Мин бхетле тюган еремдинша2


Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районы муниципаль районының
Краснохолмский 2 – се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Реферат
“Мин бәхетле тыуған еремдә”.


Башҡарҙы: Баранова Айгөл,
VIII Б класы уҡыусыһы
Етәксеһе: Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы,
башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы


2015

Йәшәү бәхете – күңел сафлыҡта
Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ,хаҡлыҡта.
Йәшәү бәхете – илең, халҡың өсөн
Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта.
З. Биишева.
Бәхет…
Нимә һуң ул бәхет?
Һин үҙеңде бәхетле һанайһыңмы? Ни өсөн?
Ошо һорауҙарға һәр кем үҙенсә яуап бирергә тырыша. Бер һүҙ менән генә яуап ҡайтарыуы мөмкин түгел, әлбиттә. Һәр кеше бәхет һүҙен төрлөсә аңлай. Ҡайһы бер кеше һау-сәләмәт булыуҙы бәхет тип иҫәпләй. Кемдер күп аҡсалы булыуҙы һайлай. Минеңсә, донъялағы һәр кеше бәхетле булырға тейеш.
Эйе, мин үҙемде бик бәхетле кеше тип әйтер инем. Минең атайым һәм әсәйем бар. Туғандарым, яҡын дуҫтарым янымда. Гүзәл Башҡортостан илендә тыуғанмын, матур тәбиғәтле, эшсән, татыу халыҡлы йәмле ауылымда йәшәйем. Беҙҙең ауылыбыҙ бик матур, етеҙ Гәрәй йылғаһы буйында урынлашҡан. Төрлө милләт кешеләре татыу, бер ҙур ғаилә булып йәшәйҙәр. Һәр кешенең үҙенең яратҡан эше, шөғөлө бар. Матур йорттар, ҡараулы баҡсалар, төҙөклө юлдар, ҙур мәктәп, сағыулы балалар баҡсаһы - барыһы бар минең ауылымда. Ваҡытында бергәләп ял итергә лә, төрлө саралар үткәрергә лә өлгөрәбеҙ. Быйылғы Мәҙәниәт йылына арналған сараларҙа ауылыбыҙ халҡы мәктәбебеҙ уҡыусылары менән берлектә әүҙем ҡатнаштылар. Минең уйымса, һәр кешенең үҙенең ҡулында ниндәй тормошта йәшәргә, нисек үҙеңде бәхетле итергә.
Мин бәхетле! Минең яратып, ашҡынып барған яҡты, йылы, ҙур мәктәбем бар. Ул беҙҙең икенсе йортобоҙ тип әйтһәм дә яңылышмам. Яғымлы, яҡты йөҙлө уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе көн һайын ҡаршылайҙар. Ҙур тырышлыҡ менән беҙҙе мауыҡтырғыс белем донъяһына алып инәләр. Тоғро, яҡшы класташтарымды көн дә күреүемә шатланам. Бер ҙур ғаилә булып фән илендә сәйәхәт итәбеҙ. Ҙур өмөттәр менән, яҡты киләсәк тураһында хыялланып йәшәйбеҙ. Мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булырға теләйем. Бәләкәс кенә балаларҙан төрлө һөнәр кешеләрен, ысын кеше итеп тәрбиәләргә уйлайым. Тыуған илебеҙгә – Башҡортостанға һөйөү тойғоһо тәрбиәләргә, үҙ илен, телен ысын йөрәктән яратҡан шәхестәр үҫтерергә теләйем. Республикабыҙҙағы йәмле, тыныс тормош һәр ваҡыт һаҡланһын ине. Илебеҙ башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов бының өсөн бик күп көс һала. Мин ошо хыялдарым менән үҙемде бик бәхетле кеше тип иҫәпләйем.
Күп кәрәкме бәхет өсөн,
Бармы үлсәүҙәр, билдә?
Кемгә нисек – әйтеү ҡыйын,
Мин бәхетле был илдә.


Приложенные файлы


Добавить комментарий