История развития имен числительных в башкирском языке


Һандарҙың тарихи үҫеше
«Һан» төшөнсәһе бик абстракт төшөнсәгә инә. Уның абстракт-лығының нигеҙендә конкрет материаль предметтең булмауы ята. Шуға күрә ул кешелек таңында төрлө юлдар менән барлыҡҡа килгән, һәм тәүҙә һанау конкрет әйберҙәр өҫтөндә алып барылған. Ф.Энгельс иҫәпләүенсә: «һандар төшөнсәһе һәм фигуралар әллә ҡайҙан алынмайынса, тик ысынбарлыҡ донъяһынан ғына алынған. Кешеләр һанарға өйрәнгән һәм беренсе арифметик ғәмәлде башҡарған ун бармаҡ ни булһа ла ирекле аҡыл ижады һөҙөмтәһе түгел, һанар өсөн һаналырға тейеш булған предметты тәшкил итеү генә түгел, ә ул предметтарҙы ҡараған саҡта уларҙың иҫәбенән тыш башҡа үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмау оҫталығын да булдыра алырға кәрәк; ә ундай оҫталыҡ — тәжрибәгә таянған оҙаҡ тарихи үҫеш һөҙөмтәһе ул!».
Төрки телдәрҙә лә, башҡа телдәрҙәге кеүек, һандарҙың барлыҡҡа килеүендә беренсе урын кешенең бармаҡтарына ҡайтып ҡала. Академик В.А.Гордлевский һанау тарихын шулай күрһәтә: хәҙерге тел формаларын байҡап ҡарауҙан төрки телдәр өсөн тәүҙә «5» иҫәпләүҙең иң юғары нөктәһе икәне асыҡ. Һуңынан сафҡа «ундар (тиҫтәләр)» баҫалар: бер тиҫтә — ун; ике уның — егерме, икенсе төрлө, егермеләп һанау. Артабанғы юғарғы тиҫтәләр иҫәптең үҫеүен күрһәтәләр: 3 тиҫтә «30» — утыҙҙар эсендә, 5 тиҫтә «50» — иллеләр эсендәге иҫәп... Ә хужалыҡ тормошо һаман үҫә лә үҫә, ә «50» һаны ҡулдың һанау мөмкинлеген бөтөрә.
Хәҙер билдәле булған телдәрҙең күп өлөшөндә ҡул һәм аяҡ бармаҡтарына мөрәжәғәт итеү бер нисек тә һиҙелмәй, ләкин бишлектәр, унлыҡтар һәм ике тиҫтәле һанау схемаһы ҡул һәм аяҡ бармаҡтары менән иҫәпләүҙең шаһите булып ҡала», — тип яҙған.
Килтерелгән һиҙемләүҙәр һәм фараз итеүҙәр төрлө телдәрҙән килтерелгән факттар менән нығытыла. Мәҫәлән, күп кенә телдәрҙә «биш» һаны «ҡул» мәғәнәһен биреүсе һүҙҙән килеп сыҡҡан, ҡайһы бер телдәрҙә «ун» һүҙмә-һүҙ «ике ҡул»ды белдерә. Һанауҙа һәм һанды белдергән һүҙҙәрҙең барлыҡҡа килешендә «ҡул»дың ҙур урын тотҡанлығын ҡайһы бер телдәрҙә «һанау» ҡылымын «бармаҡлау» тип йөрөтөү ҙә күрһәтә. Шулай итеп, үрҙә килтерелгән күҙәтеү һандарҙың килеп сығышында тәүге осорҙа аяҡ һәм ҡул бармаҡтарының ҙур урын тотҡанлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Беҙҙең эраның VI—VIII быуаттарына ҡараған яҙма ҡомартҡыларҙан күренеүенсә, ул эпохала йәшәгән төрки телле халыҡтарҙа формалашып еткән иҫәпләү-һанау системаһы булған. Башҡа һүҙ төркөмдәре кеүек үк һандар ҙа үҙенең тарихи үҫеш процесын кисергән. Шулай ҙа уларҙың йөкмәткеһе һәм формаһында һиҙелерлек үҙгәрештәр булмаған. Булған үҙгәрештәр, иң элек, ундан башлап ҡатмарлы һандарҙы һанағанда күренә: йете егерме «ун ете», секиз йегерме «ун һигеҙ», алты отуз «егерме алты». Ә.М. Аҙнабаев, В.Ш. Псәнчин иҫәпләүенсә, хәҙерге төрки телдәрҙә был һандар ун ете, ун һигеҙ, егерме алты һ. б. формаһында йөрөй.
Төп һандарҙың тарихы
Төп һандар берҙән алып унға тиклем түбәндәгеләр: бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, йете (ете), һигеҙ, туғыҙ, ун...
Ғалимдар күрһәтеүенсә, бер һаны күпселек төрки телдәрҙә бер // бир рәүешле яңғырай. Яҡут телендә -и-, -е- урынында оҙон һуҙынҡы -ии- килһә, хаҡас, сыуаш һәм шор телдәрендә б- урынында п- ҡулланыла. Боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларҙың теленә ҡарағанда ул осорҙағы яңғыраш хәҙерге төрки телдәрҙән әллә ни ныҡ айырылмаған булырға кәрәк: үч көрүг кiсi келтi, сабы бiр «өс шымсы кеше килде, һүҙҙәре бер».
Ике һаны ҡәрҙәш телдәрҙә ики, эки, еки, икки, экке кеүек фонетик варианттарҙа йөрөй.
Был һандың боронғо нигеҙе итеп ик-те танырға кәрәк, уға билдәлелек нигеҙе -е үрелеп килгән һәм айырыу ролен үтәгән. Ик нигеҙе хәҙерге сыуаш телендә бар. Ж. Ғ. Кейекбаевтың раҫлауынса, сыуаш телендәге пер-ик кун «бер-ике көн» билдәһеҙлек, менән бәйләнгән (нисә көн икәне билдәле түгел, бәлки ул бер-ике йәки өс ... көн). Йәнле телмәрҙә башҡорт телендә лә шундай уҡ һүҙбәйләнеш бер-иккөн рәүешендә әйтелә: бер иккөндән ҡайтыр.
Ә.М. Аҙнабаев һәм В.Ш. Псәнчин фекерҙәре буйынса, башҡорт, үзбәк, сыуаш телдәрендә ғәҙәттәгесә булған берәмек һандарҙа урталағы тартынҡыларҙың оҙонайып килеүе билдәле. Мәҫәлән, башҡ. беррәү, иккәү, өссәү, дүрттәү, бишшәү, алттау, еттәү, һиггеҙ, туғғыҙ; үзб. икки, сыу. икке һ. б. Башҡорт телендәге был айырып күрһәтеү алымы һандарҙы әйткәндә генә түгел, ә сифат һәм рәүештәрҙә лә ҡулланыла: һыууыҡ көн, беййек тау, кәбән беййек булды, түббән төшөп китте һ. б. һандарҙағы, сифат һәм рәүештәрҙәге был үҙенсәлек билдәлелек идеяһы менән бәйләнгән булырға тейеш. Үзбәк,сыуаш һәм яҡут телендәге икешәр тартынҡылы һандар хәҙерге көндә үҙҙәренең тәүге ролен юғалтҡандар.
Өс һаны башҡорт һәм татар телдәрендә генә ө өнө менән, ҡалған төрки телдәрҙә күп осраҡта ү өнө аша яһала. Мәҫәлән. азерб., ҡырғ., төрөкм., уйғыр., алтай, ҡум., төрөк, тува һ. б. телдәрҙә үч // үш // үс рәүешендә, сыуаш телендә виҫҫе // виҫе // виҫ (вичче, виче, вич) формаһында ҡулланыла. Килтерелгән сағыштырма миҫалдар был һандың иң боронғо яңғырашы вәт булғандыр тигән фекергә килтерә. Шул вәт формаһының ҡалын киң һуҙынҡы менән яһалған варианты ват манси телендә «утыҙ» тигәнде белдерә. Ләкин ул телдә хурум «өс» тигәне бар. Өс һүҙенең килеп сығыу тарихын түбәндәге схема менән биреп булыр ине: "вәт > сыу. вич > башҡа төрки телдәрҙә үч > тат. өч > башҡ. өс. Әгәр ошо схема дөрөҫлөккә яҡын булһа, *вөт урал-алтай нигеҙ телгә барып тоташа.
Шулай итеп, үч // өч // өс боронғо *вөт формаһының артабанғы үҫеше булып тора.
Дүрт һаны башҡорт һәм татар телдәрендә дүрт рәүешендә ҡулланылһа, башҡа төрки телдәрҙә күберәк дәрд // дәрт // төрт варианттарында йөрөй. Боронғо төрки теле һыҙаттарын күберәк һаҡлаған телдәрҙән яҡутса түөрт, сыуашса тыватты рәүешендә осрай.
Дөйөм төрки дәрт // дүрт монгол телдәре менән бер төрлө нигеҙ тәшкил итә; дөрөв йәки дөрв(өн) // дүрбә дәрв (н) .
Тимәк, дүрт һанының нигеҙендә бөтә алтай телдәренә характерлы булған дөйөм нигеҙ дө-, дү- элементтәры ята. Ж. Ғ. Кейекбаев төрки һәм монгол телдәрендәге шул беренсел элементҡа беренсе күплек аффиксы -р, ә төрки телдәрҙә тағы икенсе күплек күрһәткесе -т (дө-р-т), монгол телдәрендә -б (> в) элементы өҫтәлеп тамам формалашыу кисергәнлеген күрһәткән.
Биш һаны хәҙерге башҡорт телендәге биш һүҙенә башҡа төрки телдәрҙә (беш // бәш // пеш // пис // биэс // сыу. пиллек һүҙҙәре тап килә.
Биш һанының нигеҙендә би-//пи- элементы ята; уға күплек аффиксы -ш килеп ҡушылған, -ш, күплек күрһәткесе булараҡ, башҡорт телендә, иң элек, ҡылымдың уртаҡ йүнәлешендә сағылыш алған: төҙө-ш, эшлә-ш, кәңә-ш-лә-ш һ. б.
Сыуаш телендәге пиллек-тә дөйөм структур ҡалып буйынса яһалған. Бында ла -л элементы дөйөм алтай күплек күрһәткесе сифатында ҡушылған.
Алты һаны төрки телдәрҙә алты // алта // алтә // олти // алды. // сыу. ултты варианттарында йөрөтөлә.
Башта әйткәнебеҙсә, -ы элементы — билдәлелек күрһәткесе; хәҙерге төрки телдәрҙә ул үҙенең тәүге мәғәнәһен юғалтҡан һәм һүҙҙең тамыры менән шул тиклем ойошҡан, хатта уны айырып ҡарап та булмай, -ы элементының билдәлелек (айырыусы) мәғәнәһен үтәп йөрөүен яҡут телендәге шундай уҡ осраҡта -а элементы ҡушылыуы ла раҫлай. Яҡут телендә тартынҡы өнгә бөткән һүҙҙәрҙә 3-сө зат эйәлек аффиксы булып -а йөрөй: бас «баш» — 3-сө зат эйәлектә баһ-а «башы»; күплектә ат-тар — 3-сө затта ат-тар-а «аттары».
-т элементының дә дөйәм алтай күплек аффиксына бәйләнеүе ихтимал.
Йете (ете) һаны орфографияла ете формаһында нормалаштырылһа ла, орфоэпияла йете рәүешендә актив ҡулланыла. Ул һан башҡа төрки телдәрҙә түбәндәге фонетик варианттарҙа йөрөй: азерб. едди // төрөкм. еди // төрөк. уеdi // тув. чеди (чеде) // ҡум., үзб. етти // уйғ. йәттә // яҡ. сэттэ // шор. четти // хаҡ. четтi // алт. jети (дъете) // ҡаҙ. жетi (жете) // ҡ.-ғалп. жети (жете), ҡырғ. жети // нуғ. ети (ете) // сыу. сичче.
Боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларҙа й-лаштырылған вариант өҫтөнлөк ала: йет-i.
Һары уйғырҙар телендә ҡалын (артҡы рәт һуҙынҡылы) вариант күберәк йөрөтөлә: йыты «йете».
Йе- нигеҙе, бөтәһенән элек, фин-уғыр телдәрендәге 51- (си) нигеҙе менән тап килә: эрзя мордва sisет // мокш. sisәт «ете» // коми-зыр. siziт // удм. sizут // мар. sәт һ. б. Б. А. Серебренников был тип һандар ниндәй ҙә булһа берәй һинд-европа теленән алынғандыр тигән һығымтаға килә.
Һигеҙ һаны һүҙ башындағы дөйөм төрки с- башҡорт телендә һ-менән бирелә. Башҡорт телендә, һүҙҙең уртаһындағы тартынҡы (-г-) берәү генә булып, йомшаҡ дәрәжәлә генә ҡулланыла. Көслө дәрәжә һан иҫәпләү предметына иғтибар күп булғанда, иҫәпләү интервалы киң булғанда, предмет һанаусының алдында күҙмә-күҙ булғанда ғына барлыҡҡа килә. Ул саҡта урталағы тартынҡы, икеләтеп, һиггеҙ, туғғыҙ формаһында әйтелә. Көслө дәрәжәле һан үзбәк, уйғыр һәм азербайжан телдәренә характерлы: азерб., уйғ. сәккиз // үзб. саккиз. Икеләтелгән тартынҡы сыуаш телендә лә осрай — саҡҡыр «һигеҙ». Был телдәрҙәге һандар икеләтелгән тартынҡылы булһалар ҙа, ғәҙәттәге һанауҙы белдереп, йомшаҡ дәрәжәлә ҡулланылып йөрөтөләләр.
Туғыҙ һаны башҡорт телендәге туғыҙ һаны башҡа төрки телдәрҙә: азерб. доггуз // үзб. туҡҡиз // уйғ. тоҡҡуз // төрөкм. докуз // төрөк, йокиг (докуз) // сыу. тыххыр (орфогр. таххар), яҡ. тоғус // алт. тогус // хак. тоғыс // тув. тос һ. б. рәүешендә килә.
Башҡорт һәм башҡа төрки телдәрҙә туғыҙ һаны ла һигеҙ һанының яһалыу ҡалыбы менән үҫешкән. Тува телендәге сес «һигеҙ» һәм тос «туғыҙ» һандары айырым урын алып тора. Дөйөм төрки сигез һәм тоғыз һүҙҙәрендәге -иге-, -оғы- өндәренең тартылыуы арҡаһында сес, тос булып үҫеш алған.
Ун һаны башҡорт телендәге ун башҡа күпселек төрки телдәрҙән үҙенең у- һуҙынҡыһы менән айырыла; был үҙенсәлек, һис шикһеҙ, боронғо төрки телендәге беренсе ижектәге о өнөнөң хәҙерге башҡорт телендә артабанғы үҫеше һанала. Башҡа төрки телдәрҙә, якут телендәге уон, сыуаш телендәге вунны һандарынан башҡа, он формаһында ҡулланыла.
Егерме һаны күпселек төрки телдәрҙә был һан үҙенең формаһы менән айырылмай, тик һәр телдең фонетик үҙенсәлектәрен генә күҙәтергә мөмкин.
Егерме (йегерме) атамаһы ике һүҙенә күплек күрһәткесе -р ҡушылыуы арҡаһында яһалған: ике-р. Ошо яһалма нигеҙгә -м элементы өҫтәлгән, -м элементы — самодий телдәрендә төшөм килеш ялғауы (сизи-м «икене»). Был осраҡта -м элементы үҙенең билдәлелек мәғәнәһен юғалтҡан булырға кәрәк, шунлыҡтан ул нигеҙгә дөйөм төрки 3-сө зат эйәлек аффиксы өҫтәлгән: * ике-р-м-е > *икерме > башҡ. егерме; -к- өнө һуҙынҡылар араһында -г- менән сиратлашҡан.
Утыҙ һаны ҡәрҙәш телдәрҙә был һан утыҙ // утыҙ // отуз // оттуз // уттиз // одус // отус // отыс // отыз кеүек фонетик варианттарҙа ҡулланыла. Боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларҙың телендә отуз рәүешендә күберәк осрай. А. Самойлович был һандың, В. В. Радловҡа һылтанып, чығытай һәм ҡырғыҙ телдәрендә олтуз һәм олтус рәүешендә осрауын билдәләй.
Башҡорт телендәге утыҙ һүҙен башҡа төрки телдәргә ҡарата һуңғы вариант тип ҡарарға кәрәк, сөнки боронғо төрки телендәге беренсе ижектәге о хәҙерге башҡорт телендә у өнөнә үҫешкән.
Ҡырҡ һаны төрки телдәрҙә ҡырҡ һаны, тува һәм һары уйғыр телдәренән тыш, яңғырашы яғынан бер-береһенән һис ни менән дә айырылмай тип әйтерлек. Ул һандың этимологияһы ошо көнгә тиклем әле асыҡланмаған. Шулай ҙа был тәңгәлдә ҡайһы бер фараз итеүҙәр дөрөҫлөккә яҡын. Мәҫәлән, В. А. Гордлевский ул хаҡта түбәндәгеләрҙе яҙған: «Дәрт менән ҡырҡ араһында берәмек менән тиҫтәләргә тәбиғи рәүештә тап килеүҙе күрһәтеүсе ниндәй ҙә булһа оҡшашлыҡ юҡ. Шулай булғас, ҡырҡ һүҙе менән билдәле түгел, иҫәп яғынан да дөрөҫ түгеллек күҙ уңында тотолоп, тик «күплек» һаны, күплек кенә аңлашылған булған.
Ҡырҡ һүҙе төрки телдәрҙә jегерме һанының структур моделе менән яһалған.
Илле һаны башҡорт телендә, ғөмүмән, төрки телдәрҙә илле һүҙе боронғо төрки телендәге елiг «50» һүҙенә барып тоташа. Күпселек төрки телдәрҙә ул һан әлли, илле, эллик, аллы... формаларында нығынған. Айырым телдәрҙә илле һаны «берәмек + унлыҡ» схемаһында ла йөрөй; мәҫәлән, һары уйғыр телендә пи-сон // тува бежен ( беш-он) // як. биэс уон // алт. бежен.
Телселәр илле һанының исеме әл «ҡул» (биш бармаҡ) һүҙенән алынған һәм элиг һүҙенең көсәйтелгән дәрәжәһе тип фараз итәләр. Ундай гипотеза, һис шикһеҙ, законлыҡлы, сөнки төшөнсәләр һәм фигуралар ҡайҙандыр алынмағандар, тик ысынбарлыҡтағы донъянан ғына. Ун бармаҡ ярҙамында кешеләр һанарға өйрәнгәндәр һәм беренсе арифметик операция яһағандар.
Хәҙерге башҡорт телендә әле лә иле нумератив һүҙе ҡулланыла. Ул бер бармаҡтың киңлегенә тиң: бер иле, ике иле, өс иле, дүрт иле. һуңғы атама икенсе төрлө бер айа (орфогр. ая) тип тә йөрөтөлә.
Алтмыш һаны күпселек төрки телдәрҙә үҙгәрешһеҙ тип әйтерлек ҡулланыла. Шулай ҙа һәр телдең үҙ фонетик законлыҡтарынан сығып, үҙенсәлекле өндәр системаһынан торғандары ла юҡ түгел: алтмыш, алтымыш, алпыс һ. б.
-мыш яһаусы компонент булараҡ, хәҙерге телдәрҙә үҙа ллы һүҙ булып ҡулланылмай. Ул бөтә телдәрҙә, хатта алтымыш һәм жетимиш булып әйтелгән ҡырғыҙ телендә лә сингармоник варианты булған -мыш, -миш үҙенсәлекле аффикс булып аңланыла. Ул -миш, -ми- составтарын бәлки «ун» йәки «ундар»ҙыр тип билдәләй.
Алтмыш һәм етмеш һандары, асылда, алты, ете нигеҙенә билдәлелек аффиксы -м- элементе ҡушылып яһалған, -м- аффиксы самодий телдәрендә һәм диалекттарында билдәле төшөм килеш сифатында ҡулланыла, йәғни ул күрһәткес төрки телдәрҙәге һуҙынҡы өнгә бөткән һүҙҙәр өсөн билдәле төшөм килеш аффиксы -н менән генетик берҙәмлектә тора.
Етмеш һаны күпселек төрки телдәрҙә, алтмыш кеүек үк, оҡшаш формала ҡулланыла, һары уйғыр, тува, якут, алтай һәм хаҡас телдәрендә түбәндәгесә яңғырайҙар: (телдәрҙең күрһәтелгән тәртибенсә) жетон // чеден // сэттэ уон // дьетен // читон // һәм шор телендә четтон.Етмеш (әйт. йетмеш) һүҙендә Н. К. Дмитриевтең гипотезаһы буйынса -мыш, -меш ҡасандыр бер эпохала «ун» төшөнсәһен биргән. Етмеш һаны ла, алтмыш кеүек үк, -м-лы нигеҙҙән яһалған.
Һикһән, туҡһан һандары башҡа һандарҙан (тиҫтәләрҙән) айырмалы булараҡ бөтә төрки телдәрҙә лә берҙәм структур ҡалып (берәмек атамаһы ун) менән яһалған:
Йөҙ һаны. Йөҙ һүҙе һәр төрки теленең фонетик үҙенсәлегенә бәйле рәүештә яңғырай: азерб., ҡум., төрөк., төрөкм., үзб., уйғ. йүз // нуғ. йөз // алт. jүс (дьүс) // ҡаҙ., ҡ.-ғалп. жүз // ҡырғ. жүз // тув., хаҡ., шор. чүс // як. сүүс // сыу. сер.Дөйөм төрки йүз һүҙендәге -з һәм сыуаш телендәге -р элементтары -йү нигеҙенә ҡушылған күплек күрһәткестәре. Йү-(ю) хәҙерге ненец телдәрендә «ун»ды аңлата, шул нигеҙгә дөйөм урал-алтай күплек күрһәткесе -р ҡушылып, ненец телендә юр (йүр) «йөҙ» яһалған. Шул уҡ ҡалып менән сыуаш телендәге ҫер (чер) «йөҙ» формалашҡан. Йөз // йүс һүҙе йө // йү — нигеҙҙәрендә дөйөм алтай күплек аффиксе -з (-с) ҡушылып үҫешкән.
Шулай итеп, «төп һандарҙың этимологияһы бик ҡатмарлы булһа ла, уларҙың барлыҡҡа килеүендә һәм үҫешендә бер төрлө генә ҡалып йәшәгән, һандарҙың яһалышындағы структур дөйөмлөк төрки телдәргә генә түгел, ә бөтә алтай һәм урал телдәренә лә характерлы» - тип иҫәпләйҙәр Ә.М. Аҙнабаев менән В.Ш. Псәнчин.
Шуны билдәләп үтеү мөһим: хәҙерге ваҡытта һандар яһалыу процесы туҡталған. Шул уҡ ваҡытта һандарға ҡараған һүҙҙәр башҡа һүҙ төркөмдәре яһалышында һүҙ яһаусы сара сифатында актив сығыш яһай. Тикшеренеү эшенең алдағы бүлегендә һандар нигеҙендә яһалған һүҙ төркөмдәренең һүҙьяһалыш үҙенсәлектәрен тасуирлап үтәсәкбеҙ.
Әҙәбиәт
Абдуллина Г.Р. Башкирский язык. Морфонология. – Уфа: Гилем, 2004. – 128 с.
Аҙнабаев Ә.М., Псәнчин В.Ш. Башҡорт теленең тарихи морфологияһы. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. – 175 б.
Гарипов Т.М. Башкирское именное словообразование. – Уфа, БФ АН СССР, 1959. – 224 с.
Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология. - Өфө: БДУ нәшриәте, 2002. – 378 б.

Приложенные файлы

  • docx IstoriaSis
    Стерлитамакский многопрофильный профессиональный колледж
    Размер файла: 31 kB Загрузок: 2

Добавить комментарий