Ҡарабаев М. И.
Буранғол ауылы микротопонимияһы
Беҙ был мәҡәләлә Ейәнсура районы Буранғол ауылы микротопонимияһын тикшереп үтәбеҙ. Ороним – тау, тау теҙмәһе, һырт, ҡая, түбә йәки, киреһенсә, тигеҙлек, уйһыулыҡ, соҡор, тарлауыҡ һымаҡ орографик объекттарҙың яңғыҙлыҡ исеме тигән һүҙ. Ләкин күп ваҡыт ороним тигән терминды тау, һырт, ҡалҡыу урындарҙың атамаһы мәғәнәһендә ҡулланалар. Оронимия – ҡоро ер өҫтөндәге рельеф объекттары атамаларының йыйылмаһы.
Буранғол ауылындағы орононимдар бер нисә төркөмдө тәшкил итәләр:
1) тау, түң атамалары: Артыштау, Имәнғарауыл, Йәлеү, Киленсәкташ, Аҡташ, Йөҙимән, Аҡ һырт, Бетәс, Һыпыҡарт, Иһергәп, Әстәш, Кәмәтау, Ҡарһаҡлы, Ҡыйлыҡ тауҙары;
2) спелеондар, йәғни мәмерйә атамалары: Арҡыры тау, Ташморон ҡаяһы, Таш өй мәмерйәһе, Таш ҡапҡа;
3) дримонимдар, йәғни урман атамалары: Ҡапсыҡ урманы, Алаҡай туғайы, Ҡырынбикә, Йөҙимән урманы, Һаҙ туғайы, Шаума урманы;
4) ялан, уйһыулыҡ, соҡор, баҫыу атамалары: Туңырҙын баҫыуы, Номер яланы,Ҡара ерек яланы (был яландағы еректәр ҡыҙыл китапҡа индерелгән), Яр аҫты сабынлығы, Ҡарһаҡлы яланы, Әким баҡсаһы (Аким тигән урыҫ йәшелсә- емеш үҫтергән), Билән;
5) дромонимдар: Кәли юлы, Сатлыҡ;
6) үҙәк атамалары: Оҙонҡырлау, Ҡаратал үҙәктәре.
Урындың үҙенсәлектәрен билдәләүсе һыу атамалары Буранғол ауылы микротопонимияһында күп кенә бирелгән. Улар бер нисә төркөмгә бүленәләр:
1) потамоним: Кесе Һүрәм йылғаһы, Арҡыры йылға, Йәлеү йылғаһы, Соңғорло йылғаһы, Ҡонопбөткән йылғаһы, Ҡараяҙ йылғаһы, Ҡарһаҡлы йылғаһы (таҙа, тулы һыулы йылға, ҡар йәй уртаһына тиклем һаҡланғанға әйтәләр), Аҙаҡлы йылғаһы, Оло йылға;
2) шишмә атамалары: Килдек шишмәһе, Бәхет шишмәһе, Мөһөрәкәй шишмәһе;
3) лимнонимдар: Һаҫыҡкүл;
4) кисеү атамалары: Шартлатҡан кисеүе (элек бында геологтар файҙалы ҡаҙылма эҙләгәндәр һәм ошо ерҙә соҡорло урын барлыҡҡа килгән, эргәһендәге йылға уға ҡушылып ағып ята), Зәңгәр ятыу.
Буранғол ауылындағы микротопонимдарын түбәндәге лексик- семантик төркөмсәләргә бүлеп ҡарарға мөмкин:
1) төҫ буйынса билдәһе:
- гидронимдар: Ҡараяҙ йылғаһы, Зәңгәр ятыу;
- оронимдар: Ҡара ерек яланы, Аҡташ, Аҡ һырт тауҙары;
2) объекттың формаһы, ҙурлығы, күләме буйынса билдәһе, рельеф үҙенсәлектәре: Кесе Һүрәм, Кесе Ҡарһаҡлы, Оло Ҡарһаҡлы, Оҙонҡырлау, Оло йылға, Арҡыры йылға, Соңғорло йылғаһы;
3) һан буйынса билдәләре: Йөҙимән;
4) үҫемлек һәм хайуандар донъяһы үҙенсәлектәренең ер- һыу атамаларында сағылышы: Ҡара ерек яланы.
Шулай итеп, Буранғол ауылы микротопонимдары теге йәки был географик объектты атап ҡына ҡалмай, ә уның төрлө билдәләрен сағылдырыу мөмкинлегенә лә эйә булып торалар.