Ҡарабаев М.И.
БАШҠОРТ ҺӘМ ТӨРӨК ТЕЛДӘРЕНДӘ ИДИОМАЛАР
Фразеологик берәмектәр – мәғәнәләре уның составындағы һүҙҙәрҙең мәғәнәләре менән бәйләнешһеҙ хис-тойғо биҙәкле һүҙбәйләнештәр, бындай фразеологик берәмектәрҙең тура мәғәнәле иштәре булмай. Улар бер нисә һүҙҙән торған, лексик яҡтан өлөштәргә (айырым һүҙҙәргә) бүленмәгән һәм семантик яҡтан бөтөнлөк тәшкил итеп, бер генә мәғәнә аңлатҡан һүҙ ҡушылмалары: әйтемдәр, тапҡыр һүҙҙәр, сит телдәрҙән калька менән алынған әйтемдәр, дөйөм кешелек, характерындағы төрлө әйтемдәр, иҫке китаптар теленән ингән әйтемдәр, яҙыусылар тарафынан ижад ителгән афоризмдар йәки ҡанатлы һүҙҙәр,төрлө телдәрҙән алынған һүҙ ҡушылмалары – бөтәһе лә фразеологик ҡатламын тәшкил итә, сөнки улар шул телдең организмына айырылғыһыҙ ҡушылып үҫкән һәм шул телдең лексик материалы, грамматик ҡалыптары менән яһалған.
Төрөк һәм башҡорт телдәре фразеологизмдарына килгәндә, улар араһында күп кенә оҡшашлыҡтарҙы күрергә мөмкин. Мәҫәлән;
Ике телдәге ябай фразеологик ҡушылмаларҙы тикшергәндә, башҡорт һәм төрөк телендә лә ябай был ҡушылмалар семантик яҡтан күпселектә тура мәғәнәлә ҡулланыла һәм телмәрҙә экспрессив мәғәнә биреүсе сара хеҙмәтен үтәмәй. Хатта уларҙың ҡайһы берҙәрен айырым һүҙҙәр һәм формалар менән алмаштырыу мөмкин. Был ябай фразеологик ҡушылмалар башҡорт һәм төрөк яҙма һәм йәнле телмәрендә бик таралған һәм хәҙерге көндә бик актив ҡулланыла. Уларҙың араһында дини китаптар аша килеп ингән һәм иҫкергән фразеологик ҡушылмалар ҙа осрай. Мәҫәлән, башҡорт телендәге “һуҡыр күҙ” мәғәнәһе төрөк телендә түбәндәге фразеологизмдар аша белдерелә:
Göze girmek
Kulaga girmek, burna girmek
Süt dökmüş kedi gibi
Шулай уҡ башҡорт телендәге ҡыҙыл ҡар яуғас фразеологик берәмеге төрөк телендә лә осрай: kırmızı kar yağdığında.
Нығынған һүҙбәйләнештәр төрөк һәм башҡорт телдәрендә мәғәнәһе менән айырым һүҙгә оҡшап тора, уларҙың күбеһенең мәғәнәһен бер һүҙ менән дә биреп була. Башҡорт һәм төрөк телдәрендә фразеологик һүҙбәйләнеш эсенә ингән һүҙҙәр үҙ-ара ғәҙәттәге һүҙбәйләнештәр ҡалыбы менән яһала. Тимәк, беҙ ҡараған ике телдәге фразеологик берәмектәр мәғәнәһе яғынан һүҙгә, формаһы яғынан һүҙбәйләнешкә оҡшаған. Шулай уҡ уларҙа мәҡәлдәрҙең үҙ-ара оҡшаш яҡтары, уртаҡ үҙенсәлектәре бар. Улар барыһы ла составы яғынан тотороҡло була, телмәргә әҙер көйө, ойош берәмек рәүешендә алына. Фразеологик берәмектәр ҙә, мәҡәлдәр ҙә башлыса күсмә мәғәнәлә ҡулланыла һәм күпмелер дәрәжәлә образлы була. Ләкин мәҡәлдәр менән фразеологик берәмектәр бер-береһенән ныҡ айырыла, шул арҡала уларҙы бер рәткә ҡуйып булмай.
Башҡорт һәм төрөк телдәрендә әйтемдәр фразеологик берәмектәрҙән ҡатмарлы уй-фекерҙе белдереүҙәре менән айырылып тора.. Ике телдә лә ҡулланылған семантик йөкмәткеләре буйынса оҡшаш мәҡәлдәрҙе һәм әйтемдәрҙе ҡарап үтәйек:
Ялтырап ятҡан әйбер һәр ваҡыт алтын булмаҫ – Parlayan herey altın deyildir;
Насар хәбәр тиҙ арала тарала – Kötü haber tez yayılır;
Иҫәрҙәр һәр саҡ дөрөҫөн әйтәләр – Bir çocuktan bir deliden al haberi;
Бүләк ителгән аттың тешенә ҡарамайҙар – Belek atin diline bakılmaz;
Бөгөн эшләгән эшеңде иртәгелеккә ҡалдырма – Bugünün işini yarına bırakma.
Был миҫалдарҙан күренеүенсә, мәҡәлдәр ысынбарлыҡ күренештәрен атау һәм кәүҙәләндереү функцияһын башҡара. Мәҡәлдәрҙә атама биреү функцияһын түгел, ә тормош-көнкүреш, ысынбарлыҡ хаҡында фекер йөрөтөү сағылдырыла. Улар һәр ваҡыт һөйләм формаһында, ә фразелогик берәмектәр башлыса һүҙбәйләнеш формаһында була, уларҙы ниндәй ҙә булһа бер һүҙ төркөмөнә ҡаратырға мөмкин. Фразеологик берәмектәр һөйләм киҫәге булып ҡулланыла, шул арҡала телмәрҙәге башҡа һүҙҙәр менән тығыҙ бәйләнешкә инә һәм төрлө формала килә.
Синтаксик яҡтан ҡарағанда, мәҡәлдәр йәки тапҡыр һүҙҙәр һәр ваҡыт бөтөн бер һөйләм тәшкил итә, ә семантик (мәғәнәүи) яҡтан халыҡ тарафынан әйтелгән тапҡыр, тәрән мәғәнәле, аҡыллы һүҙҙәр булып йөрөй. Ул тапҡыр һүҙҙәр йәки мәҡәлдәр халыҡтың реаль тормоштағы күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы, йөҙәр, хатта меңәр йылдар буйы күҙәтеүенән һәм тәржибәһенән барлыҡҡа килгән; мәҫәлән,
Ауырыған күҙгә сүп төшөр – Serseri hasta taklit;
Бүре бүрене алыҫтан таный – Kurt kurtu bir mil uzakta hissediyor.
Ике телдең лексик байлығын тәшкил иткән һәм уның төп тел хазинаһы һаналған мәҡәлдәр йәки тапҡыр һүҙҙәр семантик яҡтан ниндәйҙер бер фекерҙе, хәрәкәтте йәки хәл – ваҡиғаны тулы бөтөнлөгө менән сағылдыралар һәм нигеҙҙә күсмә ( дөрөҫлөгө кинәйә) мәғәнәлә йөрөйҙәр. Синтаксик яҡтан бөтөн бер һөйләм тәшкил иткән мәҡәлдәр йәки тапҡыр һүҙҙәрҙе әйтемдәр менән бутап йөрөтөү бар. Әйтем тигәндән һәр ваҡыт идиоматик әйтемде аңлатырға кәрәк. Юғарыла күрһәтелгәнсә, синтаксик күҙлектән әйтемдәр, йәғни идиоматик әйтемдәр, бөтөн бер һөйләм тәшкил итмәҫкә лә мөмкин. Улар, ғәҙәттә, күсмә мәғәнәлә ҡулланыусы нығынған( ойошҡан ) һүҙҙәр ҡушылмаһы, синтаксик күҙлектән күпселектә һүҙбәйләнештәр булалар; мәҫәлән,
теш ҡайрай – dişlerini keskinleştirir;
утҡа баҫҡан бесәй кеүек – kedi memnun değilse;
ҡойроғона баҫтырмай торған кеше – adam kuyruk peşinde;
эт һуғарып йөрөү – köpek gibi arıyor
Шулай итеп, төрөк һәм башҡорт телдәрендә фразеологик берәмектәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр телмәргә һәр ваҡыт тиерлек экспрессивлыҡ мәғәнәһе бирә, телмәрҙең тасуирилығын көсәйтә, уның тыңлаусыға тәьҫир итеү көсөн арттыра һәм, ғөмүмән, телмәрҙе биҙәй.
Әҙәбиәт
Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы ( уҡыу ҡулланмаһы ) БДУ нәшриәте. – Өфө 2002.
Ахунзянов Г.Х. Фразеологические сочетания как вид фразеологических выражений // «Вопросы тюркологии». Казань, 1970.
Баранов А.Н., Добровольский Д.О. Идиоматичность и идиомы // «Вопросы языкознания», №5, 1996.