Вов 1941г сочинение


«Һуғышта ятып ҡалған олатайыма хат»
Ҡайҙа һин олатай?!
«Һуғыш! – тип радионан хәбәр иттеләр. Һуғыш – бер һүҙ, бер бәләкәс кенә һүҙ, ә ниндәй ҡайғы, ниндәй тойғо, ниндәй ауыр хәбәр! Аслыҡ ваҡыты башланды.
Бөтә ирҙәр ҙә был көндө әҙерләнә башлай, ғаиләләре менән хушлаша, илебеҙҙе һаҡларға, дошманды ҡыуырға фронтҡа китәләр. Улар араһында, йәш кенә бер ир ҙә бар. Уның ҡулында сумка , ул ҡатыны һәм ете әле бәләкәс кенә бәпестәре менән хушлашып тора. Был минең олатайым...
“Олатай ҡайҙа һин?! Был хатты мин һиңә бөгөн яҙам. Беләһеңме олатай, бөгөн Бөйөк Еңеүгә 70 йыл. Ә һин һаман да юҡ... Беҙгә хат ебәргәйнеләр, урыҫса телендә яҙылған ине ул.Унда ошондай юлдар ҙа бар: “Безвести пропавший” тигән, тик мин уларға ышанмайым. Һин тере , мин беләм.
Өләсәй һинең турала куп һөйләй торғайны. Һин яҡшы, яҡты кеше инең , ти. Мин беләм, мин беләм...»
- Йә инде, киттек! Һин сығаһыңмы бөгөн юҡмы?!
- Киләм инде, киләм.
- Малайҙар, мәктәпкә һуңлайһығыҙ, шәберәк.
“... Тағы бер көн мәктәптә. Бөгөн беҙҙең мәктәптә Бөйөк Еңеүгә арнап ойошторолған кисә үткәрҙеләр. Башҡорт телендә беҙгә Мостай Кәрим тураһында һөйләнеләр. Ул да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Олатай, ә һин уны һуғышта күрҙеңме? Беҙ уның «Беҙҙең өйҙөң йәме» исемле повесын уҡыныҡ. Оксанаға рәхәт, уның атаһы ҡайтҡан. Йәмилдең дә атаһы өйҙә. Эх, олатай...Мин дә һине, исмаһам, бер тапҡыр күрһәм ине... Мин белмәйем ҡайҙа ебәрергә был хатты, мин белмәйем ҡайҙа һин. Тик мин беләм, һин минең батырым. Һин гел беҙҙең менән, һин мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә. Олатай! Ҙур рәхмәт һиңә! Ҙур рәхмәт беҙҙең ғәзиз, гүзәл илебеҙ өсөн. Байрам менән, олатай!»
Һуғыш бөттө. Байрам менән, дуҫтар! Бөйөк еңеүҙең 70 йыллығы менән!!!
Алһыу Абсаликова, 8Б класы уҡыусыһы.

Ң

Приложенные файлы


Добавить комментарий