Хугыш михнттрен кургн балалар


НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ
БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ
Һуғыш михнәттәрен күргән балалар…
(дәрес өлгөһө)
Башҡарҙы: Ғарипова Г.Р.,
башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Нефтекама, 2014
БАШКИРСКАЯ ГИМНАЗИЯ
ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД НЕФТЕКАМСК
Дети военных лет…
(разработка урока)
Выполнила: Гарипова Г.Р.,
учитель башкирского
языка и литературы.
Нефтекамск, 2014
Класс: 4
Предмет: башҡорт әҙәбиәте
Тема: Һуғыш михнәттәрен күргән балалар. ( М.Кәрим. “Беҙҙең өйҙөң йәме”. “Ҡайт инде, атай, ҡайт!” )
Маҡсат: М.Кәрим тормошо һәм ижады менән яҡыныраҡ таныштырыу; аңлы, йүгерек уҡыу күнекмәләрен үҫтереү; иғтибар, хәтер, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү; һүҙ байлыҡтарын арттырыу; уҡыусыларҙа илебеҙҙең тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: М.Кәримдең портреты, китаптары күргәҙмәһе.
Уҡытыусы эшмәкәрлеге Уҡыусы эшмәкәрлеге
Психологик комфорт булдырыу
Һаумыһығыҙ, балалар.Ниндәй матур көн бөгөн. Кәйефегеҙ нисек? (Слайдта “йылмайлиҡтар” менән танышыу) Ниндәй тойғолар тыуҙыра? Күршегеҙгә ҡарап йылмайығыҙ һәм эстән генә уға дәрестә уңыштар теләгеҙ. Дәрескә әҙерлекте баһалау.
Уңыш ситуацияһын ойоштороу
Өйгә эште тикшереү, уңышлы яҡтарҙы билдәләү, баһалау.
Артикуляцион гимнастика. Тизәйткестәр өҫтөндә эшләү Телмәрҙе дәрескә әҙерләү.
“Интеллектуаль ҡаршылыҡ” ситуацияһын тыуҙырыу.
Слайдта һеҙгә таныш булған шиғыр юлдары. Был шиғыр юлдарының авторы кем?
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.
Бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләргә. Анализлау, тулы яуаптар менән һөйләй белеү.
Дәрестең темаһын, планын күҙаллау.
Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү
М.Кәрим тураһында нимә беләһегеҙ? Ниндәй шиғырҙарын уҡынығыҙ? Уны ниндәй кеше итеп күрәһегеҙ? Һөйләгеҙ. (Слайдта М.Кәримдең биографияһы)
Төркөмдәрҙә мини-тикшереү эше. Бирем: уҡыясаҡ әҫәрҙең исеменә таянып уның йөкмәткеһен асыҡлағыҙ.
Ял минуты.
Әҫәр өҫтөндә эш.
Һүҙлек эше.
1-се бүлекте уҡытыусы уҡый. Балаларҙың уҡығанды аңлауҙарын тикшереү.
Уҡыусыларҙың тасуири уҡыуы. Һайланма уҡыу.
Һүҙ менән һүрәтләү.
Әҫәргә ниндәй һүрәт төшөрөр инегеҙ? Китапта бирелгән һүрәт менән танышыу, әҫәрҙең ҡайһы өлөшөнә тура килеүен асыҡлау. Һорауҙарға яуап биреү.
Автобиографик әҫәр төшөнсәһен асыҡлау.
Сәләмләйбеҙ һауаны,
Именлек булһын өсөн.
Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы,
Именлек булһын өсөн.
Төркөмдә аңлашылмаған10 һүҙҙе яҙып алырға. Эштәр менән алышыу, һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлау. Төркөмдә эшләү.
Һорауҙарға тулы яуап биреү, үҙҙәренең кисерештәрен менән бүлешеү.
Тулы яуап биреү.
Ғәмәли эштәр
Төркөмдәрҙә эш. 1-се төркөм. Ни өсөн автор әҫәргә шундай исем биргән?
2-се төркөм. Автор төп геройҙарҙы ниндәй һүҙҙәр менән анализлай?
3-сө төркөм. Һеҙҙеңсә, автор ниндәй фекер еткерергә уйлаған?
Эштәрҙе яҡлау.
Рефлексив анализ. Баһалау.
Бөгөн дәрестә беҙ нимә эшләй алдыҡ? Бөгөнгө осрашыу нимә менән иҫегеҙҙә ҡалыр?
Кем үҙе өсөн яңылыҡ асты?
Өй эше дифференциаль бирелә.
Йәмил исеменән атаһына хат яҙырға.
Өлкәндәрҙән һуғыш тураһында мәғлүмәт йыйыу.
Баһалау.
Тулы яуап биреү.
“Уңыш экран”ын тултырырыу.
Нимә белә инем Ниндәй яңылыҡтар белдем Үҙемде нисәгә баһаланым.

Приложенные файлы


Добавить комментарий