Мин укытюсы


ЭссеМин– уҡытыусы!
Уҡытыусы!Ниндәй матур исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй!
Ысынлап та, халҡыбыҙҙың сәсән телле бөйөк улы, халыҡ шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың был шиғыр юлдары менән килешмәү мөмкин түгел. Заман ни тиклем генә алға бармаһын, ниндәй генә алдынғы технологиялар уйлап табылмаһын, белем алыуҙың ниндәй генә киң даирәләре булмаһын, уҡытыусы иң изге, иң кәрәкле һөнәр булып ҡала. Ҙур тормош юлына илтеүсе, тәүге белем баҫҡыстарына баҫтырыусы, серҙәренә мәңге төшөнөп бөтә алмаҫлыҡ матур ҙа, ауыр ҙа донъяны танытыусы бөйөк зат бит ул уҡытыусы! Мәктәптә йыш ҡына ата-әсәләр, уҡыусылыр, уҡытыусылар тарафынан "Мәктәп – беҙҙең икенсе өйөбөҙ” тигән һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Тимәк, өйҙә донъяляғы иң ҡәҙерле кеше, беҙгә яҡты донъяны бүләк итеүсе әсәй булһа, шул яҡты донъяның серҙәрен асыусы, тәрбиә биреүсе, икенсе әсәй – уҡытыусы.
Уҡытыусы булыуым минең өсөн бәхеттә, шулуҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ та. Эйе, яуаплылыҡ,балаларыбыҙ – илебеҙ киләсәге, ә киләсәк бөгөндән башлана. Йәғни, бөгөн беҙ балаларға ниндәй белем, тәрбиә бирәбеҙ, киләсәгебеҙ ҙә шундай буласаҡ.
Көндә иртән мин Тыуған илемдең киләсәге менән осрашам, уның бөгөнгө шатлыҡтары, хәсрәттәре менән уртаҡлашам. Уҡыусыларыма барыһын да өйрәтергә тырышам, ә уларҙың тырышып-тырмашып уҡыуҙары, яңы теманы аңлатҡанда ҡыҙыҡһынып тыңлауҙарын, дәрестән тыш сараларҙа ихлас ҡатнашыуҙарын, шиғырҙарын тыңлап, йырҙарын ишетеп, бейеүҙәрен ҡарап, ижади эштәрен ҡабул итеү минең өсөн сикһеҙ ҡыуаныс.
Уҡытыусы ғүмер буйы уйлана, эҙләнә, камиллаша. Ул уҡыусыны үҙ аллы тормошҡа әҙерләй. Уҡытыусыһы балаларҙы дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәтеү менән бергә уларҙа әҙәп-әхлаҡ, халҡыбыҙҙың рухи һәм матди байлығына ихтирам тәрбиәләргә тейеш. Был сифаттарға эйә булған кеше үҙ халҡының лайыҡлы вәкиле итеп тойоуо, уның алдында яуаплылыҡ тойғоһо йөрөтөүө, ерен, телен һаҡларҙай, яҡларҙай булыуы менән айырылып тора. Шулай уҡ бөгөнгө көндөң афәттәре – моңһоҙлоҡ, вайымһыҙлыҡтан баланы йолоп алыу бурысы ла тора киләсәк тәрбиәсеһе алдында. Әшәкелек, көнләшеү, һәр нәмәгә ризаһыҙлыҡ, нәфсе, аҙғынлыҡ кеүек насар сифаттарҙан ҡурсалаусы ла уҡытыусы, сөнки улар – бөтә күңелһеҙлектәрҙең, рухи зәғифлектең юл башы. Ә беҙҙең бурысыбыҙ – ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, илебеҙҙең киләсәгенә еткереү, халҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тәрбиәләү. Илебеҙ киләсәге балалар, ә уларҙың белеме, тәрбиәһе беҙҙең ҡулда. Беҙ уҡыусыларыбыҙ күңеленә киләсәк орлоҡтары һалабыҙ, улар булдырған киләсәктә үҙҙәре генә түгел, беҙ ҙә йәшәйәсәкбеҙ. Шуға күрә лә уҡытыусы тарафынан уҡыусы күңеленә һалынған орлоҡ ышаныслы, тос булһын, тормош ҡырауҙарына, әсе ел-дауылдарына бирешмәһен, киләсәктә гөрләп сәскә атһын һәм мул емештәре менән Тыуған илемде, халҡымды ҡыуандырһын!

Приложенные файлы

  • docx min_ukytyusy
    Размер файла: 16 kB Загрузок: 0

Добавить комментарий