Ви класта дрес планы


VI класта дәрес планы. Тема: М.Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғыры.Һан төркөмсәләре.
Маҡсат:1) М.Кәримдең тормошо һәм ижады менән таныштырыу;
2) Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәтеү, яңы һүҙҙәр үҙләштереү;
3) Бөйөк әҙиптең үҙенә һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт
тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:ноутбук,медиапроектор,презентация.

Дәрес барышы.
1.Ойоштороу мәле.
2.Өй эшен тикшереү. Р.Ниғмәтиҙең “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”поэмаһынан”Ай,Тыуған ил,Тыуған ил” тигән ҡобайыр өҙөгөн яттан һөйләргә.
3. Дәрес темаһын белдереү.
- Бөгөн беҙ дәрестә ошо Тыуған илен,Ватанын һаҡларға утҡа,һыуға ингән,Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса ҡатнашҡан тағы ла бер Башҡортостандың халыҡ шағиры менән танышырбыҙ һәм уның ижадын өйрәнербеҙ.Кем икәнен белер өсөн, 5-се класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөп китәйек.
- Мин өҙөктәр уҡыйым, ә һеҙ, уҡыусылар, ниндәй әҫәрҙән икәнен әйтерһегеҙ..
1)”Әлфиә һаман ашыҡманы.Ул ҡошсоҡто өйҙә генә осорға өйрәтергә тотондо.Әлә ишектән тәҙрә яғына,әле тәҙрәнән ишек яғына сөйөргә тотондо.Ә ҡош балаһы бер-ике ҡанат елпене лә лып итеп иҙәнгә ултырҙы.”(“Сыйырсыҡ балаһы”)
2)”Әлфиәнең күҙҙәре йәнә Ҡыш бабайға туҡталды.Ул,моғайын,өшөйҙөр әле.Эйә шул.Бит алмаларын,ана,һыуыҡ ҡыҙартҡан,һаҡал№мыйығына боҙ ҡатҡан,ҡаштарына бәҫ ҡунған.Бәләкәс ҡыҙҙың кескәй йөрәге леп№леп тибә башланы.Ул һаҡ ҡына урынынан торҙо ла,Ҡыш бабайҙы алып,юрған аҫтына йәшерҙе.”(“Ҡыш бабай бәләкәй саҡта”)
3)”Атанан ҡалған көпө-кәпәсте балалары кейә.Ана һинең башыңда ла атайың мәрхүмдең кәпәсе.Әммә атанан ҡалған дан-шөһрәт – кәпәс түгел.Балалары уны алмаш-тилмәш кейеп йөрөй алмай.”(“Дан кәпәс түгел”)
4)”Оксана менән беҙ икәүләп баҡса буйындағы бүрәнәләр өҫтөнә менеп ултырғанбыҙ.Был бүрәнәләрҙән яҡындағы баҫыу күренеп тора.Баҫыуҙа беҙҙең әсәй машина менән бойҙай сәсеп йөрөй.”(“Беҙҙең өйҙөң йәме”)
5)”Кирәмәт күленә йән индереү сәғәте алыҫ түгел ине инде.Юлға сығыу берһегөнгә билдәләнде.Көндө лә көтөп тормайынса,улар таң атҡансы уҡ ҡуҙғаласаҡтар.Ә хәҙергә ике кәмә ауыл яғына ҡарай йөҙөп китте.Алдағыһында өсәү,арттағы кескәйенә берәү ултырған.Кәмәләр күл уртаһына еткәс,бик моңло йыр яңғыраны.Беҙҙең Айҙар шулай моңло йырлай.”(“Өс таған”)
- Был әҫәрҙәрҙе кем яҙған,авторы кем?(М.Кәрим)(слайд 1 – портрет)
4.Дәфтәргә число һәм теманы яҙығыҙ.
5. Инеш әңгәмә.
- М.Кәримдең биографияһын “Инсерт” алымы менән иҫкә төшөрәйек.(слайд2 )
Мостай Кәримдең ысын исеме – Мостафа Сафа улы Кәримов.
Ул 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында тыуған.
1935 йылға тиклем ауылында ете йыллыҡ мәктәпте,унан ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый.
1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.
Һуғыштың башынан аҙағынаса ҡатнаша,ҡаты яралана,орден-миҙалдар менән бүләкләнә.
М.Кәрим ике бала атаһы – Илгиз исемле улы һәм Әлфиә исемле ҡыҙы бар.
Ул төрлө жанрҙарҙа ижад итеүсе яҙыусы.Повестары:”Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”,”Беҙҙең өйҙөң йәме”,”Өс таған”һ.б.Драмалары:”Айгөл иле”,”Ай тотолған төндә” һ.б.Шиғыр-поэмалары:”Россиянмын”,”Ҡайын япрағы тураһында”,”Европа –Азия”һ.б
1963 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелә.
Ул – Социалистик Хеҙмәт Геройы,Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге дәүләт,СССРдәүләт,Ленин премиялары лауреаты.
6.Яңы тема менән таныштырыу.
Бөгөн беҙ һеҙҙең менән һуғыш йылдарына, М.Кәримдең тыуасаҡ балаһы хаҡына тере ҡалған сағына әйләнәбеҙ.
Был хәл 1942 йылда була. М.Кәрим артиллерияла элемтәселәр начальнигы була.Дошман танкылары һөжүм иткәндә, мина ярсығы тейеп, М.Кәрим ҡаты яралана. Ә иптәше Фомин Владимир һәләк була.
19 йыл үткәс, М.Кәрим был хаҡта «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» тигән ши
ғырын яҙа. Был шиғыр баҫылып,уны радио,телевизорҙа уҡығандан һуң,
М.Кәримгә бик күп хаттар килә. Барыһы ла Фомин фамилиялы кешене эҙләй. Фамилия бик таралған була, ә исеме шиғырҙа әйтелмәй. Шуғалыр ҙа, хат яҙыусыларҙың һәр береһе үҙенең туғанын табырға өмөтләнә.
Ә В.Фомин балалар йортонан була.
Кемдәрҙән хат килгән – барыһына ла яуап яҙған М.Кәрим. Ҡыҙғаныс, кешеләрҙең өмөттәре аҡланмаған.
Ерҙәге иң ҡурҡыныс бәлә - һуғыш. Беҙгә һәр ваҡыт тыныслыҡта йәшәргә яҙһын.
7. «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғыры буйынса эш.
1) Һүҙлек эше(слайд3)
Епшек- мокрый,
Әрнеү- ныть,болеть
Ярсыҡ- осколок
Гонаһ- грех
2) Уҡытыусы уҡый.
3)Үҙаллы уҡыу.
4) Эстәлеген аңлауҙы тикшереү – һорауҙарға яуап биреү:
- Шиғырҙа ниндәй яра турында һүҙ бара? Яраның авторға ҡағылышы бармы?(Үпкәһе яраланған,комсомол билеты тишелгән.)(Слайд4)
- «Бәлки үсем кәмер дошманға,тәнемдәге тимер иреһә»тигән юлдар
ҙы нисек аңлайһығыҙ?(Тимер киҫәген алып ташлағас,яраһы һыҙламай.Шулай булғас ул фашистарҙы ла иҫкә төшөрмәҫ)
-“Әйтерһең ҡарт гонаһ эйәһе әйләнгеләп ҡуя ҡәберҙә.”Бының менән автор нимә әйтергә теләгән?(боронғолар әйткәнсә,гонаһлы кеше ҡәберҙә әйләнеп ята,тиҙәр)Был турала өләсәй,олатайҙарҙан йә мулланан һорашырһығыҙ.
- Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: ни өсөн ҡар яуған һайын авторҙың яраһы һыҙлай?
( Тәбиғәт менән кеше бер-береһенә бәйле һ.б.)
- Өсөнсө көн тоташ ҡар яуғанға шатланып буламы?Ҡасан?(Эйе,ҡар оҙаҡ яумай торһа)
8. Ял минуты. . «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» йырын тыңлау.
Әле беҙ уҡыған шиғырға композитор Сара Садиҡова көй яҙған һәм
ул йырға әйләнгән. Был йырҙы Хөсәйен Мәжитов, әҙиптең ауылдашы
Фәриҙә Ҡудашева башҡара. Әйҙәгеҙ,Фәриҙә Ҡудашева башҡарыуында тыңлайыҡ.
9. Ял итеп алдыҡ, ә хәҙер ҡысҡырып тасуири уҡыйыҡ.
-Ниндәй кәйеф менән уҡырһығыҙ? Ни өсөн?(Күңелһеҙ,ҡайғылы) Берәмләп, парлап, хор менән уҡыу.
10. Дәфтәрҙә эш: шиғырҙа осраған һандарҙы яҙып алырға, уларҙың төрөн, килешен билдәләргә,сәсмә телдә һөйләм төҙөргә.
Өсөнсө көн,бер яра,икебеҙгә,бер минаның,ике ярсығы,береһе, икенсеһе,ун туғыҙ йыл.
11. Дәресте йомғаҡлау.
- Бөгөн дәрестә нимәләр белдегеҙ? Нимәләр иҫегеҙҙә ҡалды? Кемдәрҙең исемдәре яңғыраны?
-Синквейн төҙөйөк.(слайд5)
Ҡар. Яра.
Епшек,аҡ. Тәрән,уңалмаҫ.
Яуа,әрнетә,уйландыра. Әрней,һыҙлай,борсой.
Өсөнсө көн тоташ яуа. Дошманға нәфрәт тыуҙыра.
Хәтер. Һуғыш һөҙөмтәһе.
Уҡыусылар, М.Кәрим балаларҙы яратҡан.уларҙың инсафлы,итәғәтле
булып үҫеүҙәрен теләгән.Уның өмөтөн аҡларһығыҙ, тип уйлайым.
12. Өй эше биреү: шиғырҙы ятларға.

Приложенные файлы


Добавить комментарий