Хозгк кз


“Һөҙгәк кәзә”

Маҡсат: шиғырҙы тыңлап аңларға өйрәтеү, телмәр байлығын арттырыу.
УЙЫН БАРЫШЫ
Кәґә һүрәтен иғтибарлы ҡарау.
-Кәзәнең мөгөҙҙәре, һаҡалы, ҡойроғо бар. Ул үлән менән туҡлана. Кәзәнең шаян, шуҡ бәрәстәре була. Улар һикерешеп, һөҙөшөп уйнарға яраталар.
Балалар кәзә һүрәтен иғтибарлап ҡарағандан һуң тәрбиәсе уйын тәҡдим итә.
Тәрбиәсе балалар ҡаршыһына баҫа. Сыңарсай һәм һуҡ бармаҡтарын тырпайтып һамаҡлай.
Уҫал кәзә елеп килә,
Һөҙгәк кәзә етеп килә.
Тояҡтары: тып-тып,
Күҙкәйҙәре мут-ут!
“Кемдәр бутҡа ашамай,
Кемдәр һөттәрен эсмәй,
Кемдәр көндөҙ йоҡламай,
Мин уларҙы һөҙәм!”-ти.
“Һөҙәм!”-ти.
Балалар ҡаса, тәрбиәсе уларҙы баҫтыра. Кем тотола, артабан шул кәзә ролен башҡара. Балалар күмәкләп һамаҡлай.
- Беҙҙең балалар кәзә бәрәстәре кеүек шаярышып уйнанылар. Бәрәстәрен ҡыҙғанып, кәзә кескәй балаларҙы һөҙөргә мөмкин. Шуға күрә кәзәгә яҡын барырға ярамай.


Приложенные файлы

  • docx hozgk_kz
    Размер файла: 15 kB Загрузок: 0

Добавить комментарий