Жестокое обрашчение с детми 4


Чтобы посмотреть презентацию с оформлением и слайдами, скачайте ее файл и откройте в PowerPoint на своем компьютере.
Текстовое содержимое слайдов:

Аяуһыҙлыҡ ҡайҙан килә? Хәсәнова Э.С. Ғилми тикшеренеүҙәр һығымтаһы буйынса:Рәсәйҙең һәр дүрт ғаиләһендә бала йәбер күрә; йыл һайын 100 меңдән ашыу балаға ҡарата енәйәт ҡылына;шуларҙың 10% ғүмере өҙөлә, ә 2 меңе үҙ-үҙенә ҡул һала;50 меңдән артыҡ бала үҙҙәрен ҡурсалап өйҙән сығып китә, ә 25 меңе эҙләүҙә. Былтыр беҙҙең республикала 2445 бала яуызлыҡ ҡорбаны булған.8 баланың ғүмере ҡыйылған, 16-һына ауыр тән йәрәхәттәре һалынған, 550- һен туҡмағандар, 5 яфалап ҡыйнағандар, 38 ҡыҙ бала көсләнгән. Балаға шәфҡәтһеҙ мөнәсәбәттең дүрт төрө: тән яраһы һалыу;көсләү;йән яраһы һалыу;баланың төп ихтыяждарын һанға һуҡмау. Тән яраһы һалыу Йән яраһы һалыу Ғалим –психолог Д. Гилл балаларҙың йәберләнеүен йәшенә ҡарата бер-нисә төркөмгә бүлә: беренсе - 1 йәштән 2 йәшкә тиклем;икенсе - 3 йәштән 9 йәшкә тиклем;өсөнсө - 9 йәштән 15 йәшкә тиклем. Баланы битарафлыҡтан, яһалма мөнәсәбәттән, бала яратмауҙан, агрессиянан, яуапһыҙлыҡтан, тупаҫлыҡтан, ата-әсәле көйө етемлектән һаҡларға кәрәк… Ғөмүмән, бала күңелен язалаусы, уның хоҡуҡтарын боҙоусы һәм кешелек баһаһын кәметеүсе бөтә нәмәнән араларға кәрәк баланы. Бөгөнгө көндә 80% бала приюттарҙа һәм балалар йорттарында тәрбиәләнә. Бала өсөн иң кәрәк донъя – ул тулы һәм татыу ғаилә. Ата-әсә наҙын, йорт йылыһын бала фәҡәт ғаиләлә генә тоя ала, ошонда уның киләсәктәге үҙ аллы тормошоноң йүнәлештәре һыҙатлана. Иң аянысы шул: был енәйәттәрҙең 313- өн ата-әсәләре йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләр эшләгән. . ). Эшһеҙлек күңел тотороҡһоҙлоғона, эскелеккә илтә, был афәт иһә кешелә иң яман сифаттарҙың ҡалҡып сығыуына килтерә. Ошо арҡала ғаиләләрҙә татыулыҡ китә, өлкәндәр асыуын йыш ҡына бер ғәйепһеҙ балаға төшөрә. Ә бала- үҙен яҡлай алмаған кес кенә йән эйәһе- йәбергә түҙеп йәшәй бирә. Сабыйҙарға ауыр һүҙ әйтмәгеҙ Сабыйҙарға ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,Изге йәндәр бит ул сабыйҙар.Әле улар дуҫты, дошманды лаБер үк туған итеп таныйҙар.Сабыйҙарға ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,Ситләтмәгеҙ зинһар, аранан.Ҡайһы бала ғәмһеҙ булып ҡалаКүңеленән алған яранан.Сабыйҙарға ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,Йәш тал һымаҡ бит ул сабыйҙар.Сабыйҙарҙы кеше итә-итәТуҙһын беҙҙең итәк-салғыйҙар… Венер Йәнбәков

Приложенные файлы


Добавить комментарий