Викторина вопросы 2


һорауҙар
Башҡортостандағы иң тәүге ҡурайсыларҙан алып бөгөнгө көнгә тиклемге кәмендә 15 оҫтаны һанап сығырға.2. Республикабыҙҙағы билдәле сәсәниә-ғалимә кем?3. Башҡортостанда үлән ҡурайҙан тыш, башҡа материалдарҙан да был музыка ҡоралын эшләй башланылар. Ошо шөғөлгә кем ҡасандан алып тотонған?4. Республикабыҙҙа Журналистар союзы ҡасан ойошторолған? Улар үҙҙәренең ниндәй премияһын һәм ҡасан булдырған?5. «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән исемгә иң тәүге лайыҡ булған кеше кем?6. Республикабыҙҙағы тәүге башҡорт рәссамының исемен атағыҙ.7. Башҡорт халҡының тормош-көнкүреше, риүәйәт-легендалары тураһында ниндәй яҙыусы нисәнсе йылдарҙа яҙып ҡалдырған?8. Башҡортостандың ҡайһы төбәктәрендә ниндәй боронғо мавзолейҙар (кәшәнәләр) бар?9. Республикабыҙҙың ҡайһы ҡалаһында гармунға һәйкәл ҡуйылған? Ул ниндәй музыкаль сара менән бәйле һәм ҡасандан үткәрелә, тәүге ойоштороусыһы кем?10. Республикабыҙҙы Рәсәй кимәлендә танытҡан өс эстрада йондоҙоноң исемдәрен атағыҙ.
 һорауҙар яуаптары1
1. Башҡортостандағы иң билдәле ҡурайсылар – Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Буранбай Ҡотдосов, Йомабай Иҫәнбаев, Ишҡәле Дилмөхәмәтов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Кәрим Диаров, Ғата Сөләймәнов, Нәжметдин Хәсәнов, Мөхәммәт Түләбаев, Мөхәммәт Ҡәҙерғолов, Юлай Ғәйнетдинов, Азат Айытҡолов, Ришат Рәхимов, Ишморат Илбәков, Роберт Юлдашев, Рөстәм Шәрипов, Рушан Биктимеров…2. Танылған ғалимә-сәсәниә Розалиә Солтангәрәева.3. Ҡурай яһау оҫтаһы – Вәкил Шөғәйепов. Был эште ул 1976 йылда башлай.4. Журналистар союзы Башҡортостанда 1958 йылда ойошторолған. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия 1988 йылда булдырылған.5. «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән исем иң тәүҙә Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа бирелә.6. Республикабыҙҙағы тәүге башҡорт рәссамы – Ҡасим Дәүләткилдеев.7. Башҡорт халҡының тормошо, легенда-риүәйәттәре тураһында 921 – 922 йылдарҙа ғәрәп яҙыусыһы һәм сәйәхәтсеһе Әхмәт Ибн Фаҙлан яҙып ҡалдырған.8. Шишмә районының Шишмә ҡасабаһы янында Аҡ зыярат эргәһендә – Хөсәйен-бәк, Түбәнге Тирмә ауылы янында – Тура-хан, Күгәрсен районында Бәндәбикә кәшәнәләре бар.9. Гармунға һәйкәл Яңауыл ҡалаһында ҡуйылған. Сөнки бында ете тапҡыр «Моңға бай гармун байрамы» тигән музыкаль сара уҙғарылды. Ул республикабыҙҙа «Тальян байрамы»н ойоштороп ебәреүсе талантлы режиссёр, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Иҡсанов исемен йөрөтә.10. Башҡортостанды Рәсәй кимәлендә танытҡан эстрада йондоҙҙары – Юрий Шевчук, Земфира Рамазанова, Алһыу Сафина, Юрий Шатунов, Андрей Губин һәм башҡалар.

Приложенные файлы


Добавить комментарий