Фразеологизмы с компонентами-зоонимами в башкирском и кумыкском языках


Ҡарабаев М.И.
БАШҠОРТ ҺӘМ ҠУМЫҠ ТЕЛДӘРЕНДӘ ЗООНИМ КОМПОНЕНТЛЫ ФРАЗЕОЛОГИЗМДАР
Һәр бер телдең фразеологик системаһы ошо халыҡтың менталитетын һәм телен өйрәнеү өсөн мөһим сығанаҡ булып сығыш яһай. Шуға күрә лә фразеологизм – хәҙерге антропоцентрик тикшеренеүҙәрҙең актуаль объекты булып тора, сөнки нығынған һүҙбәйләнештәрҙә, башҡа тел берәмектәре менән сағыштырғанда, фекерләүҙең төп субъектын билдәләүсе кеше факторы үҙәк урынды биләй. Телдең фразеологик фонды мәҙәни һәм милли мәғлүмәттең сығанағы һәм уның йөрөтөүсеһе функцияһын башҡарыуы – телселәр тарафынан күптән инде танылыу алған күренеш [1, с. 6]. Телдең фразеологик кимәле мәҙәни һәм милли үҙенсәлектәрҙе юғары дәрәжәлә үҙендә туплаған [2]. Был тел берәмектәре теге йәки был халыҡтың йәшәү образын, тарихын, йолаларын һәм традицияларын йәнле итеп сағылдыралар. Фразеологик берәмектәрҙә халыҡтың быуаттар буйы тупланған тәжрибәһе урын алған, һәм был тел берәмектәрендә телдең хәҙерге осорҙа ғына йәшәгән һүҙҙәре генә түгел, ә элекке замандарҙа уҡ ҡулланылған лексемалары ла һаҡланған. Шулай итеп, фразеологизм – күп яҡлы күренеш, уны төрлө аспекттан тикшерергә мөмкин. Билдәле булыуынса, нығынған һүҙбәйләнештәрҙең компоненттары сифатында төрлө тематик төркөмгә ҡараған тел берәмектәре ҡулланыла [4, с. 183]. Был йәһәттән ике телдең нығынаған һүҙбәйләнештәрен сағыштырып, составындағы тематик төркөмдәр буйынса тикшереү үҙенсәлекле тел күренештәрен күрергә мөмкинлек бирә.
Үрҙә билдәләнелеүенсә, был мәҡәләлә ҡумыҡ һәм башҡорт телдәре фразеологизмдарын уларҙың компоненттары сифатында сығыш яһаған зоонимдар буйынса анализлау маҡсаты ҡуйылды. Ономастик берәмектәрҙең был төрө нығынған һүҙбәйләнештәр составында килеп, уларҙың семантикаһын ойоштороуҙа төп ролде үтәйҙәр.
Билдәле булыуынса, был ике ҡәрҙәш телдең дөйөм төрки теленән айырылып, үҙ аллы йәшәү һәм үҫеү башлауына мең йылдан артыҡ ваҡыт үтеп киткән. Ике телдең фразеологизмдарын сағыштырыу телдә күҙәтелгән ҡайһы бер тарихи процестарҙы күҙәтергә мөмкинлек бирә.
Сағыштырылған ике телдең фразеологик системаһында ономастик берәмектәрҙең төрлө төркөмгә ҡараған берәмектәре урын алған. Ике телдең фразеологияһында айыу зоонимы актив ҡулланыла. Мәҫәлән, башҡорт телендә айыуҙан ҡасҡан бүрегә, айыу майы һөртөү; ҡумыҡ телендә: аюв дослар (медвежьи друзья), яҡын һәм шаян дуҫтар мәғәнәһендә. Күренеүенсә, был хайуан атамаһы булған фразеологизмдар ике телдә бер-береһенән айырыла. Тағы бер нисә миҫал: аювгъа намаз уьйретгендей, файҙаһыҙ эш менән шөғөлләнгәндә әйтелә; аювдай акъырмакъ, ныҡ ҡысҡырыуҙы белдергәндә ҡулланыла. Миҫалдарҙан күренеүенсә, айыу зоонимының ике телдә лә тамыры бер үк булһа ла, фонетик составы яғынан айырыла.
Башҡорт һәм ҡумыҡ телдәре фразеологияһында эт зоонимы фразеоологизмдар составында йыш осрай. Был берәмек төрлө мәғәнәне белдереүсе фразеологизмдарҙа урын алған. Эт зоонимлы ике телдә лә осраған фразеологик берәмектәр: эт ашаһын – башҡорт телендә; ит ашасын – ҡумыҡ телендә; эт менән бесәй кеүек һәм ит де, мишик де йимик. Кире мөнәсәбәтте аңлатҡан эмоциональ йөкмәткеле фразеологизмдар ҙа бар: эт талағыры һәм итден тувгъан.
Зоонимик берәмектәрҙән орнитонимдарға ҡараған һүҙҙәр ике телдә лә актив ҡулланыла. Орнитонимдарҙан тауыҡ һүҙе компонент сифатында йыш осрай. Мәҫәлән, тауыҡ баш һәм тавукъ баш; Һуҡыр тауыҡ һәм сокъур тавукъ. Күренеүенсә, был фразеологизмдар мәғәнәләре буйынса ғына түгел, ә структур билдәләре, йәғни һүҙбәйләнеш эсендәге һүҙҙәр тәртибе яғынан да тап киләләр. Был зоонимлы фразеологизмдарҙың башҡорт телендә осрамағандары ҡумыҡ телендә урын тапҡан: тавукъ чакъырмакъ, тавукъ чакъ (иртә таң ваҡытын белдереү өсөн әйтелә).
Айырым фразеологик берәмектәр төҙөлөштәре яғынан бер үк булһалар ҙа, мәғәнәләре буйынса айырылалар. Мәҫәлән, ҡара йылан – башҡорт телендә яуыз, мәкерле кешегә ҡарата ҡулланыла, ә ҡумыҡ телендә къара йылан – “ҡан дошман” семантикаһына эйә.
Компоненттары зооним булған күп кенә фразеологик берәмектәр тик бер генә телгә хас. Бындайҙарға, мәҫәлән, ҡумыҡ телендәге темир бугъа (паровоз), аягъы – ат, къолу – къамучу (һаулығы яҡшы), ит оьлген ер (бик алыҫ ер), итге урма таягъы ёкъ (бик ярлы йәшәгән кеше), яшыл бакъа (йәшел күҙле кеше), яралы къабан (яуыз кеше) кеүек нығынған һүҙбәйләнештәрҙе әйтеп үтергә мөмкин. Тик башҡорт телендә генә урын алған фразеологизмдар рәтенә түбәндәге берәмектәрҙе билдәләп үтергә була: бер аяғын атлағансы икенсеһен эт ашай, бүрәнә үтә бүре күреү, дөйә муйынынан да кәкре, ил өҫтөндә сыпсыҡ үлмәй,йылан мөгөҙө генә юҡ, ҡыҙғанғаның ҡыҙыл эткә, мулла бесәйе һ.б.
Башҡорт һәм ҡумыҡ телдәренең зооним компонентлы фразеологизмдарын анализлау шуны күрһәтә: ике телдә лә бер үк мәғәнәле һәм структуралы нығынған һүҙбәйләнештәр бар; айырым фразеологизмдар төҙөлөштәре яғынан оҡшаш булһалар ҙа, мәғәнәләре яғынан төрлө; тик бер тел өсөн генә хас булған берәмектәр ике телдең фразеологик системаһында ҙур ғына урын биләй.
Әҙәбиәт
1. Гаджиахметов Н.Э. Кумыкско-русский фразеологический словарь. Более 3300 фразеологизмов. – Махачкала: Издательство «Лотос», 2014. – 256 с.
2. Ҡарабаев М.И. Башҡорт телендә зооним һәм фитоним компонентлы идиомалар: уҡыу ҡулланмаһы / М.И. Ҡарабаев. – Өфө: БДУ-ның РНҮ, 2012. – 84 б.
2. Телия В.Н. Русская фразеология: семантический, прагматический и лингвокултурологические аспекты. – М.: Школа «Языки русской культуры», 1996. – 288 с.
3. Ураксин З.Г. Фразеология башкирского языка. – М., 1975. – 192 с.
4. Шамигулова А.Т., Абдуллина Г.Р. Соматические термины в составе фразеологизмов // Современные парадигмы лингвистических исследований: методы и подходы: Сб. матер. Межд.науч.-практ.конф. – Стерлитамак, 2010. – С.181-185.

Приложенные файлы

  • docx KARABAEV M.I. Frasis
    Карабаев М.И., Стерлитамакский многопрофильный профессиональный колледж
    Размер файла: 19 kB Загрузок: 3