Золфи влитовнанын осталык класы


«Яңы белем биреү технологияларын ҡулланыу- планлаштырылған һөҙөмтәләргә ирешеү шарты”
темаһына оҫталыҡ класы.
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле колллегалар!
Мастер класты башлар алдынан бер нисә һорауға яуап бирәйек әле
Уҡыусы ҡайһы ваҡытта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә?
Ә уҡытыусы ҡасан юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә?
Уҡыусыға белем алыу, ә уҡытыусыға белем биреү ҡыҙыҡлы булһын өсөн беҙ нимә эшләргә тейеш?
Әгәр ҙә белем биреү процесында яңы белем биреү технологиялары, яңы алымдар ҡулланһаҡ уҡытыусыға ла, уҡыусыға ла ҡыҙыҡлы булыр инеме икән?
Хөрмәтле коллегалар, әйҙәгеҙ яңы технологияларҙың эффектлылығын иҫбатлай торған миҫалдар килтереп ҡарайыҡ (активлыҡ, логик фекерләү үҫешә, күберәк мәғлүмәт хәтерҙә ҡалдыралар)
Тағы ике һорау:
“Яңы белем биреү технологиялары тураһынде етерлек беләбеҙ” тигән фекер менән килешәһегеҙме? (эйе/юҡ)
Тик яңы технологиялар ғына ҡулланып эшләйбеҙме?
Минең фекеремсә, был һорауҙар һәр беребеҙ өсөн актуаль һәм уларға яуап табыу бик мөһим.
Заманса белем биреү уҡытыусы алдында яңы бурыстар ҡуя. Бөгөн беҙ яңы белем биреү стандарттары буйынса эш итәбеҙ. Шуға күрә лә сифатлы белем һәм күнекмәләр биреү менән бер рәттән уҡыусылар өсөн предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләргә ирешерҙәй уҡыу эшмәкәрлеге булдырырға тейешбеҙ. Шул ваҡытта ғына юғары күрһәткестәргә ирешә алабыҙ
Ә хәҙер теорияға мөрәжәғәт итәйек. “Технология” һүҙен нисек аңлайһығыҙ?
...
“Аңлатмалы һүҙлек” тә түбәндәгесә билдәләнә:
Технология – төрлө нәмәләрҙе эшләү һәм эшкәртеү ысулдары, эш алымдары
Ә педагогик технология нимә ул?
Педагогик технология – уҡытыуҙың иң һәҙәмтәле юлдарын эҙләүсе фән тармағы мәғәнәһендә лә, уҡытҡанда файҙаланырға тәҡдим ителә торған ысулдар, саралар берҙәмлеге итеп тә, уҡытыу процесы кеүек тә аңлатыла.
Ә хәҙер ошо билдәләмәнән төп фразаларҙы табығыҙ (эш алымдары, ысулдар, саралар берҙәмлеге, уҡытыу процесы)
Әле генә беҙ ниндәй технология ҡулландыҡ? (һөҙөмтәле уҡыу технологияһы)
Тимәк, беҙ яңы технологияларҙы ҡулланып эшләй беләбеҙ. Тик әлегә беҙ белмәгәндәре лә байтаҡ. Шуға күрә лә оҫталыҡ класы барышында
белгәндәрҙе иҫкә төшөрөргә
яңы белем биреү технологиялары, эш алымдары, эш төрҙәре тураһында яңы мәғлүмәт алырға
эш тәжрибәһендә ҡулланыу оҫталығына ирешергә тейешбеҙ
Шулай итеп, хөрмәтле коллегалар, һеҙгә ниндәй технологиялар билдәле?
Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы, проектлау, һаулыҡ һаҡлау, критик фекерләүҙе үҫтереү технологияһы, ИКТ-технология, ижади үҫеш технологияһы, проблемалы (хәл ителмәгән) диалог технологияһы, хеҙмәттәшлек технологияһы.
Экранда уҡытыусылар тарафынан йыш ҡулланылған технологиялар күрһәтелгән
Шулай итеп, беҙ нимә төҙөнөк
Кластер
“Кластер” ниндәй технологияның алымы?
Критик фекерләүҙе үҫтереү технологияһы
Эйе, бәлки күптәрегеҙ был технология менән танышһығыҙҙыр. Критик фекерләүҙе үҫтереү технологияһынан үҙегеҙ ҡулланып эшләгән алымдарҙы һанап китегеҙ әле.
Критик фекерләүҙе үҫтереү технологияһы
Кластер Инсерт Синквейн
Идеялар кәрзине Фишбоун Эссе
Фал ағасы Блум кубы Алты эшләпә
Дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған раҫлау Туҡталыштар менән уҡыу Хокку
Ни өсөн өс бағана барлыҡҡа килде?
Критик фекерләүҙе үҫтереүҙең 3 стадияһы: саҡырыу, үҙләштереү, рефлексия. Бында үҙгәреш булыу һәм дәрестең төрлө этаптарында ҡулланыу ҙа мөмкин
Хөрмәтле коллегалар, әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ. Мин һеҙгә “ирекле микрофон” тәҡдим итәм. Мин теге йәки был технологияға хас булған айырым һүҙҙәрҙе әйтәм, ә һеҙ ниндәй технология икәнен билдәләргә тейешһегеҙ
ял минуты, эшмәкәрлек төрөн алмаштырыу – сәләмәтлек һаҡлау технологияһы
өс төрлө өй эше биреү (теоретик, ярым ижади һәм ижади) – ижади үҫеш технологияһы.
уңыш баҫҡысы - белем алыуға өлгәшеүҙе баһалау технологияһы
диалог – проблемалы диалог технологияһы
эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе – проектлау технологияһы
әңгәмәсенең уйын тойомлау – критик фекерләүҙе үҫтереү технологияһы
презентация – ИКТ.
Әле генә ҡулланған “ирекле микрофон” ниндәй технологияның алымы булып тора? (уйын)
Уйын технологияһының тағы ниндәй алымдарын беләһегеҙ?
Критик фекерләүҙе үҫтереү технологияһының тағы бер алымын ҡарап китәйек
Уҡыусыларға текст бирелә һәм уҡыу барышында “+”, “?”, “!” билдәләре ҡуйып сығыу тәҡдим ителә. Был эштән һуң балалар түбәндәге таблицаны тултырырға тейеш була
+ ! ?
Был мәғлүмәт миңә билдәле Яңы мәғлүмәт алдым
Яңылыҡ белдем Был турала тағы ла белергә теләйем
Хөрмәтле коллегалар, был алымды ҡайһы осраҡтарҙа ҡулланып була?
(Ауыр булмаған тексты уҡығанда, ҡабатлау этабында)
Ә хәҙер коллегалар төркөмдәрҙә эш тәҡдим итәм
Һәр төркөм бирелгән фрагмент менән эшләй һәм түбәндәге һорауҙарға яуыап әҙерләй:
-ниндәй технология ҡулланылған?
- ниндәй билдәләр ярҙамында асыҡланығыҙ?
бирелгән фрагментта был технология дөрөҫ ҡулланылғанмы?
Төркөмләп эшләү.
Эштәрҙе яҡлау.
-Әле генә төркөмдәрҙә эш барышында бөтәбеҙгә лә таныш технология ҡулландыҡ. Ниндәй? (хеҙмәттәшлек технологияһы).
Эйе ул төркөмдәрҙә эш алымдарын үҙ эсенә ала, эш алымдарын эҙмә-эҙлекле үткәреүҙе күҙ уңында тота. Уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереүҙә иң отошло технологияларҙың береһе.
Шулай итеп, уҡытыусылар эшмәкәрлегендә йыш ҡулланылған технологияларҙы ҡарап киттек
Ә хәҙер үҙ фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлаша алаһығыҙ. Бының өсөн бөтәбеҙ ҙә баҫабыҙ һәм ике түңәрәк барлыҡҡа килтерәбеҙ – эске түңәрәк һәм тышҡы түңәрәк. Бер- берегҙгә ҡарашып баҫығыҙ. Мин ҡушҡанды теүәл үтәгеҙ. Бер-берегеҙгә үҙегеҙҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡан технология тураһында һөйләргә кәрәк. Шунан мин фарман биргәс тә парҙар алмашына.
һәр парҙан кемдең сәсе оҙонораҡ, шул башлай;
берҙе икегә тапҡырлағыҙ – нисә булһа, уңға боролоп шунса аҙым яһағыҙ;
хәҙер кем буйға оҙонораҡ, шул башлай;
икегә өстө ҡушығыҙ - нисә булһа, уңға боролоп шунса аҙым атлағыҙ;
кемдең тырнағы оҙонораҡ, шул башлай..
Ҙур рәхмәт. Урындарығыҙға ултырығыҙ.
Әле генә ниндәй технология ҡулландыҡ?
Эйе, баһалау технологияһы. Ул рефлексия этабында уҙғарыла.
Оҡшанымы ?
Оҡшаһа, үҙегеҙҙең эшегеҙҙә ләҡулланығыҙ. Ул “Сингапур проектының” бер алымы булып тора.
Ә хәҙер, коллегалар, уңыш баҫҡысында үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ. Яңы технологияларҙы ҡуллана белеү буйынса кем үҙен иң юғары баҫҡысҡа ҡуйыр икән?
Рәхмәт!
Шулай итеп, яңы технологиялар ни өсөн ҡулланыла икән? Яңы технологиялар ҡулланып эшләү уҡыусылар эшмәкәрлеген активлаштыра, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә булышлыҡ итә.
Һәр уҡытыусы – ижадсы. Иң мөһим йүнәлеш – танып белеү процесы, уны ҡуллана белеү һәм үҫтереү. Бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулда.. Технологияларҙы ла беҙ заман талабы булған өсөн генә түгел, ә балаларҙы уҡытыу, тәрбиәләү, үҫтереү ҙә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн ҡулланабыҙ
Үҙемдең сығышымды Чарльз Диккенс һүҙҙәре менән тамамлайым: “Башҡаларҙы камиллаштырғанда ғына кеше үҙе лә камиллаша”
-Һәм бөгөнгө оҫталыҡ дәресе барышында беҙгә ИКТ технология ярҙам итте. Ижадсы булығыҙ. Уҡыусыларығыҙҙы ла шуға өйрәтегеҙ. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт

Приложенные файлы


Добавить комментарий