Мин бкхетле тюган еремд


Мин бәхетле тыуған еремдә!
Иң ҡәҙерле, иң һөйөклө
Тыуып үҫкән ер бит ул.
Йөрәктәрҙә тамыр йәйгән
Шиңмәй торған гөл бит ул.
Ҡадир Даян
Алтын япраҡтар түшәлгән һуҡмаҡ буйлап атлайым... Һүрән генә йылытҡан ҡояш нурҙары аҫтында оҙағыраҡ булаһы, көҙ тынын күңел тулғансы һулап алаһы килә. Өйгә ҡайтырға ашыҡмайынса, бар донъяны ялмап алған сихри гүзәллек менән ләззәтләнеп атлайым да атлайым. Тәбиғәт менән күҙгә-күҙ ҡарашып, яңғыҙ ҡалыуҙан да ләззәтлерәк ни бар икән һуң донъяла?! Тыңлай белһәң, тынлыҡ та йырлай, тиҙәр. Үҙе бер мөғжизә бит ул. Бына ауылыбыҙҙың эргәһендәге бейек тау башына менеп еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Еттем дә - хайран ҡалдым: ниндәй иҫ киткес күренеш асыла был ерҙән! Бөтә тәнем земберләп китә, һәм мин аңлайым: “Мин бәхетле тыуған еремдә – тыуған ауылым Эткөсөктә!”
Ана, ауылымдың уң яғынан зәңгәр таҫмалай Нөгөш йылғаһы аға. Ул беҙҙең ауыл эргәһендә уйһыу туғайлыҡтарҙан йәйрәп аға. Был тирәнән тиҙ киткеһе килмәгәндәй, боролоп-боролоп аға. Һыуҙары ятыуҙарҙа тын ята, ситтәрендә ҡамыштар, томбойоҡтар күренгеләй.
Тирә-яҡты һоҡланып байҡайым. Көҙ миҙгеле һәр нәмәгә мул, ә төҫтәргә, биҙәктәргә айырыуса бай була. Ҡайын, йүкә, сағандар, наҙлы ҡыҙҙарҙай, алтын күлдәктәрен кейгән. Миләш иһә емештәрен генә түгел, япраҡтарын да ҡыҙартҡан. Ҡарайһың – ҡарап туя алмайһың, һулайһың – һулап туя алмайһың.
Ана, минең урамым, ана тыуған йортом – минең тәү аяҡ баҫҡан, тәү тапҡыр “Әсәй!” тип үҙ туған телемдә өндәшкән өйөм.
Шул саҡ бөтә тирә-яҡты яңғыратып минең ҡысҡырғым килде: “Мин бәхетлемен! Минең атҡан һәр таңым ал, тыуған һәр көнөм яҡты, үткән һәр мәлем яңы, ҡабатланмаҫ үҙ еремдә.
Мин бәхетлемен! Минең янымда иң яҡын һәм иң ҡәҙерле кешеләр бар: туғандарым, дуҫтарым, ауылдаштарым.
Мин бәхетлемен! Минең төйәгем халҡы менән дә матур. Яҡташтарым тырышып эшләйҙәр, донъяла матур, файҙалы итеп йәшәргә тырышалар. Ә иң ҡыуандырғаны бына нимә: бай тарихлы башҡорт шиғриәтенең бөгөнгө географик картаһында Нөгөш буйҙары ауылдары яҡты йондоҙ булып балҡый. Был ауылдарҙа бит ана шул йондоҙҙо ҡабыҙған, башҡорт шиғриәтенең һәм иленең дан-шөһрәтен тирә-йүнгә танытҡан, тыуған халҡының бәҫен йәнә бер баҫҡысҡа күтәргән Ғәлим Дәүләди, Фәнил Күзбәков, Ғәли Ильясов, Мәрйәм Күсмәева, Сәлмән Яҡупов кеүек талантлы шағирҙар тыуып үҫкән. Тап ошонда улар киләсәктә ҡабыҙасаҡ Нөгөш яҡтары йондоҙоноң тәүге сатҡыларына йән өргән. Мин бының менән сикһеҙ ғорурланам.
Мин бәхетлемен! Сөнки мине бәхетле иткән тыуған ерем бар, ғорурланыр халҡым, әсәм һөтө менән ҡаныма һеңгән, донъяны танытҡан, белем биргән туған телем бар! Мин халҡымдың ғорурланырлыҡ тарихын, бай, моңло, балдай татлы телен бөтә кешеләргә еткерә алам.
Мин бәхетлемен!...
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
МӘЛӘҮЕЗ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН ХАКИМИӘТЕ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ
НӨГӨШ АУЫЛЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ
МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
00Мин бәхетле тыуған еремдә!
Мин бәхетле тыуған еремдә!
Республика көнөнә һәм Мәҙәниәт йылына арналған “Республикама дан йырлайым” иншалар конкурсна ижади эш - инша
Башҡарыусы: Мәләүез районы
Нөгөш урта мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы
Иҫәнғолова Регина
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ибраһимова Розалия Рәис ҡыҙы
Мәләүез – 2014

Приложенные файлы


Добавить комментарий