Работа алсу о


Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығыУчалы районы муниципиаль районының 1-се лицейы Бөйөк  Еңеүгә  70  йыл тулыуға арналған
ғилми – тикшеренеү конференцияһы.
Ғилми - тикшеренеү эшенең темаһы:
Олатайым менән ғорурланам…
Эште үтәне:
7 г класс уҡыусыһы
Ғүмәрова Алһыу

Тикшерҙе:
башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Фәтҡуллина Ә.М.
Учалы – 2015 йыл
Йөкмәтке
I. Инеш ………………..2
II.Төп өлөш…………..3 - 4
III.Йомғаҡлау…………5
IV.Ҡулланылған әҙәбиәт.6
V. Ҡушымта……………7
Маҡсат:

Олатайымдың биографияһын өйрәнеү.
Бурыстар:
1.Ғаилә архивын өйрәнеү.
2.Туғандарҙан биографик факттарҙы белергә.
3. Үҙемдең эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләргә.

Тикшеренеү эшенең темаһы:
Олатайымдың Германияны еңеүгә индергән ( өлөшө, батырлығы)
Тикшеренеү эшенең методы:
Ғилми – эҙләнеү.
Тикшеренеү.
I. Инеш
Кешелек тарихында булған иң яуыз һуғыштарҙың береһе – ул Бөйөк Ватан һуғышы. Уның тамамланыуынына быйыл 70 йыл була.Күп вакыт кеүек.Тик был һуғыштың күрһәткән яуызлығы,күҙ йәштәре,етем балалар һәм ҡатындар һыҡтауы,түгелгән ҡан уны оноттормай.Һуғыш тураһындағы материалдарҙы уҡығанда ла иҫ китәрлек.Һәр бер һан артында күпме ҡайғы.Бына улар:32 мең шартлатылған завод һәм фабрикалар, 65 мең километр тимер юлы,40 миллион совет халҡы,1725 мең юҡҡа сығарылған ҡасаба һәм ҡалалар,70 меңдән артыҡ ауылдар.Бына нимә ул был һуғыш - 1418 көн.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт халҡы үҙен күп милләтле Тыуған илебеҙҙең ышаныслы терәге, еңеүҙең мөһим арсеналдарының береһе булараҡ күрһәтә.Һуғыштың тәүге көндәрендә ук республикала заводтарҙы һәм фабрикаларҙы фронт өсөн продукция етештереүгә күсереү буйынса ҙур эш башлана.Белорет металлургтары танк,артиллерия һәм авиация юғары сифатлы маркаларын сығарыуҙы үҙләштерә.Өфө,Ишембай нефть әшкәртеү заводтары яғыулыҡ-майлау материалдарының яңы төрҙәрен,бензиндың юғары сорттарын бирә башлай. Өфө паровоздар ремонтлау заводында бронепоезд ҡорамалдары йүнәлтелә.Өфө, Ишембай тегенселәре гимнастеркалар,шинелдәр,салбарҙар тегеүҙе ойоштора. Башҡорт халҡының борондан килгән хәрби традициялары бар.
Ваҡыт ағышы мәңгелек хәрәкәттә. Май беҙгә көләс ҡояшы, йылы елдәре, наҙлы яҙ һулышы менән генә ҡәҙерле түгел. Был көндө беҙгә ата-бабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, еребеҙгә йәшәүҙең үҙен ҡайтарҙы. Кешелек тарихындағы ҡанҡойғос ҡәһәрле һуғыш 9 май көндө Совет иленең еңеүе менән тамамланды.
Бөйөк Ватан һуғышы көндәре йылдар үткән һайын беҙҙән алыҫлаша. Ләкин халҡыбыҙҙың фашизм менән тиңһеҙ көрәштәге батырлыҡтары көндән-көн яҡтыраҡ сағыла.
Йәмле май айы тәбиғәткә йәшеллек, күңелдәргә наҙ бүләк итеүе менән айырыуса яҡын. Шулай ҙа майҙың иң оло байрамдарының береһе — Еңеү көнө барыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерлеһе. Илебеҙҙә һуғыштың әсе еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡтыр, шунлыҡтан хәтер һәм ғорурлыҡ көнөнә әүерелгән был датаны олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, ил халҡы менән бергә яҡташтарыбыҙ ҙа алғы һыҙыҡҡа ашыҡты. Башҡортостан фронтты ҡорал, яғыулыҡ һәм аҙыҡ-түлек менән өҙлөкһөҙ тәьмин итте.
-2-
II. Төп өлөш
Йортона һуғыш еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр ул. Мин үҙемдең олатайым, әсәйемдең атаһы, Ғәбитов Ғабиҙулла Садиҡ улы тураһында һөйләргә теләйем. Ул 1921 йылдың 15 майында Иҫке Байрамғол ауылында тыуған.Бәләкәй саҡтан эшкә тырыш, зирәк була. Шуға күрә лә, йыл һайын ауыл көтөүсеһенә ярҙамсы булып эшкә сыға. Иртә таңдан алып кискә тиклем йүгереү төрлө һауа торошонда ҡырҙа йөрөү олатайымды ныҡ сыныҡтыра.
Һәм ҙур булмаған Әүеш күлен бер осонан икенсе осона, буйына дуҫтары менән йөҙөргә оҫтарып китәләр. Олатайымдың бер туған ҡустыһы Рәжәп бабай малайҙарҙың әйберҙәрен бер күл ситенән икенсе ярға ташып йөрөр булған.
1941 йылдың мартында ветеринарҙың ярҙамсыһы булып эшләп йөрөгәндә, уның ҡулына повестка тотторалар.
28 март Шәрип, Иҫке Байрамғол ауылынан 3 егет армияға китә. Олатайымды икенсе эшелон менән Көнбайышҡа Белоруссияға ебәрәләр.Брест крепосының 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан Кортуза- Берёза ҡалаһына эләгеп армия сафын башлай. Төрлө тренировкаларҙы олатайым өлгөлө үтә.
22 июнь « подъём» 2 сәғәткә һуңыраҡ була. Физкультуранан һуң һалдаттар казармаға ҡайтып һәр береһе үҙ эше менән булған ваҡытта :
- Тревога!!! К оружиям!!!- тигән команда яңғырай. Бөтә һалдаттар казарманан сығыуға баш осонан ғына самолёттар осоп китәләр.Шунда ғына һуғыш башланғанын бөтәһе лә аңлай. Олатайымдың часы Комбриг ҡалаһының янында оборонаға эләгә. Бик күп самолёттар. Эвакуацияға әҙерләнеп йөрөгән ҡоралһыҙ халыҡ өҫтөнә бомбалар ташлайҙар.Был ҡала эсендә, тирә-яҡта илаш, ыҙғыш башлана. Ә ил һаҡсылары самолёттарға ҡаршы ут асалар һәм бер самолётты атып төшөрәләр.
Һалдаттарға: “Отступать!”- командаһы яңғырай һәм Ҡыҙыл армия артҡа сигенә башлай.
Сигенгән ваҡытта күп һалдаттар аяҡтары ауыртыуға түҙә алмай ятып ҡалалар.
Олатайым бәләкәй саҡтан көтөү көтөп ,физик ауырлыҡтарға өйрәнгәс, ауыр йөк күтәреп йүгереү был ауыр хәлдән ҡотҡара.
Сос егет командирҙың күҙенә шунда уҡ ташлана һәм :”Габитов туда, Габитов сюда…”, тип төрлө ергә разведкаға ебәреп, кәрәкле мәғлүмәттәр алып килергә ҡуша. Шулай итеп, разведканың береһендә төндә бер өйҙөң тәҙрәһен шаҡып, рус әбейе йәшәгәнен белә. Әбейҙең улдары ла, ире лә һуғышҡа киткән була. Ул олатайымды үҙ улындай күреп, картуф, икмәк менән һыйлай һәм өҫтәп үҙе менән аҙыҡ та биреп ебәрә. Аҙыҡ – түлек менән килгән олатайыма һалдаттарҙың ҡыуанысы сикһеҙ була.
Олатайымдарҙың 16-сы армия 524-се уҡсылар полкы 1941 йылдың 1 октябрендә ҡамауға эләгә. Юхнов ҡалаһы янында ҡамауҙан сығалар.
Уратып алған дошманды йырып сығыу еңелдән булмай.Шулай бер йылғаны сыҡҡан ваҡытта , олатайым икенсе ярға йөҙөп сығып, кәмә табып килтерә һәм яралы
командирҙы үлемдән ҡотҡара. Был батырлығы өсөн “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән
бүләкләнә. ( Командирҙың фамилияһын иҫләмәйбеҙ) . 1968 йылдың 12 июнендә
Учалы районының военком полковнигы Соков был һуңлаған бүләкте тапшыра.
Һуңынан олатайым 1206 –сы уҡсылар полкында автоматсы булып китә. Ржев ҡалаһының янында ҡаты һуғыш була. 6 тапҡыр атаканы кире ҡағып, дошманды үткәрмәй, бөтә ротанан 18 генә кеше иҫән ҡала.
-3-
1942 йылда 362-се Омск гвардия дивизия составында хеҙмәт итә. Олатайымдың
Эргәһендә мина шартлап, ул контузия ала, яралана. 6 ай госпиталдә ятҡандан һуң , 6 айға ауылға ҡайтарыла. Ә ауылда : аслыҡ, хәйерселек, яланғаслыҡ. Балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡалып:”Бөтә фронт өсөн!”- тигән лозунг менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр.
Олатайымдың һөйләүе буйынса: ”Бөтә ҡыйынлыҡ һуғыш ваҡытында тылда ҡалғандарға төшә. Һуғышҡа киткәндәрҙе алмаштарып, улар бөтә эште үҙ иңдә-
нә ала. “Шинелһеҙ” һалдаттар ҡыйынлыҡтарҙы ,ҡайғы-хәсрәттәрҙе еңеп, арымай-талмай эшләй, аҙыҡ-түлек һәм ҡорал етештерә, иген үҫтерә, яраланып ҡайтҡан һалдаттарҙы дауалай, тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра.
Һуңынан олатайым 54-се армияға эләгеп Ленинград блокадаһында дошмандарға ҡаршы һуғыша башлай. Бында фашистар төрлө юлдар менән герой-ҡаланы алырға
теләйҙәр. Ленинград 900 көн һәм төн оборанала тора. Берҙән-бер Ладога күлен, “Йәшәү юлын”, фашистар үҙ ҡулдарына алырға теләйҙәр. Бында күрһәткән Ҡыҙыл Армияның батырлыҡтары сикһеҙ.
( Олатайым һуғыш бөткәс, Ленинград блокадаһында өйрәнеп алған йырҙарҙы көйләп йөрөр булған). Бында ла ҡаты яраланып ,Ладога күле аша сығарып, госпитал-гә һалып ҡуялар. Госпиталдән төҙәлеп сыҡҡандан һуң ,үҙенең полкына ебәрелә.
Бер көндө олатайымдарға немец генералын “тел” итеп алырға тигән бойороҡ бирелә. Ҡыш көнө, тейешле әйберҙәрен кейеп, разведчиктар ҡарға күмелеп, фашистар ниндәйҙер мәжлес ойошторған өйҙө күҙәтә башлайҙар… Бына …дошман генералы ла күренде…Урамға сыҡты… Ил һаҡсылары немецты бер мөйөшкә ҡамап, аяҡ-ҡулдарын бәйләргә теләйҙәр, ләкин дошман ныҡ көслө булып сыға, ауыр итектәре менән тибешә, ҡаршылыҡ күрһәтә. Бер ниндәй өн сығартмай үҙ частаренә алып ҡайталар. Был батырлыҡтары өсөн һалдаттар “ Бөйөк Ватан Һуғышының II дәрәжәле” ордены менән бүләкләнәләр.
Выборг ҡалаһын азат иткәндән һуң, олатайымды Алыҫ Көнсығышҡа “ Хәрби округ батальонына “ хеҙмәт итергә ебәрәләр. Бында Херосима, Нагасакиға атом бомбаһы төшөргәндәре тураһында мәғлүмәттәр билдәле була. Олатайым ейәндәренә гел шуны һөйләр булған.
1946 йыл 17 июнь 9-сы бригада 67759 часынан өйгә ҡайтарыла.( хәрби танытмаһы-ның № 959727).
Ауылға ҡайтҡас, Стәрлетамаҡта ветеринарлыҡҡа уҡып сыға.
Ауыл советы депутаты итеп 17 тапҡыр һайлана.
Хеҙмәт һәм һуғыш ветераны Ғәбитов Ғабиҙулла Садиҡ улы Сталинград, Ржев ҡаларында күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ” һәм 1985 йылда “Бөйөк
Ватан һуғышы” ордендары менән наградлана. Миҙалдары бик күп ине. Бөгөнгө көнгә күптәре юғалып та бөткән.
Хәҙерге көндә һуғыш ветерандарының һаны кәмегәндән-кәмей. Олатайым да 1995 йылдың 5 мартында был донъянан китә.
Ғәбитов Ғабиҙулла Садиҡ улы беҙҙең күңелебеҙҙә мәңге һаҡланыр!
-4-
III. Йомғаҡлау.
9 май- Еңеү көнө. Был дата бөйөк батырлыҡ һәм ватансылыҡ, ҙур ҡайғы һәм һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу, бөтә донъяны ҡанлы фашизмдан ҡотҡарған яугирҙа-быҙ батырлыҡтары өсөн оло шатлыҡ, ғорурлыҡ символына әүерелгән. Беҙ ҙә йыл һа-йын олатайымдың костюмын түргә элеп ҡуябыҙ.
Ҡот осҡос һуғыш 1418 көн дауам итә. Башҡортостандан 704448 кеше һуғышҡа кит-
кән. Тыуған ил азатлығы өсөн республиканан бөтәһе 297979 яугир башын һалған.
9 май – илебеҙҙең һәр гражданы өсөн күптән инде изге байрамға әйләнде. Еңеү көнөн лайыҡлы билдәләү – барыбыҙҙың да мөҡәддәс бурысы, сөнки беҙҙә һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ғына түгел, ә уларҙың балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренең күңелдәренә лә тәрән инеп ултырған. Шуға күрә лә республикабыҙҙа Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек бик ҡыҙыу барҙы.

Еңеү көнө!
Ветерандар атлай,
                                      Баһадирҙар, иҫән ҡалғандар.
                                      Сал сәслеләр, аҡ күңелле ҡарттар,
                                      Ә бит күпме ҡайтмай ҡалғандар.
 
               Онотоу юҡ һуғыш ҡорбандарын!
                                      Йәшәй улар йөрәк түрендә.
                                      Тәрән хистәр беҙҙең күңелдәргә
                                      Үрмә гөлдәр булып үрелгән.
1
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.Ғаилә архивынан алынған мәғлүмәттәр.
2. Олатайымдың шәхси документтары һәм фотоһүрәттәре.
3. Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһы.


-6-

Приложенные файлы

  • docx rabota_alsu_o
    Размер файла: 833 kB Загрузок: 0

Добавить комментарий