Чтобы посмотреть презентацию с картинками, оформлением и слайдами, скачайте ее файл и откройте в PowerPoint на своем компьютере.
Текстовое содержимое слайдов презентации:
Мәжит Ғафури БАССР-ҙың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури (Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғафуров) 1880 йылдың 2 авгусында Башҡортостандың Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған. Ете йәштән үҙҙәренең ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бер аҙҙан һуң Еҙем-Ҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡып белем ала. 1898 йылда Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә уҡырға керә. Уҡыған ваҡытта халыҡ тормошон ныҡлап өйрәнә, төрлө заводтарҙа, Рәмиевтең алтын приискыларында эшләп уҡыуын дауам иттерә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халҡының фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай. 1904 йылда Ҡаҙанда «Мөхәммәдиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә.1906—1909 Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый.«Ҡыҙыл Башҡортостан», «Коммуна» гәзиттәре редакцияһында эшләй. Мәжит Ғафуриҙың һәйкәле Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында 1923 йылда уға “БАССР-ҙың халыҡ шағиры” исеме биреләУның исеме Башҡортостандың бер районына, Башҡорт дәүләт академия драма театрына бирелгән. Өфөлә М. Ғафури йорт-музейы (1948) бар Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури – күп яҡлы талант эйәһе. Ул мәғрифәтселек, революцион-демократик идеялы шиғырҙары, поэмалары, реалистик прозаһы менән бергә мәҫәл жанрында, тәнҡит, публицистика өлкәһендә, башҡорт фольклорын йыйыуҙа һәм өйрәнеүҙә әүҙем эшләне, балалар өсөн мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итте. 1934 йылдың 28 октябрендә М. Ғафури үпкә ауырыуынан Өфөлә вафат була. М.Ғафуриҙың һәйкәле Ишембай ҡалаһында Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы Өфө ҡалаһының, Гоголь урамында урынлашҡан. Мәжит Ғафури был өйҙә аҙаҡҡы 11 йылын йәшәгән. Шағирҙың бик күп билдәле әҫәрҙәре ошо йортта йәшәү дәүерендә барлыҡҡа килгән. Мәжит Ғафуриҙың бүлмәһе Мәжит Ғафуриҙың ғаиләһе Шиғырҙары:«Ишан шәкерттәренә», 1902«Себер тимер юлы»«Башҡа мәмләкәттәрҙә мосолмандарҙың хәле»«Ғилем»«Йәш ғүмер»«Ваҡыт етте», 1905«Шатлыҡ йыры», 1905«Хөрриәт дәүерендә», 1905«Бай кеше», 1905 («Бай», 1907)«Ике ҡош», 1906«1906 йылдың 1907 йылға васыяты»,«Етенсе йылдың яуабы»«Беҙҙең көндәр», 1907«Үҙем һәм халҡым», 1912«Мин ҡайҙа», 1912«Бир ҡулыңды», 1920«Һарыҡты кем ашаған» Хикәйәләре:«Фәҡирлек менән үткән тереклек», 1904«Аслыҡ йыл йәки һатлыҡ ҡыҙ»«Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын»«Үгәй балалар»«Онотолған енәйәт»«Һалдат ҡатыны Хәмиҙә»Повестары:«Ҡара йөҙҙәр», 1926«Шағирҙың алтын приискыһында», 1930«Тормош баҫҡыстары».Поэмаһы:«Эшсе», 1921Драмаһы:«Ҡыҙыл йондоҙ», 1925