Эссе «Я — учитель»



Мин – уҡытыусы
(эссе)
Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы
муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы
“Айырым фәндәр тәрәнәйтеп 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең”
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ғәббәсов Рим Муллағәли улы
Уҡытыусы… Был һүҙҙең мәғәнәһен ябай тел менән әйтһәк, уҡытыусы – ул кешелек донъяһы туплаған тәжрибәне башҡаларға тапшырыусы кеше. Әммә, минеңсә, ысын педагог белем генә биреүгә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел, ул - тәрбиәсе лә, сөнки тигәндә уҡыусылары өсөн өлгө булып тора. Улар тормоштоң иң мөһим яҡтарын күбеһенсә тап уҡытыусыһынан күрәләр: нисек итеп кешеләр менән аралашырға, эшеңә, үҙеңә, тирә-йүнгә ниндәй ҡарашта булырға. Ошоларға бәйле уҡытыусы, минең ҡарашҡа, бик яуаплы профессия һәм үҙ-үҙен камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләргә бурыслы.
Уҡытыусы профессияһы - хөрмәтле, почетлы һәм яуаплы профессияларҙың береһе. Уҡытыусыны киләсәкте төҙөүсе тип әйтеп була, тик уның хеҙмәтенән киләсәк быуындың белемле, киң ҡырлы булып үҫеше, уҡыусыларҙың донъяға ҡарашы, әхлаҡи сифаттары кимәле тора. Педагогик эшмәкәрлек һәләтлелекте талап итә. Тәрбиә һәм уҡытыу эшенә бөтә йөрәге менән бирелгән кеше генә тотона ала. Уҡытыусы булған белемен башҡаларға яратып тапшырырға, уҡытыу һәм тәрбиә процесына бирелеп эшләргә тейеш. Педагогик эшмәкәрлек уңышы тулыһынса уҡытыусының коммуникатив һәләтлегенән, балалар менән ныҡлы бәйләнеш төҙөй алыуҙан тора. Бер үк ваҡытта уҡытыусы хеҙмәте уның иғтибарына юғары талаптар ҡуя. Ул бөтә класс менән эшләй, һәм уға барлыҡ уҡыусыларҙы ла күҙ уңында тотоу мөһим. Уҡытыусыға балаларҙың тәртибендә булған бөтә үҙгәрештәрҙе лә күрә белеү мөһим. Шулай итеп, күҙәтеүсәнлек, иғтибарҙы тигеҙ бүлә белеү, уны тиҙ арала икенсе ваҡиға күсерә алыу һәләтенә эйә булыу уҡытыусы һөнәренең мөһим сифаттарынан һанала. Педагогик эшмәкәрлек кешенән айырым ихтыяр сифаттарын да талап итә: тотанаҡлыҡты, сыҙамлыҡты, эҙмә-эҙлекте, ныҡышмалыҡты, үҙ-үҙеңде тота белеүҙе. Уҡытыусы һәр ваҡыт тәртибен дә күҙ уңында тотоп, уның менән идара итә алырға тейеш. Ә уҡытыусының телмәре уның һөнәри эшмәкәрлегендә айырым урын биләй: ул тасуирилығы, хислелеге, ышандырыусанлығы менән балаларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итеүе менән башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Уҡытыусыға уй-фекерен грамоталы, ябай итеп, уҡыусыларға аңлайышлы телдә кәүҙәләндереү зарур.
Мин уҡытыусы… Юғары ла әйтелгәндәр минең эшмәкәрлегемдә сағылыш табамы? Әлбиттә, һис шикһеҙ! Уҡытыусы тигән һүҙ кеүек матур ҙа, ғорур ҙа, йөрәктәргә үтеп инерҙәй, йылы ла һәм яғымлы ла яңғыраған башҡа һөнәрҙе табырға мөмкин түгелдер. Был төшөнсәгә төплө фекер һалынған. Уҡытыусы, педагог – һөнәр түгелдер, ә булмыштыр ул. Немец педагогы Адольф Дистервег: “Тәрбиәсе һәм уҡытыусы булып тыуырға кәрәк; уның менән тыумаштан килгән һәләт етәкселек итә”, - тип билдәләгән.
Минең өсөн “Кем булырға?” тигән һорау бөтөнләй булманы. Уҡытыусы булыу – минең бала саҡ хыялым, сөнки мине иҫ киткес яҡшы мөғәллимдәр уҡытты. Мин уларҙың беҙгә булған йылы мөнәсәбәттәре, белемдәре һәм уҡытыу һәләттәре менән һоҡландым, ә хәҙер үҙем һәр ваҡыт улар кеүек булырға тырышам. Улар минең өсөн дөрөҫ юл күрһәтеүсе маяҡ булып тора. Үҙемдең уҡыу йылдарын һаман да булһа һағынып иҫкә алам. Тап мәктәптә асыштарымдың шатлығын тойҙом, донъяның матурлығын күрҙем!
Бөгөн ҙур ғорурлыҡ менән “Мин –уҡытыусы!” тип әйтә алам.
“Уҡытыусымын!
Һөйөнөп эшкә барам, Байрам кеүек миңә һәр көнөм. Балалар һәм мәктәп – бар байлығым, Үҙем тапҡан бәхет бөртөгөм”.
Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. Хәҙер аңлайым: был минең булмышым, минең тормош юлым. Миндә уҡыусыларымды минең халҡымдың шишмәләй саф та, иртәнге таңғы елдәй йылы ла, Ағиҙелдәй тәрән дә, Урал тауылай бейек тә, ҡурай моңолай көслө лә булған башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү теләген бойомға ашырам. Телем аша Башҡортостанымдың сал тарихы, мәшһүр сәнғәте, ҡабатланмаҫ тәбиғәте, киң күңелле халҡымдың бай ижады менән таныштырыу уҡытыу эшмәкәрлегемдең бер маҡсаты булһа, матур һәм ирекле Ватаным менән ғорурланыу тойғоһо, уға ҡарата һөйөү тәрбиәләү икенсе маҡсатым булыр. Бурыстарымдан – телебеҙҙе, бөтә ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу, һәм байытыу, киләсәккә белемле, әхлаҡлы, сәләмәт балалар тәрбиәләүҙе әйтер инем. Башҡорт теленең байлығын, матурлығын күрһәтеү, телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны өйрәнеүгә теләк тыуҙырыу – төп эштәремдең береһе. Мин балалар менән аралашыуҙан кинәнес табам, уларҙың һөйөүе күңелде йылыта, энергияһы дәрт-дарман өҫтәй. Мин һайлаған юл еңелдәрҙән түгел, әммә үтә мөһим дә, бер үк ваҡытта ҡыҙыҡлы ла. Был юл - балаларҙың асыҡ, тиҙ рәнйетелеүсән күңелен асыу юлы, үҙ-үҙеңде камиллаштырыу юлы, текә үрҙәргә менеү юлы.
Илһамланыу – ҡабатланмаҫлыҡ булырға тейеш, ысын уҡытыусының төп сифаттарының береһе. Илһамланыу сығанаҡтарын ҡайҙан алырға һуң? Мин илһамды, иң беренсе сиратта, балаларҙан табам, улар менән даими аралашыуҙан. Аралашыу дәрестә генә түгел, дәрестән тыш ваҡытта ла бик мөһим. Бындай ваҡыттарҙа беҙ уҡытыусыларҙан әңгәмәләшеүсегә, дуҫ-ишкә әйләнеп, үҙ серҙәребеҙҙе лә асырға әҙербеҙ. Илһамланыу сығанағының икенсеһе – коллегаларымдың тәжрибәһе һәм энтузиазмы. Мин шундай дуҫ, ярҙам итергә әҙер торған уҡытыусылар коллективында эшләүемә шатмын, уларҙың педагогик тәжрибәһен һаҡсыл ғына педагогик ҡумтама өҫтәйем.
“Уҡымаған йәки бигерәк тә аҙ уҡыған уҡытыусы насар уҡытыусы”, - тип раҫлаған Максим Горький. Мин даими үҙ-үҙемде камиллаштырыу өҫтөндә эшләйем, башҡалар менән тәжрибәмде уртаҡлашам, заманса уҡытыу технологияларын ҡулланыуҙы хуплайым. Шуның өсөн дә илһамланыуҙың өсөнсө сығанағы – фән менән аралашыу, ҡыҙыҡлы материалды китаптарҙан ғына түгел, заманса үҫешкән Интернет селтәренән һәм электрон дәреслектәрҙән эҙләү.
Ниндәй ул заман уҡытыусыһы? Уҡытыусы яңы педагогик технологиялар ҡулланыу һәләтенә эйә булырға тейеш. Минең ҡарамаҡҡа, шәхсән-ориентирлау принцибына ҡоролған уҡытыу уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә ыңғай ҡараш формалаштырыуға булышлыҡ итә. Уҡыусыларға үҙҙәрен уҡыу процесының тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусылары итеп тойоуҙо ойоштороу, уҡытыусының уларҙың һәр береһен айырым шәхес итеп күреү мөһим. Педагогик эшмәкәрлектең уңышлы булыуында этик принциптарҙы үтәү ҙә ҙур роль уйнай. Тик этик мәҙәниәт кенә уҡытыусының уҡыусы менән психологик яҡтан үҙ-ара ярашыуының барлыҡҡа килеүенә ярҙам итә. Шуның өсөн ысын уҡытыусының ғәҙел һәм талапсан, уҡыусыларын хөрмәт итеүсе һәм ҡәҙерләүсе булыуы мөһим. Заманса уҡытыусыға эскерһеҙ булыу кәрәк. Ә яҡшы уҡытыусы үҙенең хаталарын таный белә! Уҡытыусының йөрәгендә һәр ваҡыт мөхәббәт йәшәргә тейеш! Уҡытҡан балаларыңа ҡарата мөхәббәт, тормошҡа ҡарата мөхәббәт, профессияңа ҡарата мөхәббәт, уҡытҡан фәнеңә ҡарата мөхәббәт.
Мин балаларҙы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптарҙы үҙ аллы табыу, төплө белемгә эйә булыу һәм уны тормошта ҡуллана белеү кәрәклеге тураһында һәр ваҡыт аңлатырға һәм өйрәтергә ынтылам. Алда әле, үткәрелгән дәрестәремдән тыш, минең тағы ла яҡшы дәрестәрем көтөүенә ышанам. Ә уны тормош үҙе дауам итәсәк. Мин һәр ваҡыт бер нәмә тураһында уйлайым: ә минең дәресем балалар өсөн Изгелеккә, Әҙәпкә, Ғәҙеллеккә, Абруйға, Оҫталыҡҡа өгөт-нәсихәт булырмы? Әлбиттә, булыр! Һәм шуның өсөн гел алға барам, хыялыма ынтылам!
Мәктәптә эшләгәнемә быйыл 20 йыл тулды. Һәм ике тиҫтә педагогик стажы булған уҡытыусы булараҡ, мин һайлаған профессиямдан уңдым тип әйтә алам. Минең тормошом юлында ысын уҡытыусылар осраны. Улар миңә һөнәремде лә һайларға, тормошто ла һөйөргә, ә иү мөһиме - яҡшы кеше лә булырға, Ватанымдың ысын улы ла булырға өйрәтте. Уҡытыусыларыма ҙур-ҙур рәхмәтлемен. Ундай уҡытыусылар алдында мин ғүмер буйына бурыслымын. Тап шундай уҡытыусылар тураһында йырҙар, китаптар яҙалар, быуаттар тураһында уларҙы данлайҙар. Һәр кемгә тормошо юлында шундай уҡытыусыларҙың осрауын теләйем.

Приложенные файлы