Зби кис м.крим


-5467353810


Әҙәби кисә
Тема “Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо ”
(4 – 7 кластар өсөн)

Башҡарҙы: Фәйзуллина Гөлшат Йәмил ҡыҙы
Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районының
- се лицейы муниципаль автономиялы дөйөм
белем биреү учрежденияһы

Өфө, 2013 й
Маҡсат: Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады, тормош юлы менән таныштырыу.
Мостай Кәримдең ижады аша башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу һәм илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың башҡортса һөйләү һәләтен камиллаштырыу.
Йыһазландырыу: М. Кәрим яҙған әҫәрҙәр, китаптар, фото-альбом, гәзит-журналдар, карточкалар,мультимедиапроектор.
Кисәнең барышыТамаша залы байрамса биҙәлгән.
Слайдта эпиграмма итеп Ғайса Хөсәйеновтың һүҙҙәре килтерелгән “Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо”.
Таҡта уртаһында М.Кәримдең портреты.
Алып барыусы. Мостай Кәримдең ижад кисәһен уның тыуған төйәгебеҙгә арналған һүҙҙәренән башларға теләйем (шағирҙың “Урал...” әҫәренән өҙөк)
Бөгөн беҙ М. Кәримдең тормош юлы һәм ижады менән танышып үтәсәкбеҙ.
Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 республикабыҙҙың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған.Ул атаһы кеүек йәштән эш һөйөргә, атта йөрөргә өйрәнә. Мостафа бигерәк тә әсәһе ҡойған йомаҡтарҙы, һөйләгән әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам итә. Йәгеҙ әле, балалар, ҡайһығыҙ белә кем һуң ул М.Кәрим? (Ул - шағир)
Дөрөҫ, ул Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Слайд “шағир” тип яҙылған.
М.Кәрим шиғырҙар яҙа. Ә шиғырҙары уның бик күп.Әллә күпме китап булып баҫылып сыҡҡан. Шиғырҙары уның ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта бөйөк тә. Кеше күңеленә үтеп керә белгән Мостай ағай шиғырҙары менән. Уның шиғырҙарын ололар ҙа, үҫмерҙәр ҙә, бәләкәстәр ҙә бик яратып уҡыйҙар. Хәҙер һеҙгә Шәрипов Арыҫлан шиғыр һөйләп ишеттерер. “Кил инде”тип атала ул.
Тағы Мостай ағайҙы кем тип әйтә алаһығыҙ? Слайд “Яҙыусы”
Эйе, ул яҙыусы. Хикәйәләр, повестар, романдар яҙа. Балалар, һеҙ уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
Юғары кластарҙа һеҙ уның башҡа жанрҙарҙа ла ижад иткәнен беләһегеҙ.Хәҙер мин ҡыҫҡаса ғына һеҙҙе шулар менән таныштырып үтәм.
Мостай Кәрим – драматург. Йәғни пьесалар яҙа.
Ул – публицист, очерктар яҙа. Ысын булған хәл – ваҡиғалар, кешеләр тураһында мәҡәләләре гәзит-журнал биттәрендә баҫылап сыға.
Мостай ағай яҙышыу м енән генә булмай, ул йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнашыусы кеше. Бик күп йылдар буйына ул РСФСР – ҙың һәм БАССР –ҙың Юғар Советына депутат итеп һайланыла.Ҡырҡ йылдан ашыу ул халыҡ өсөн арымай-талмай эшләй.
Слайдтар “Драматург”, “Публицист” , “Йәмәғәт эшмәкәре”.
Балалар, М.Кәримде беҙ шағир ҙа, яҙыусы ла, драматурк та, публицист та, йәмәғәт эшмәкәре лә тинек. Бына ошоларҙың барыһын да бергә туплаһаҡ, ул бөйөк – Уҡытыусы. Үҙенең әҫәрҙәре менән Мостай ағай беҙҙе, уҡытыусыларҙы, тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.Уның һәр бер әҫәре яҡтылыҡ һәм нур менән һуғарылған. Һәр геройы ысын тормоштан алынған.
Слайд “Уҡытыусы”.
Уҡытыусы М.Кәрим бик күп әҫәрҙәр яҙған.Байтағы рус һәм башҡа телдәргә, туғандаш телдәргә тәржемә ителгән. Әйҙәгеҙ, уҡыусылар китаптар күргәҙмәһе менән танышып үтәйек.
Яҙған әҫәрҙәре һәм эштәре өсөн М. Кәрим бик күп наградаларға һәм исемдәргә лайыҡ булған. Ул Салауат Юлаев премияһы, СССР Дәүләт премияһы, шулай уҡ Шолохов исемендәге, Станиславский исемендәге, Г.Х. Андесен исемендәге премияларға лайыҡ булған әҙип. Мостай ағай ул – Социалистик Хеҙмәт Геройы ла.
Слайдта почетлы исемдәре яҙылған түңәрәктәр килеп сыға. Ошо түңәрәктәр һыҙыҡтар аша тоташтырыла.
Ҡарағыҙ әле, нимә килеп сыҡты? (Йондоҙ)
Ысынлап та, М. Кәрим – ул яҡты йондоҙ. Тирә – яҡҡа нур бөркөп торған йондоҙ ул. Ғайса ағай Хөсәйенов юҡҡа ғына уны “Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо” тип атамаған.Кеше күңелен
йылыта ла, күңелдәрҙе күтәрә лә ала уның әҫәрҙәре. Аҙашҡандарға юл күрһәтеп торған йондоҙ ул Мостай ағай.
Мостай Кәрим үҙ иленә, Башҡортостанына ғашиҡ, уны бөтә йөрәге менән яратҡан, уға тоғро булған Кеше.Шиғырҙарында Тыуған ергә һөйөү, иле менән ғорурланыу асыҡ күренә. Шағирҙың “Ҡайын япрағы тураһында”тигән шиғыры быға миҫал булып тора. Йәгеҙ, балалар, шуны һөйләп ишеттерегеҙ.
(Шиғыр ятланғанда эстәлегенә ҡарата слайдтар күрһәтелә).
Мостай Кәрим яҙған шиғырҙарҙың эстәлеге, яңғырашы шул тиклем матур, шуға күрә лә инде бик күп шиғырҙарына көйҙәр яҙылған.Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә йыр тыңлап алайыҡ. М.Кәрим һүҙҙәренә Гөлдәр Ишҡыуатова яҙған йыр “Тәгәрәп китте йөрәгем” тип атала. (Йыр тыңлау).
М. Кәримдең бик күп әҫәрҙәре сәхнәләштерелгән.Бына улар “Салауат”, “Айгөл иле”, “Ҡыҙ урлау”, “Ташлама утты, Прометей”, “Ай тотолған төндә” һәм башҡалар. Хәҙер беҙгә дүртенсе класс уҡыусылары яратҡан әҫәрҙәре “Әлфиә хикәйәләре” нән өҙөк күрһәтәләр.(Балалар сығыш яһай).
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән бөйөк Кеше – Мостай Кәрим ижады менән танышып үттек. Уҡыусылар, илебеҙҙең аҡһаҡалы Мостай Кәримдең йөрәге 2005 йылдың 21сентябрендә оҙайлы ауырыуҙан һуң тибеүҙән туҡтай...
Бөгөнгө әҙәби кисәбеҙҙе Мостай ағайҙың бик матур бер шиғырына яҙылған йыр менән тамамлайыҡ. Уға Айрат Ҡобағошов көй яҙған ”Уҡытыусыма” тип атала.
Уҡыусылар, һеҙгә Мостай ағай кеүек ысын мәғәнәһендә ҙур Кеше булыуығыҙҙы теләйем. Һау булығыҙ.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
1. Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1971-1973.
2. Мостай Кәрим. Айгөл иле : пьесалар / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1979. – 480 бит.
3.Мостай Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1981. – 286 бит.
4. Мостай Кәрим. Шиғырҙар поэмалар / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1985. – 240 бит.
5. Мостай Кәрим. “... Күкрәгемдән ҡоштар осорам”. – Өфө:Уҡытыусыға ярҙамға, 2009.-72 бит.

Приложенные файлы


Добавить комментарий