Хнрзр- урок-конспект


Һөнәҙәр. Һөнәрҙе белдереүсе һүҙҙәр.
Яһалма исем.
(4-се класс

Тема: Һөнәҙәр. Һөнәрҙе белдереүсе һүҙҙәр. Яһалма исем.
Маҡсат :
1. Уҡыусыларҙы һөнәрҙе белдереүсе һүҙҙәр, яһалма исем менән таныштырыу.
2. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, һүҙлек запасын үҫтереү.
3. Оло кешеләргә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.
Йыһаҙландырыу: һөнәрҙәр төшөрөлгән картиналар, кроссворд эшләнгән плакат, комьютер, мультимедия, магнитофон.
Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр:
Булам – буду, стану, мин – я, һин – ты, үҫкәс – когда вырасту
Дәрес барышы.
I. Инеш өлөш.1. Ойоштороу.
һаумы,ҡояш!
Һаумы, дуҫым! Һаумыһығыҙ, уҡытыусым! Мин сәләмәт, мин матур,
Салауат кеүек батыр
2. Дежур менән әңгәмә.
- Кем бөгөн дежур?
- Бөгөн нисәһе?
- Аҙнаның ниндәй көнө?
- Тышта һауа торошо нисек?
3. Фонетик күнегеү:
Ә Ү Ө Ҡ ,Ғ Ҫ Ҙ Һ Ң
әтәс үгеҙ өй ҡарға баҫма ҡаҙ һандыҡ саңғы
әсәй үтек өкө ҡар ҡыҫала ҡыҙ һыйыр ҡыңғырау
II. Төп өлөш.
1. - Бөгөн, балалар, беҙ һеҙҙең менән һөнәрҙәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Шулай уҡ һөнәрҙе белдереүсе һүҙҙәр ниндәй юл менән яһалыуын ҡарап китербеҙ. Әйҙәгеҙ әле уҡыусылар экранға күҙ һалайыҡ.
Экранда:
Дарыу – лекарство
Яра – рана
Укол ҡаҙыу – делать укол
Сир – болезень – һүҙҙәр менән таныш үтәйек, сөнки был һүҙҙәр беҙ уҡыясаҡ шиғарҙа бар.
Мин уҡыйым.
Хор менән уҡыу.
Бер нисә уҡыусынан уҡытыу.
Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.
Шиғыр менән танышыу:
Апайым – доктор.
Ауырыуҙарға дарыу бирә,
Бәйләй ул яраларҙы,
Укол ҡаҙап төҙәтә ул
Сирләгән балаларҙы.
Шиғырҙы тасури уҡыу.
Бер уҡыусы уҡый.
Һорауҙарға яуап биреү:
Ниндәй һөнәр тураһында һүҙ бара?
Доктор кемгә укол ҡаҙай?
Доктор ауырыуҙарға нимә бирә?
Бөгөн дәрестә беҙ һөнәргә ҡағылышлы яһалма исемдәрҙең нисек яҙылыуы, яһалыуы тураһында өйрәнербеҙ. Ә ялғауҙар ҡушылып яһалған исемдәр яһалма исем тип атала. Мәҫәлән:
таш+сы трактор+сы уҡытыу+сы
Яһалма исемдәр ике өлөштән тора: тамыр һәм яһаусы ялғауҙан.
Яһаусы ялғауҙар : -СЫ, -СО, -СЕ, СӨ.
Әгәр тамыр һүҙҙә ҡалын һүҙынҡылар булһа, ҡалын ялғау : -сы, -со. Ә нәҙек һүҙынҡылар булһа, нәҙек ялғау –се, -сө ҡушыла. Мәҫәлән:
Һауын+сы, ҡош+со, бейеү+се, йыр+сы.
2. Нығытыу күнегеүҙәре: һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушырға.
баҡса йыр
эш китапхана
яҙыу бейеү
һатыу тәржемә
һунар төҙөү
хәбәр тәрбиә
Тикшереү:
баҡсасы йырсы
эшсе китапханасы
яҙыусы бейеүсе
һатыусы тәржемәсе
һунарсы төҙөүсе
хәбәрсе тәрбиәсе
Шулай уҡ рус теле аша беҙҙең телгә ингән һүҙҙәр бар:
Архитектор, пианист, агроном, артист, инженер, менеджер, шофер, музыкант, банкир, юрист, биолог, ботаник, географ, технолог, косметолог, археолог, аквалангист, геолог, астролог , метеоролог…….
3. Кросворд сисеү :
1 продавец 5 спрортсмен
2 строитель 6 писатель
3 повар 7 воспитатель
4 переводчик 8 певец
4. Ял минуты
Машиналар келтер-келтер,
Күгәрсендәр гөлдөр-гөлдөр,
Һәр тарафта эш-хәрәкәт,
Ерҙә, күктә бар бәрәкәт.
5. Ә һеҙ беләһегеҙме?
- Мәмерйәне өйрәнеүсе кеше кем тип атала? (спелеолог)

Ҡоштарҙы өйрәнеүсе белгес? (орнитолог)

Ер-һыу атамаларын өйрәнеүсе кешеләр кем ул? (топонимист)

6. Диалог. Уҡыусылар өлгө буйынса бер береһе менән диалог төҙөй.
…………., һин үҫкәс кем булаһың?
Мин үҫкәс……….булам. Күп итеп аҡса эшләйем.
Ә ……..һин үҫкәс кем булаһың?
Мин ……. булам. Матур өйҙәр төҙөйөм.
йәки
…………., һин үҫкәс кем булаһың?
Мин үҫкәс……….булам.
Ә ……..һин үҫкәс кем булаһың?
Мин ……. булам.
7. Буталған һүҙҙәрҙән дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙөү:
Машина, йөрәтә, шофер.
Итек, итексе, төҙәтә.
Уйнай, футболист, туп менән.
Фермала, эшләй, һауынсы.
III. Йомғаҡлау.
Шулай итеп, беҙ бөгөн һеҙҙең менән һөнәрҙәр һәм һөнәрҙе белдереүсе һүҙҙәр нисек яһалыуын үттек. Ә һәҙер баһалар өсөн тест эшләп алайыҡ:
1. Ер эштәре буйынса белгес:
а) агроном б) биолог в) географ
2. Мәмерйәне өйрәнеүсе белгес:
а) археолог б) топонимист в) спелеолог
3. Ҡоштар өйрәнеүсе белгес:
а) спелеолог б) орнитолог в) геолог
4. Йондоҙнәмә(гороскоп) төҙөүсе белгес:
а) косметолог б) астролог в) метеоролог
5. Бейек тауға менә торған спортсмен:
а) аквалангист б) альпинист в) егерь
6. Балаларҙы дауалаусы врач:
а) педиатр б) стоматолог в) окулист
VI. Баһалау.
1 а 0 – «5»
2 в 1-2 – «4»
3 б 3-5 – «3»
4 б 6 – «2»
5 б
6 а
V. Өйгә эш биреү.
1. Кроссворд төҙөргә.
2. Диалог төҙөргә.












Приложенные файлы


Добавить комментарий