Хелдер


8-се класс өсөн тәғәйенләнгән башҡорт теле дәресенә план-конспект.
Грамматик тема: Хәлдәр.
Лексик тема: Ҡояш ниңә түңәрәк?
Белем биреү маҡсаттары: уҡыусыларҙың тема буйынса алған белемдәрен ҡыҫҡаса ҡабатлау, уҡыусыларға ҡылым тураһында төшөнсә биреү. Уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу.
Үҫтереүсе маҡсаттар: иғтибарлыҡ һәм күҙәтеү буйынса һөҙөмтәләр яһау һәләттәрен үҫтереү; һүҙлек байлығын арттырыу һәм активлаштырыу:танып –белеү дөйөм буйынса ҡыҙыҡһыныуына булышлыҡ итеү;логик дөйөм уҡыу буйынса белемдәрен һәм һәләттәрен ; фекерләү операцияһын, төрлө хәтер төрҙәрен үҫтереү.
Тәрбиәуи маҡсаттар: туған телгә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: дәреслек, презентация,
Дәрес барышы:
Дәрес
этаптары Үҫтереүсе
УУЭ Уҡытыусы эшмәкәрлеге Уҡыусы эшмәкәрлеге
Ойоштороу
моменты
Шәхси: йәштәштә-ренә иғтибар ҡараш һәм хөрмәт тәрбиәләү.
Коммуника-тив: уҡытыусы һәм иптәштәре менән ижади эшмәкәрлек булдырыу. - Хәйерле иртә, күҙҙәр,
һеҙ уяндығыҙ мы?
Хәйерле иртә, ҡулдар,
һеҙ уяндығыҙ мы?
Хәйерле иртә, аяҡтар,
һеҙ уяндығыҙ мы?
Хәйерле иртә, ҡояш,
Мин уяндым!
Ҡулдар менән ҡояшҡа ынтылабыҙ. Беҙ эшләү өсөн ҡояштан көс, дәрт алабыҙ. Ә хәҙер бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, уңыштар, хәйерле көн теләйек.
(Психологик минутлыҡ. Уҡыусылар уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар.)
(Балалар комментарийлайҙар.)
Уҡыу эшмәкәрлеге-нә мотив тыуҙырыу Шәхси: үҙбилдәләнеш, уҡытыу маҡсаты менән уның мотивы араһында бәйлелек булдырыу.
Коммуника-тив: Үтелгәнде ҡабатлап үтеү.
Хәлдәрҙе иҫкә төшөрөү, рәүеш, ваҡыт, урын, күләм-дәрәжә хәлдәренең нимә асыҡлап килгәнен, ниндәй һорауҙарға яуап биргәнен әйтеү.
(Уҡыусылар яуап бирә, яуаптарға смайликтар таратыла)
Белемдәрҙе
актуалләште-реү - Иҫкә төшөрөп үттек.Ә хәҙер әйҙәгеҙ проекторға күҙ һалайыҡ .
Слайдтарҙағы һөйләмдәрҙә хәлдәрҙе табалар.
(Уҡыусылар ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрә һәм миҫалдарҙы таба.)
Маҡсат ҡуйыу
Теманы ҡабул итеү эшмәкәрле-ген ойоштороу Көйләүсе: планлашты-рыу, маҡсат ҡуйыу, рефлексия, үҙкөйләү. - Бөгөн дәрестә ошоларға туҡталып, белемдәрҙе нығытырбыҙ.
Теманы ныҡлап аңлар өсөн әйҙәгеҙ әле тиҙ генә ошондай эш эшләп китәйек. Хәҙер беҙ ике төркөмгә бүленәбеҙ. Һәр команда рәүеш, ваҡыт, урын хәлдәрен ҡулланып һөйләмдәр төҙөйбөҙ. Һеҙгә дүрт минут ваҡыт бирелә. Башланыҡ.
Афарин балалар! Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән ошондай күнегеү эшләйбеҙ. Мин һүҙбәйләнештәр уҡыйым. Әгәр ҙә уларҙа ваҡыт хәле булһа- ултырабыҙ, урын хәле булһа-тик торабыҙ. Ҡайһы командала иң әҙ хаталаныусылыр була, шулар иң юғары балл аласаҡтар.
йыраҡтан арба килә (урын)
мин класста ултырам(урын)
хәҙер ашарға барам(ваҡыт)
Өфөлә йәшәй(урын)
иртәнсәк һыуыҡ(ваҡыт)
тиҙҙән ҡар яуа(ваҡыт)карауанһарай Ырымбурҙа(урын)
йәйгеһен йылы(ваҡыт)Сибайҙан килә(урын)
Хәҙер проекторға тағын да күҙ һалайыҡ. Ундағы текста хәлдәрҙе табырға кәрәк.
Ҡояш бик йыраҡта урынлашҡан. Уның матур йылмайыуы беҙҙе көн дә ҡыуандыра. Ул инде күп быуаттар ерҙе йылыта. Бик алыҫта булһа ла, уның йылыһы көн оҙонона етә. Мин иртә һайын уны тәҙерәмдән ҡаршылайым. Ҡайһы берҙә уны болот ҡаплай. Шул ваҡытта ул моңһоу йылмая. (Уҡыусыларҙың Лексика тураһында һөйләүе һәм ҡайҙа ниндәй туҡталыш яһарға кәрәклеген әйтеүҙәре).
(Үҙ – аллы эшләү, күберәк һөйләмдәр яҙған командаға йондоҙҙар таратыу)
(Кем берҙе лә яңылышмай, шул уҡыусыға өс йондоҙ, кем берҙе-икене- ике йондоҙ, ә кем өстө яңылыша- шуға бер йондоҙ бирелә.)
(Уҡыусылар яҙма дәфтәрҙә эшләйҙәр.)
Рефлексия (йомғаҡлау)
Баһалау
Өй эше (Дәрестә алынған белемдәрҙе нығытыу, системаға һалыу.)
- Дәрестән үҙегеҙ өсөн нимә алдығыҙ?
- Актив ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Кемгә ниндәй билдә ҡуя алабыҙ бөгөн? (Йондоҙсоҡтарҙы һанайбыҙ. Билдәләр куйыла.)
- Афарин
(Дәреслек буйынса күнегеү.) (Уҡыусылар аңлатма бирәләр).

Приложенные файлы

  • docx helder
    Размер файла: 23 kB Загрузок: 0

Добавить комментарий