
II.ХХI быуатта башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлыҡ идеалы
Хәҙерге көндәрҙә башҡорт халҡынында ниндәй ҡатын-ҡыҙҙар матур һынала һуң? Матурлыҡ идеалы ниндәй? Был һорауҙарға яуап биреү өсөн беҙҙең мәктәптең 7-11 класс башҡорт уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре араһында анкетирование үткәрҙек. Улар түбәндәге һорауҙарға яуап бирҙеләр.
I. Башҡорт һылыуы:
1.А)оҙон сәсле
Б) ҡыҫҡа сәсле
2.А) ҡара йә ҡуңыр сәсле
Б) һары сәсле
В)буялған сәсле
3.А)оҙон керпекле
Б)ҡыҫҡа керпекле
4.А)зифа буйлы
Б) йыуантыҡ
В) ябыҡ
5.А)ҡара йә ҡуңыр күҙле
Б) йәшел күҙле
В)зәңгәр күҙле
6.А) ҡара ҡыйғас ҡашлы
Б) буялған ҡашлы
II. Идеал ҡатын-ҡыҙҙарҙа хас булған һыҙаттар:
1.аҡыл,егәрлелек, шәфҡәтлелек, тоғролоҡ
2.матурлыҡ, сибәрлек.
Һорауҙарға 21 уҡыусы һәм 27 ата-әсә яуап бирҙеләр. Бөтәһе 48 кеше.
Матур ҡатын-ҡыҙҙар
Кеше %
Оҙон сәсле 47 98
Ҡыҫҡа сәсле 1 2
Ҡара сәсле 30 62
Һары сәсле 18 38
Буялған сәсле 0 0
Зифа буйлы 45 93,7
Йыуантыҡ 0 0
Бик ябыҡ 3 6,25
Ҡара күҙле 30 62
Йәшел күҙле 10 21
Зәңгәр күҙле 8 17
Ҡара ҡашлы 37 77
Буялған ҡашлы 11 33
Һорауҙа ҡатнашҡан 48 кеше араһында 41 кеше (85,4%) ҡатын-ҡыҙҙарҙың күңел матурлығына өҫтөнлөк бирҙе . Тик 7 кеше (14,6%) генә тышҡы матурлыҡты һайланы. Уларҙың яуаптарынан күренеүенсә, башҡорттарға оҙон, ҡара сәсле, оҙон керпекле, ҡара йә йәшел күҙле,ҡыйғас ҡашлы, зифа буйлы ҡыҙҙар оҡшай.
Был яуаптар беҙҙең гипотезаның дөрөҫлөгөн иҫбат итә. Быуаттар буйы халыҡ күңелендә һаҡланған матурлыҡ идеалы әле лә тере. Оҙон ҡара сәсле, ҡара күҙле, зифа буйлы, ҡара ҡашлы һылыу ҡыҙ башҡорттар араһында матурлыҡ идеалы. Шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡы аҡыл,егәрлелек, шәфҡәтлелек, тоғролоҡ кеүек сифаттарҙы матурлыҡҡа ҡарағанда өҫтөнөрәк күрә.

Йомғаҡлау
Шулай итеп , башҡорт халҡының байтаҡ жанрҙарында ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлығына дан йырлана. Беҙҙең күҙ алдына тал сыбығындай зифа буйлы, оҙон ҡара сәсле,ҡыйғас ҡара ҡашлы, муйылдай ҡара күҙле һылыуҡай килеп баҫа. Уның буй-һыны тал менән сағыштырыла, күҙҙәре йондоҙға тиңләнә. Ынйы менән сағыштырылған тигеҙ, аҡ тештәр, йондоҙға тиңләнгән матур күҙҙәр, ҡояшҡа, айға тиңләнгән йөҙ,тал сыбығындай нескә бил - тап ошондай сибәр ҡатын-ҡыҙҙы данлай башҡорт халҡы. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙ ниндәй генә сибәр булмаһын, фольклорҙа уның күңел матурлығына ла ҙур иғтибар бирелә. Дөйөмләштереп әйткәндә, башҡорт халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығын һүрәтләү ҙур урын алһа ла, уның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда күркәм холҡона, уңғанлығына, тапҡырлығына, тоғролоғона, күңел сафлығына өҫтөнлөк бирелә. Тышҡы һәм эске матурлыҡтың бергә килеүе генә башҡорт һылыуының идеалын тыуҙыра.
Гипотезаның дөрөҫлөгө иҫбатланды. Уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең анкетаға яуаптары быуаттар буйы халыҡ күңелендә формалашҡан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлыҡ идеалы үҙгәрмәгәнлеген күрһәтте.
Тикшеренеү эшендә беҙ ҡуйылған һорауҙарға яуап бирергә тырыштыҡ һәм ошондай һығымталар яһаныҡ:
1. Дөйөмләштереп әйткәндә, башҡорт халыҡ ижадында ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығын һүрәтләү ҙур урын алһа ла, уның тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда күркәм холҡона, уңғанлығына өҫтөнлөк бирелә.
2. Йырҙарҙа, эпостарҙа, әкиәттәрҙә һүрәтләнгән ҡыйғас ҡашлы, нескә билле, оҙон сәсле, нәфис буйлы башҡорт ҡыҙҙары әлеге көндә лә беҙҙең халыҡтың матурлыҡ стандарттарына тап килә тип әйтеп була.
Ҡулланылған әҙәбиәт
1.Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге.-Өфө-Китап, 1994
2.Башҡорт халыҡ ижады. 8-се том. Эпос: иртәктәр һәм эпик ҡобайырҙар.- Өфө: Китап, 2006.491
4.Башҡорт халыҡ ижады. 10-сы том. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. -Өфө: Китап, 2006. ,543
5.Башҡорт халыҡ ижады.III том.Эпос.-Өфө: Китап, 1998.
6.Башҡорт халыҡ ижады.IVтом.Эпос.-Өфө: Китап, 1999.
7.Галин С.Башҡорт халҡының йыр поэзияһы. Өфө, 1979.
8.Галин.С. Башҡорт фольклоры. Пермь-Стәрлетамаҡ,1975.
9.Йырҙар.Өфө:Башҡортостан китап нәшриәте,1984

Интернет-ресурстар
1. М.Салауатова. Матурлыҡты нисек аңлайһығыҙ?// «Йәшлек» гәзите.05.09.2014- http://www.ye02.ru/2 Сәлимйән Бәҙретдинов.Халыҡты йәшәтер им-әмәл. http://www.bashqort.com





Приложенные файлы

  • docx lik_2016
    Размер файла: 44 kB Загрузок: 0

Добавить комментарий