Минен педагогик флсфм


Мин - уҡытыусы
...Күҙлек кейгән бәләкәй генә ҡыҙыҡай үҙенең эргәһенә кесерәк туғандарын йыйып алған да, ҡағыҙҙарға күмелеп, эшлекле ҡиәфәттә нимәлер яҙа, дәфтәрҙәрен тотоп тегеләй ҙә былай үтә, уларҙы икенсе “эшлекле кеше”гә тапшыра, башҡалар ҙа баш күтәрмәй яҙыу-һыҙыу менән булаша.. “Үҫкәс, ҡағыҙҙар ғына яҙып ултырһаңсы...”, - тип хыялға ла бирелеп ала ул.
Мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡас, был хыял онотола төшкәндәй була. Ҡәҙимге уҡыу, класташтарың менән шаярыу, фольклор түңәрәгендә шөғөлләнеү...
Уҡыуҙы бөткәс, ҡайҙа барырға? Кем булырға? Күптәрҙе борсоған был һорау мине артыҡ яфаламаны ла шикелле. Хәҙерге балаларға ҡарайым да, шул саҡта үҙемде “бер ниндәй маҡсатһыҙ йәшәгәнмен”, тип ҡуям.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы дәрестәрен ярата инем мин мәктәптә. Әҫәрҙәр өйрәнеп, улар буйынса һөйләшеүҙәр үткәреү, яҙыусыларҙың юбилярҙары айҡанлы кисәләр үткәреп, әҫәрҙәрҙән өҙөктәр сәхнәләштереү, башҡорт ихтилалдарында ҡатнашҡан баш бирмәҫ батырҙар тураһында мәғлүмәт алыу... Күңелемдә халҡым теленә, әҙәбиәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу, һөйөү, патриотлыҡ төшөнсәләре һеңдергән уҡытыусыларым ниндәй ҙур эш башҡарған! Әле килеп шулай уйлайым мин.
Мәктәптә уҡығанда өс йыл рәттән (9 – 11 кластарҙа) башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаһында еңеп, республика олимпиадаһында ҡатнашырға тура килде миңә. Тәүге йылда 2-се урын, ә 11-се класта 3-cө урын алып ҡыуандым. Призлы урын алған сығарылыш уҡыусыларына ҡабул итеү имтихандарының берәүһенә автомат рәүештә “5»-ле ҡуйыла ине. Шулай итеп, уйламай-йонсомай ғына, документтарымды БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына тапшырып, ҡалған имтихандарҙы уңышлы тапшырып, талибә булып киттем.
Һуңынан, мәктәпкә эшкә урынлашҡас, бар маҡсат – уҡыусыларға дәрес биреү, һөйләү телмәрен үҫтереү, башҡорт теленең грамматикаһын өйрәтеү, әҙәбиә әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе менән таныштырыу һәм башҡа шуға оҡшаш төшөнсәләр булды. Бына ҡайҙа иҫкә төштө минең хыялым! Ул ваҡытта мин үҙемде уҡытыусы тип түгел, бәлки секретарь, бухгалтер вазифаһында күрә инем. “Эх, ҡағыҙҙар ғына яҙып ултырһаңсы...!” Теләктәрем Алланың “амин” тигән ваҡытына тура килгәндер. Көн һайын төн урталарына тиклем дәрес планы яҙып ултырам да, “иҫәр мин” тип ҡуя инем бала сағымдағы хыялымды иҫләп.
Йөрөгән таш шымара, тигәндәй,йәшәй-йәшәй тәжрибә туплайһың икән. Тормошҡа ҡараштар ҙа үҙгәрә башлай, маҡсаттар ҙа аныҡлана төшә...
Телебеҙ йәшәү дәүерендә ниндәй генә һынауҙар үтмәгән?!
Быуаттарҙан-быуаттарға ғәзиз ерен һаҡлап көрәшкән азаматтарыбыҙ ниндәй генә язалауға дусар ителмәгән?! 1890 йылда яҙыусы Глеб Успенский, башҡорттарҙың аяныслы хәлен күреп: «Пропадет башкир! Пропадет! Беспременно пропадет этот самый башкир!» – тип яҙған. Аҫылһа ла, киҫелһә лә, ҡоллоҡҡа һатылып ебәрелһә лә, - ниндәй генә ауыр шарттарҙа ла үҙ илен, халҡын һаҡлап ҡалған. Халҡың бар икән – телең дә бар. Бына ниндәй ҡиммәтле аманатты һаҡларға кәрәк беҙгә!
Милләтебеҙ бар, ә башҡортлоҡ сифаттары юғала бара халҡыбыҙҙа. Моңдан яҙған , рухһыҙ балалар күбәйгән кеүек. Хатта ауылдарҙа, башҡорт мәктәптәрендә белем алыусы балаларҙың урыҫса фекерләүе, һөйләмдәрҙе урыҫ ҡалыбында төҙөүе, сит һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыуы йыш күҙәтелә. Мәрхүм ағайымдың (атайымдың бер туған ҡустыһының) ейәндәре урыҫса һөйләшә! Бына ҡайҙа ҡурҡыныс!
Тимәк, мин үҙемдең уҡытыусылыҡ эшемдә балаларҙың күңеленә осҡон һалырға тейешмен. Халҡыбыҙҙың тарихына таянып. Юҡ, шанлы тарихыбыҙ менән маһайып түгел, ә шул тарихтан, үткәндәрҙән фәһем алып,үткәндәрҙе бөгөнгөгә хеҙмәт иттереп. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары тураһында өҫтәмә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табып, матбуғат биттәрендәге хәҙерге рухлы йәштәр тураһында хәбәрҙар булып, ғөмүмән, башҡорт баҫмалары менән уҡыусылар араһында бәйләнеш урынлаштырып, бай, моңло, аһәңле башҡорт теленең уҡыусылар өсөн ят һүҙҙәре менән һүҙлек эше ойоштороп, мәктәп эсендә юбиляр-ижадсыларҙың ижады менән таныштырыр өсөн кисәләр үткәреп, дәрестәрҙә халҡыбыҙҙың йырҙарын ҡулланып.
Бөйөк рус ғалимы Д.И.Менделеев:”Үҙ фәнендә көслө булған, уны тәрән аңлаған, ысын күңелдән яратҡан уҡытыусы ғына үҙ уҡыусыларына тәьҫир итә ала”, - тигән. Уҡыусыларыбыҙ дәрескә теләп килһен өсөн, уларҙа ҡәнәғәтләнеү, һоҡланыу тойғолары уятҡан дәрестәр үткәреү ҙә бик мөһим. Балаларҙы ихлас һөйөү, уларға ҡарата яғымлы мөнәсәбәт, йылы ҡараш, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс дәрестәр ҙә телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Тимәк, иң тәү сиратта мин заман менән бергә атларға, белем биреүҙә яңы технологиялар үҙләштерергә, уларҙы урынлы ҡулланырға тейешмен.
Балалар күңеленә һалған орлоҡ, һис шикһеҙ, шытып сығасаҡ. Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле лә. Яҙыусы, педагог Мәрйәм Бураҡаева яҙғанса, “АРҒЫМАҠтың ялынан эләктереп атланырбыҙ”. Йәғни, балалар - ә улар халҡыбыҙ киләсәге - АРҒЫМАҠЛЫ - Аңлы, Рухлы, Ғәмле, Ырыҫлы, Моңло, Аҡыллы, Ҡотло булһын өсөн тырышырға кәрәк. Бына шундай икеләтә яуаплылыҡ тоям мин иңдәремдә .
Асҡарова Гөлнар Мирсаяфовна,
Йөйәк урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Приложенные файлы


Добавить комментарий