Зынб биишеванын сре буыйнса дрес планы








Зәйнәб Биишеваның ”Көҙгө ямғыр “ шиғыры буйынса
дәрес планы.
Ойоштороу мәле.
Дәрес маҡсаты менән таныштырыу.
З.Биишеваның биографияһы тураһында һөйләү.
Шиғыр менән танышыу .
Һүҙлек эше.
Әңгәмә .
Шиғырҙың йөкмәткеһен асыу.
Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү.
Йомғаҡлау.
Өйгә эш биреү.
Тема: Зәйнәб Биишева ”Көҙгө ямғыр “.
Маҡсат:
1) З.Биишеваның тормошо һәм ижад юлы менән танышыу,
2) ” Көҙгө ямғыр “ шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү,
идеяһын асыу, һөйләү телмәрен үҫтереү,
3) көҙгө тәбиғәттең матурлығын күрә белергә өйрәтеү, уға
ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү
Йыһазландырыу:
1) З.Биишеваның портреты
2) слайд-шоу
3) ”Көҙ “ темаһына йырҙар яҙмаһы, магнитофон
Дөрес барышы:
Ойоштороу мәле.
Слайд № 2
Дәрес маҡсаты менән таныштырыу.
Слайд № 3
Ҡырҙар буш ҡала,
Ямғырҙар яуа,
Ерҙәр дымлана,
Был ҡайсаҡ була?
(Ғ.Туҡай)
-Тимәк, бөгөн беҙ һеҙҙең менән көҙ тураһында һөйләшәбеҙ.
Әңгәмә .
-Һеҙҙеңсә нимә ул көҙ? Көҙ айҙарын һанап китегеҙ.
- Көҙгө тәбиғәт тураһында нимә әйтерһегеҙ?
- Мин көҙҙө байлыҡ менән сағыштырам. Көҙ - ул байлыҡ.
Слайд №4-5
- Ни өсөн?
-Ә һеҙҙең өсөн нимә ул көҙ?
- Сентябрь – көҙ миҙгелен башлап ебәреүсе ай. Рустарҙағы Семен исеме менән уны Симән көнө тип тә йөрөгәндәр. Петр I тарафынан христиан йыл иҫәбе индерелгәнгә тиклем был көн Рәсәйҙә Яңы йыл байрамы , йыл башы булып йөрөгән. Көҙгө сәсеүҙе һәм башҡа ҡыр эштәрен ошо ваҡытҡа тамамларға тырышҡандар. Халыҡта был көндө әбейҙәр сыуағы башланған мәл булараҡ та иҫәпләнгән. «Көҙгө көндөң көлөүе лә илауы» тигәндәй, әбейҙәр сыуағында һауалар йылы, ҡоро торһа ла, ел-ямғырҙар йышая барып, көндәр ҡара көҙгә ауыша.
-Көҙ тураһында ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?
Слайд № 6
-1 сентябрьҙә йылы булһа, бөтә көҙ йылы булыр.
- Симән көнө ямғыр яуһа, көҙ бысраҡ килер.
-1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
- 8 октябрь тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә- тиҙ иреп бөтәсәк.
-Шулай итеп, халыҡ тәбиғәткә ҡарата иғтибарлы булған, уны яратҡан, һаҡлай белгән.Һеҙ ҙә, балалар, тәбиғәтте яратыу ғына түгел, уны һаҡлай ҙа белегеҙ.
Йомғаҡлау:
Көҙ - ул уҡыу йылы башы ғына түгел, байлыҡ, ҡышҡа әҙерлек, туҡтауһыҙ ямғырҙар.
З.Биишеваның биографияһы тураһында һөйләү.
Слайд № 7
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге премияһы лауреаты З.Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй етем ҡала.
Слайд № 8
1924 Ырымбурҙа башҡорт педтехникумында уҡый. Уңышлы тамамлай.
1929-1931 Баймаҡ районы Темәстә- уҡытыусы. Ауыл тормошонда актив ҡатнашыусы.
1931 Китап нәшриәтендә эшләй. «Пионер» дәреслек –журналында яуаплы мөхәррир.
1938-1951 Газеталарҙа, радиокомитетта эшләй. 1981-1982 4 томлы йыйынтығы баҫыла. «Мөхәббәт һәм нәфрәт» исемле китабы.
1996 Өфөлә вафат була 89 йәш була.

Слайд № 9
Әҫәрҙәре:
«Дуҫлыҡ», «Серле ҡурай», «Гөлбәҙәр», «Серле йөҙөк» драмалары, «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар», «Ҡайҙа һин, Гөлниса?» повестары,
«Яҡтыға » трилогияһы: «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш» романдары…
Шиғыр менән танышыу .
Һүҙлек эше.
Слайд № 10
йән-душа
тынғы-спокойствие
һөйөнсө – хорошая новость
һыҡтанма- не печалься
әрәм- понапрасну
аңҡыр- запахнет
Шиғырҙың йөкмәткеһен асыу.
- Шиғыр нимә тураһында? (көҙгө ямғыр, тәбиғәт тураһында)
- Автор был шиғыры менән нимә әйтергә теләгән?( көҙгө ямғыр- һыуыҡ, күңелһеҙ булһа ла , ул байлыҡ, уңыш нигеҙе.)
- Автор тәбиғәттең матурлығын ниндәй һүҙҙәр менән йәнләндереп ебәрә? ( тамсы бейей, шыбыр-шыбыр һөйләй, мин килдем, баҫыуҙарға ҡоя, мая һала)
- Ямғырҙың тәбиғәткә һәм кешегә файҙаһын ниндәй һүҙҙәр менән күрһәтә? (алтын баҫыуҙар. өмөт бөрөһө,изге тамсы…)
Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү.
Йомғаҡлау.
Тимәк, З.Биишеваның ”Көҙгө ямғыр “ шиғыры беҙгә тәбиғәттең һәр миҙгеленең матурлығын күрергә өйрәтә. Көҙ –ул байлыҡ та, уңыш та, тереклек тә.
Өйгә эш биреү.
Слайд № 11
”Көҙгө ямғыр “ шиғырын тасуири уҡырға өйрәнергә, көҙ тураһында бәләкәй хикәйә яҙып килергә.

Приложенные файлы


Добавить комментарий