Зби-м.иртлек. Ф.тугызбаева


Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Муниципаль районы
Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем
биреү бюджет учреждениеһы
Факиһа Туғыҙбаева-әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы

Әҙәби – музыкаль иртәлек
Әҙерләне һәм күрһәтте:
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Хәбибуллина Вәсилә Абдулла ҡыҙы
Ергән-2015
Факиһа Туғыҙбаева-әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы
Әҙәби – музыкаль иртәлек
Маҡсат: Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның ижады, тормош юлы менән таныштырыу.
Уҡыусыларҙа Факиһа Туғыҙбаева тормошона һәм ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү; әҙиптең әҫәрҙәрен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм этәргес биреү.
Факиһа Туғыҙбаева-әҙәбиәтебеҙ ғорурлығы
Шағирәбеҙгә 65 йәш
Мин уҡырға яратам…
«Туған телең – башҡорт теле,Атаң-әсәңдең теле.Туған телен яратҡандар - Ярата ата-әсәһен,Ярата Тыуған илде».
Факиһа Туғыҙбаева
Әҙәби – музыкаль иртәлектең барышы:
Талғын ғына ҡурай моңо аҫтында Факиһа Туғыҙбаеваның «Һаумы, йәй! » шиғыры яттан һөйләнә.
1-се а.б. Факиһа Туғыҙбаева «Һаумы, йәй! »
Һәр көнөбөҙ — шатлыҡ ҡына, Һөйөп үҫтерә илем. Күп һөнәргә өйрәнәбеҙ,
Алабыҙ төплө белем.
2-се а.б. Әйҙәп торған урман-тауҙың Асырбыҙ әле серен. Беҙ — буласаҡ хужалары Ҡәҙерле тыуған ерҙең. 
1-се а.б. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар!
2-се а.б. Һәр бер урман үҙ ағасы, һәр тау үҙ ҡаяһы, һәр болон, ялан үҙ сәскәһе менән күркәм булған кеүек һәр милләт тә үҙенең таланты менән күркәм.
1-се а.б. Шундай шәхестәрҙең береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бөтәбеҙҙең дә яратҡан шағирыбыҙ, күренекле прозаик Факиһа Туғыҙбаева.
2-се а.б. Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева (Нафиҡова) 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостандың Бүздәк районыБәләкәй Ҡаңны ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») гәзитендә башлай, 1979 йылда «Пионер» («Аманат») журналына күсә. 1990—2010 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире була.
1-се а.б. Факиһа Туғыҙбаева — үҙенең лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, шулай уҡ поэмалары менән шиғриәт һөйөүселәрҙең мөхәббәтен күптән яулаған талантлы әҙибә.
2-се а.б. Факиһа Туғыҙбаеваның «Мәк ялҡыны» тигән тәүге шиғырҙар китабы 1980 йылда донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы «Күҙ ҡараһы» (1984), «Йондоҙ асам» (1987), «Сәғәт моңо» (1991), «Фатихамды бирәм һиңә» (1994), «Минең ҡошом Һомай» (2000) шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары баҫылып сыға.
1-се а.б. Шағирә балалар әҙәбиәтендә лә ихлас эшләй. «Шаҡмаҡлы дәфтәр» (1981), «Яңы күлдәк» (1983), әкиәттәр һәм хикәйәләр, «Болонда уйнай сәскәләр» (1995) тигән шиғыр китаптары авторы. Факиһа Туғыҙбаеваның рус телендә «Хлеб да соль» (1989), «Камень счастья» (1998) исемле шиғырҙар йыйынтыҡтары бар.
2-се а.б. 1992 йылда шағирә «Сәғәт моңо» китабы өсөн Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премияға лайыҡ була, ә 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн уға Башкортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. 2014 йылдың декабрендә Факиһа Һаҙый ҡыҙына «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде. 1981 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
1-се а.б.Яратып уҡыған «Аҡбуҙат»журналыбыҙ үҫһен һәм матур булып сыҡһын өсөн Факиһа Туғыҙбаева бөтә ижади көсөн һәм илһамын биреп эшләне. Оло шағирәбеҙ әле лә журналдың иң әүҙем авторҙарының береһе. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән «Аҡбуҙат»ҡа меңәрләгән уҡыусыларында һөйөү тәрбиәләүсе шағирәбеҙҙе ҡотлайбыҙ, илһамлы тормош һәм ижад юлы теләп, бөгөнгө иртәлекте уға бағышлайбыҙ.
Беренсе бүлек
2-се а.б. Әҙәби-музыкаль иртәлегебеҙҙең беренсе бүлеген, шағирәбеҙҙең мәктәп тормошона арналған шиғырҙарына арнап, «Мин уҡырға яратам…» тип атаныҡ. Һеҙҙең алда мәктәбебеҙҙең 1-се а класы уҡыусылары сығыш яһай.
«Мин уҡырға яратам…»
Байрам, һиңә ҙур рәхмәт!
(Әлфиә) (Наил)
Байрам бөгөн! Рәхмәт!
Һөйөнсө! Ҡаршыланы, ишек асып,
Ҙур байрам бөгөн! Иң матур мәктәп.
Сәскәле Белем көнө! Беренсе сентябрь һиңә
Урамдар ҙа,мәктәптәр ҙә Сәскәле рәхмәт!
Сәскәләргә күмелде!
(1-се а.б.) Минең туған телем!
Әлифбам.
(Элиза) (Гөлнәзирә)
Яҙырға өйрәнәм: Туған тел асҡысы-
«Берҙән-бер Тыуған ил; Әлифба, Әлифбам!
Берҙән-бер тыуған ер- Әлифбам, ҙур рәхмәт,
Ярата мине ул!» Әлифбам, һиңә-дан!
(2-се а.б.) Тиҙәйткес
Таплы китап
Тапланған китап,
Китапты тап!
Тапҡас китапты,
Китмә тапап!
Икенсе бүлек
1-се а.б. Әҙәби-музыкаль иртәлегебеҙҙең икенсе бүлеген, шағирәбеҙҙең тәбиғәткә арналған шиғырҙарына арнап, «Болонда уйнай сәскәләр» тип атаныҡ. Һеҙҙең алда мәктәбебеҙҙең 2-се в класы уҡыусылары сығыш яһай.
Яҙҙың тәүге сәскәләре.
(Наилә) (Рәмил)
Нәркәс. Бәпембә.
Һары нәркәс Һикерешә бәпембәләр
Ҙур үҫә, Йәшел үлән өҫтөндә,
Ҡар һыуын Һикерешкән бәпембәләр
Эсә-эсә. Алтын ҡояш тәҫөндә.
(Данил)
Умырзая.
Умырзая балалары Улар әле бик бәләкәй,
Йәшәйҙәр бер ояла. Кешеләрҙән ояла.
(2-се а.б.) Болонда уйнай сәскәләр
(Алмаз) (Эльза)
Мәтрүшкә. Аҡ сәскә (ромашка)
Йәйҙәрен дә, ҡыштарын да Юл буйҙарын яратамын,
Мине ярата кеше. Саңлы булһа ла һәләк.
Минең сәйем бик шифалы, Юлға сыҡҡан кешеләргә
Тарала өйгә еҫе. Ҡаламын аҡ юл теләп.
(Динислам)
Ҡыңғырау сәскә. Мин-Ҡыңғырау сәскәһе,
Сың-сың-сың-сың… Мине өҙмәһендәр ине,
Мин-күк төҫтә, Килә оҙаҡ йәшәге.
1-се а.б. Кем нимә ярата?
Факиһа Һаҙый ҡыҙы балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хикәйәләр ҙә яҙған. Һеҙгә 2-се в класы уҡыусылары «Һимергән өсөн түлә!» хикәйәһен сәхнәләштереп күрһәтәләр.
Ролдәрҙе башҡалар:
- Өфитәр ағай - Йәрмөхәмәтов Рәмил;
- Иргәйел – Ибраһимов Данил.
2-се а.б. Ә хәҙер зал менән уйнап алабыҙ.
Йомаҡтар ҡоябыҙ, яуабын табығыҙ!!!
Йәнектәҙең исемен тап.
Ҡойроғон юғалтҡан ….. !
Шаҡ ҡатҡан бөтөн урман.
Урмансы, ти, эҙләй сыҡҡан,
Булһа ла ҡара буран.
(Төлкө)
1-се а.б. Елдерә, ти, урман айҡап,
Оҙон аяҡлы …. .
Уға ниңә йөнтәҫ ҡойроҡ,
Мөгөҙлө булып тыуған.
(Болан)
2-се а.б. …. йоҡонан уянған,
Балалары ла торған.
Уға ниңә йөнтәҫ ҡойроҡ,
Йылы туны ныҡ юрған.
(Айыу)
1-се а.б. Ҡаршыға …. осраған,
Осло уның тештәре.
Уға ниңә йөнтәҫ ҡойроҡ,
Былай ҙа шәп эштәре.
(Бүре)
2-се а.б. Сәтләүек ярып ултыра
Ағас башында ….. .
Ҡойроғо электән ҡупшы,
Өҫтөндә матур кейем.
(Тейен)
1-се а.б. «Дошмандан һаҡлай,-ти …. ,-
Ҡолаҡтарым бик оҙон!
Ҡойроҡ тағып шәплегемде
Килмәй ҙә минең боҙғом!»
(Ҡуян)
Өсөнсө бүлек
2-се а.б. Әҙәби-музыкаль иртәлегебеҙҙең өсөнө бүлеген шағирәбеҙҙең Ватан, Башҡортостанға арналған шиғырҙарына арнап, «Тыуған илемде яратам» тип атаныҡ. Һеҙҙең алда мәктәбебеҙҙең 3-сө а класы уҡыусылары сығыш яһай.
«Тыуған илемде яратам»
Башҡортостан
(Й. Сабина) (П. Айгиз)
Башҡортостан.
Башҡортостан – Башҡортостан -
Тыуған илем, Тыуған ерем,
Ул бит һаҡлай Әсәйемдәй
Туған телем, Берҙән – берем!
Ул бит һаҡлай Башҡортостан –
Яҡты көнөм, Минең Ватан,
Бирә миңә Яратамын
Аҡыл, белем. Бала саҡтан!
(И.Әлиә) (Г.Рената)
Хәйерле юл. Кремль
Мәскәү – Кремль -
Беҙҙең баш ҡалабыҙ. Илемдең йөрәге!
Парад үткән Кремль -
Ҡыҙыл майҙан Илемдең терәге!
Саҡыра гел
Әллә ҡайҙан!
1-се а.б. Факиһа Туғыҙбаеваның бәләкәс балалар өсөн яҙылған шиғырҙарына матур көйҙәр ҙә яҙғандар. Ә хәҙер Ф.Туғыҙбаеваның «Йәй» шиғырына Салауат Сәлмәнов көйөнә Йәғәфәрова Сабина башҡарыуында йыр тыңлайбыҙ.
Йәй
Йәй үҫтергән сәскәләр, Йәй бөрлөгән үҫтергән,
Йәй үҫтергән еләктәр. Йәй үҫтергән бәшмәктәр.
Әсәйем менән йыйҙыҡ, Әсәйем менән йыйҙыҡ,
Тулды ҡуйҙы силәктәр. Тулды ҡуйҙы силәктәр.
2-се а.б. Уртаҡ тел. Шағирәбеҙ балалар өсөн мәктәп тормошо тураһында фәһемле, аҡыллы хикәйәләр ҙә яҙған. 3-сө а класы уҡыусылары «Шаҡмаҡлы дәфтәр» хикәйәһен сәхнәләштерәләр.
Ролдәрҙе башҡаралар:
Шәриф ағай – Псәнчин Айгиз;
Әлфиә – Йәғәфәрова Сабина;
Әлиә – Ибраһимова Әлиә;
Әлфиәнең апаһы – Аитова Элина;
Тәрбиәсе – Ғатауллина Рената
Дүртенсе бүлек
1-се а.б. Әҙәби-музыкаль иртәлегебеҙҙең дүртенсе бүлеген шағирәбеҙҙең ғаилә, ғаилә ҡиммәттәренә арналған шиғырҙарына арнап, «Беҙҙең татыу ғаилә» тип атаныҡ. Һеҙҙең алда мәктәбебеҙҙең 4-се в класы уҡыусылары сығыш яһай.
(А.Айгизә)
Икмәк
Икмәк бешерҙе әсәйем, «Һыныҡ ҡалдырмағыҙ!»- тиеп,
Таралды тәмле еҫе. Атайым әпәй телә.
Сәй эсәбеҙ бергә-бергә, Атайым минең- игенсе,
Шау-гөр килә өй эсе. Таңдан баҫыуға елә.
(С.Диана)
Ете көн.
Беренсе көн-Дүшәмбе, Бишенсе көн-ул Йома,
Һаумы, дуҫым, иҫәнме?! Йома көн изге була!
Икенсе көн-Шишәмбе, Алтынсы көн-ул Шәмбе,
Көндөң, дуҫым, иң шәбе! Арыманыңмы әле?
Өсөнсө көн-Шаршамбы, Етенсе көн-Йәкшәмбе,
Дуҫым, тырышаһыңмы? Ял ит, дуҫым, һин, йәме?
Дүртенсе көн-Кесаҙна,
Зарланма һин көс аҙға!
2-се а.б. Минең тәүге асыштарым. Ф.Туғыҙбаеваның «Тамсы» шиғырына М.Бикбова көйөнә 4-се в класы уҡыусылары башҡарыуында йыр тыңлайбыҙ.
Күр әле, күр ҡарасы: Ҡаңғылдашалар ҡаҙҙар,
Ҡыйыҡтан тамды тамсы! Башлана, тиҙәр, яҙҙар.
Үҙе бәләкәс кенә, Ҡыҙыҡ итте шат тамсы:
Үҙе көләкәс кенә. Ҡоҙоҡҡа инеп ҡасты.
Тишкеләп бөттө ҡарҙы,
Гөрләүеккә юл ярҙы.
1-се а.б. Шағирәбеҙ балалар тормошо тураһында, уларҙың тәртибе, аҡыллылыҡ тураһында хикәйәләр ҙә яҙған. 4-се а класы уҡыусылары «Яңы күлдәк» хикәйәһен сәхнәләштерәләр.
Ролдәрҙе башҡаралар:
Гөлниса – Сәйфетдинова Диана;
Гөлниса ның әсәһе – Мысырғәлина Эвелина;
Һатыусы апай – Алсынбаева Айгизә;
Врач апай - Алсынбаева Айгизә
2-се а.б. Ә хәҙер зал менән уйнап алабыҙ.
Иҫәпләргә яратам.
Һандар менән эшләйбеҙ, яуабын табығыҙ!!!
Тейен һанай тинен.
Кибеткә килгән Тейен, Сәтләүек бит 50 тин,
Һанай ҙа һанай тинен. Һумдың яртыһына тиң.
Сәтләүек алды һатып, Һанай ҙа һанай Тейен:
Бер һумын ул ваҡлатып. Ҡалды унда нисә тин?
1-се а.б. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаеваның 65 йәше тулыу юбилейына арналған иртәлек үткәрҙек.
2-се а.б. Факиһа Туғыҙбаева – башҡорт шиғриәтенең бөгөнгө йөҙөн билдәләгән, уның һәлмәк шиғриәт йөгөн тартып барыусы шағирә икәнен күрҙек.
1-се а.б. Шағирәнең тыуған еренә, Башҡортостанға арналған шиғырҙары көслө яңғырашлы. 2-се а.б. Балалар донъяһын, бала күңелен нескә тойоп, тәрән аңлап, ул , кескәйҙәр, беҙҙең өсөн тынғыһыҙ ижад итә.
1-се а.б. Ә беҙ, бөгөнгө бәләкәстәр – илебеҙҙең киләсәк граждандары: милләтебеҙҙең лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары.
2-се а.б. Шағирәнең ижады үҙе өсөн бер ҡыуаныс булһа, беҙгә, уны яратҡан уҡыусылары өсөн – ҙур бүләк.
1-се а.б. Ә шиғырҙары уның ожмах емештәре түгел, – ижад емештәре, йөрәк хисе, күңел ҡото, рухи донъяһы – бар булмышы тыуҙырған һүҙ сәнғәте.
2-се а.б. Факиһа Туғыҙбаева- саф лирика йырсыһы. 1-се а.б. Яңы ижади осоштар теләйек яратҡан шағирәбеҙгә.
2-се а.б. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Приложенные файлы


Добавить комментарий