Башкирские и кумыкские пословицы и поговорки с компонентами-зоонимами


Ҡарабаев М.И.
ЗООНИМ КОМПОНЕНТЛЫ БАШҠОРТ ҺӘМ ҠУМЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ ҺӘМ ӘЙТЕМДӘРЕ
Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр кеше семантикаһы өлкәһенә ҡарай. Уларҙың бөтә мәғәнәләре кешегә йүнәлгән, кешенең уны уратып алған донъя менән үҙ-ара мөнәсәбәтен сағылдыралар. Был мөнәсәбәт хис-тойғо һәм кешене төлө яҡтан билдәләү аша үҙенең сағылышын таба. Мәҡәл һәм әйтемдәр, тәү сиратта, кеше, атап әйткәндә, уның көнкүреш, социаль һәм этик аспекттары тураһында, улар, тәү сиратта кешенең прагматик яҡтан билдәләй. Һәр бер мәҡәл һәм әйтем кеше хаҡында хәбәр итә, тирә-яҡ менән мөнәсәбәтен күрһәтә.
Шулай итеп, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр кешенең көндәлек тормошо менән бик тығыҙ бәйләнештә йәшәй, һәм улар кешенең көнкүреш тормошондағы ҡатмарлы күренештәрҙе төрлө яҡтан сағылдырыу мөмкинлегенә эйә.
Халыҡ аҡылын, быуаттар буйы йыйылған этник тәжрибәне туплаған был жанр үрнәктәрен икенсе бер халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре менән сағыштырып өйрәнеү күп кенә милли үҙенсәлектәрҙе, уртаҡ әхлаҡи, матди һәм рухи ҡиммәттәрҙе билдәләргә мөмкинлек бирә. Ҡайһы бер мәҡәлдәрҙең икенсе бер телдә эквиваленттары булыуы, хатта уларҙың һүҙмә-һүҙ тап килеүе, телдәрҙең ҡәрҙәшлеген генә күрһәтеп ҡалмай, ә милли менталитеттағы дөйөм һыҙаттарҙы ла билдәләй. Шулай уҡ улар составында урын алған бер үк тематик төркөмгә ҡараған лексик берәмектәрҙең бер үк йөкмәткеле тапҡыр һүҙҙәрҙә ҡулланылыуы был халыҡтар араһындағы уртаҡ күренештәрҙе тағы ла асығыраҡ сағылдырыуға ирешә.
Башҡорт һәм ҡумыҡ мәҡәлдәрендә йәки әйтемдәрендә зоонимдарға ҡараған күп кенә лексик берәмектәр урын алған. Түбәндә шуларға туҡталып үтәйек.
Айыу зоонимының ҡулланылыуы түбәндәге тапҡыр һүҙҙәрҙә осрай:
Айыуҙан ҡасҡан — бүрегә тарыған, дошмандан ҡасҡан — үлемгә тарыған;
Аювдан къчаман деп, къуюгъа тюшген (Айыуҙан ҡасам тип, ҡоҙоҡҡа төшкән). Был миҫалдарҙан күренеүенсә, билдәләнгән зооним ике телдә лә бер үк мәғәнәле әйтемдә бирелгән, йәғни улар эквивалент булып торалар. Ике әйтемде лә “иплелек, һаҡ булыу” тигән семантик төркөмгә индерергә мөмкин. Ошо уҡ зооним менән бирелгән Аювдан къоркъма, айыпдан къоркъ (Айыуҙан ҡурҡма, ояттан ҡурҡ) тигән ҡумыҡ мәҡәле бар, һәм был тапҡыр һүҙ “әхлаҡи сифаттар” төркөмөнә инә. Атанг аюв буса, сен арслан бул (Атаң айыу булһа, һин арыҫлан бул). Бирелгән ҡумыҡ мәҡәленә Айыу алыр егетте атынан танырмын, Бүре алыр егетте бүркенән танырмын тигән башҡорт мәҡәле семантик йөкмәткеһе буйынса уға тап килә.
Ҡуян зоонимы менән бирелгән түбәндәге әйтем башҡорт һәм ҡумыҡ халыҡтарының икеһендә лә бер төрлө яңғырай: Бир йылгъа къоян тери де чыдай һәм Бер йылға ҡуян тиреһе лә сыҙай. Был әйтемдең һүҙмә-һүҙ тап килеүе уның бик боронғо замандарҙа уҡ, йәғни башҡорт һәм ҡумыҡтарҙың бер төрки халыҡ булып йәшәгән осорҙа барлыҡҡа килгән тип, фараз итергә мөмкин. Был тапҡыр һүҙҙе “көнкүреш уңайһыҙлыҡтары” тигән семантик төркөмгә ҡаратырға мөмкин.
“Нәҫел-нәсәп, холоҡтоң үҙгәрмәүе” тигән шартлы семантик төркөмгә түбәндәге идиоматик берәмектәр инә: Айыу балаһын алға һалһаң да иш булмаҫ; Айыу балаһын итәккә һалһаң да илекмәҫ, Бүре балаһын бүреккә һалһаң да берекмәҫ; Арыҫлан балаһы арыҫлан булыр; Батыр инәнән тыуыр, арғымаҡ бейәнән тыуыр. Был төркөмгә ҡумыҡ мәҡәл һәм әйтемдәренән түбәндәгеләре тап килә: Бёрю къылын ташласа да, къылыгъын ташламас (Бүре ҡылын ташлаһа ла, ҡылығын ташламаҫ); Бёрюню баласы да – бёрю (Бүренең балаһы ла – бүре); Донгуздан донгуз тувар (Сусҡанан сусҡа тыуыр).
Кешелек йәмғиәтендә урын алған төрлө күренештәрҙе сағылдырыусы мәҡәл һәм әйтемдәрҙе “кеше-ара мөнәсәбәт” атамалы семантик төркөмгә берләштерергә мөмкин. Башҡорт мәҡәл һәм әйтемдәренән зооним компонентлы идиомаларҙан түбәндәгеләре был төркөмгә ҡарай: Am үлгәндә эт һөйөнә; Бесәйгә – көлкө, сысҡанға – үлем; Сысҡанға бесәй ҙә ҙур дошман; Эт менән бесәй дуҫ булмаҫ; Ҡарғаның күҙен ҡарға суҡымай; Бүре ҡуйға иш булмаҫ, ярлы байға дуҫ булмаҫ; Am тышауһыҙ булмаҫ, егет дошманһыҙ булмаҫ. Ҡумыҡ телендә был төркөмгә түбәндәге тапҡыр һүҙҙәр инә: Эки бакъа бир батмакъда сыйышмас (Ике баҡа бер батҡаҡа һыйышмаҫ); Мишикге – оюн, чычкъангъа – оьлюм (Бесәйгә – уйын, сысҡанға – үлем); Къаргъа къаргъаны гёзюн чокъумас (Ҡарға ҡарғаның күҙен суҡымаҫ); Бёрю бёрюню ашамай, адам адамны ашай (Бүре бүрене ашамай, әҙәм әҙәмде ашай); Атны яманы тай булан ойнар (Аттың яманы тай менән уйнар).
Фактик материалдар күрһәтеүенсә, башҡорт телендәге Ҡарғаның күҙен ҡарға суҡымай һәм Бесәйгә – көлкө, сысҡанға – үлем тапҡыр һүҙҙәренә ҡумыҡ телендә уларҙың тулы эквиваленттары бирелгән.
“Ғаилә, бала” семантик төркөмгә зооним компонентлы түбәндәге идиомаларҙы индерергә мөмкин: Ҡарлуғас балаларын осорға айыу өйрәтмәй; Балаға ике am бер тин; Балаһы атҡа менеп сапһа, атаһы ботон ҡыҫыр; Ир балаға am кәрәк, ҡыҙ балаға ҡанат кәрәк; Терпе балаһын – йомшағым, ҡарға – аппағым тип ярата; Ыласын ҡошҡа һауа ҡәҙерле, сапҡан атҡа дала ҡәҙерле, ата-инәгә бала ҡәҙерле. Ҡумыҡ мәҡәл һәм әйтемдәренән был төркөмгә ҡарағандары: Балалы къаргъа хурт ашамас (Себешле ҡарға ҡорт ашамаҫ); Балалы тавукъ ачувлу болур (Себешле тауыҡ яуыз булыр); Донгузну ала-къуласы болмай (Сусҡаның ала-ҡулаһы булмай); Къаргъа баласы “апагъым”, кирпи баласы “йымышагъым” (Ҡарға балаһын “аппағым”, терпе балаһын “йомшағым”).
“Егәрле – ялҡау” семантик төркөмгә кешеләрҙең хеҙмәткә ҡарата мөнәсәбәтенә нигеҙләнгән тапҡыр һүҙҙәр төркөмләнде: Һыйыр һөтө менән, кеше эше менән; Бүренең көсө тешендә, кешенең көсө эшендә; Ялҡау атты ял баҫыр; Ҡабаландың аты өҙлөгә, ялҡауҙың аты һөрлөгә. Ҡумыҡ тапҡыр һүҙҙәренән түбәндәгеләрҙе был төркөмгә индерергә мөмкин: Ашда – бёрю, ишде – оьлю (Ашта – бүре, эштә – үле), Эшек булан арпа ашагъынча, ат менән хум чайна (Ишәк менән арпа ашағанса, ат менән ҡом сәйнә).
Күп кенә идиомалар “Тыуған ил” семантик төркөмөн тәшкил итә: Am туйған ерендә, ир тыуған илендә; Илдә баш булмаһа, эт башҡа менә; Көтөүҙән ҡалған быҙауҙы бүре алыр; Ҡумыҡ әйтемдәре араһынан был төркөмгә түбәндәгеләр инә: Адам тувгъан еринде, ит тойгъан еринде яхшы (Әҙәмгә тыуған ерендә, эткә туйған ерендә яҡшы); Мишик ёкъ ерде чычкъан баш гётерир (Бесәй юҡ ерҙә сысҡан баш күтәрер).
Шулай итеп, ҡыҫҡа ғына күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, башҡорт һәм ҡумыҡ мәҡәлдәре менән әйтемдәренең уртаҡ билдәләренең булыуы асыҡланды. Был дөйөм күренештәр зооним компонентлы тапҡыр һүҙҙәрҙең структураһында һәм бер үк төҙөлөшлө идиомаларҙың бер үк семантик йөкмәткегә эйә булыуҙарында сағылыш тапты.
Әҙәбиәт
1. Гаджиахмедов Н.Э. Кумыкско-русский словарь пословиц и поговорок. Более 5000 пословиц и поговорок. – Махачкала: Изд-во “Лотос”, 2015. – 304 с.
2. Ҡарабаев М.И. Башҡорт телендә зооним һәм фитоним компонентлы идиоамалар: уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: БДУ, 2012. – 84 б.
3. Әхтәмов М.Х. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2008. – 776 б.




Приложенные файлы

  • docx Karabaev M.I. Posl
    Карабаев М.И., Стерлитамакский многопрофильный профессиональный колледж
    Размер файла: 19 kB Загрузок: 0