ГАОУ СПО СМПК
УЧЕБНО-МЕТОДИЧЕСКИЕ МАТЕРИАЛЫ
ПО ДИСЦИПЛИНЕ ОГСЭ.07 БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК
ДЛЯ СПЕЦИАЛЬНОСТИ
034702 ДОКУМЕНТАЦИОННОЕ ОБЕСПЕЧЕНИЕ УПРАВЛЕНИЯ И АРХИВОВЕДЕНИЕ
И ПРОФЕССИИ
034700.03 ДЕЛОПРОИЗВОДИТЕЛЬ
Преподаватели: Г.Г. Алимбаева
С.Ф. Каримова
Образовательные учреждения РБ – Башҡортостан Республикаһының белем биреү учреждениелары
Составьте предложения с новыми словами и выражениями:
образовательные учреждения – белем биреү учреждениелары
учебное заведение – уҡыу йорто
дошкольные образовательные учреждения – мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары
начальное образование – башланғыс белем (биреү)
основное (общее) образование – төп (дөйөм) белем (биреү)
среднее (полное) образование – урта (тулы) белем (биреү)
начальное (среднее, высшее) профессиональное образование – башланғыс (урта, юғары) һөнәри белем (биреү)
детский сад – балалар баҡсаһы
школа – мәктәп
Перепишите и выучите диалог:
- Һаумыһығыҙ.
- Иҫәнмеһегеҙ.
- Һеҙ әңгәмәгә әҙерме?
- Эйе, мин (беҙ) әңгәмәгә әҙер.
- Башҡортостанда ниндәй белем биреү учреждениелары бар?
- Башҡортостанда мәктәпкәсә, башланғыс, төп (дөйөм), урта (тулы), башланғыс, урта, юғары һөнәри белем биреү учреждениелары бар.
- Уларға ниндәй уҡыу йорттары ҡарай?
- Уларға балалар баҡсалары, мәктәптәр, лицейҙар, гимназиялар, училищелар, техникумдар, колледждар, институттар, академиялар, университеттар инә.
- Ярай, бик яҡшы.
Перепишите текст, вставляя нужные по смыслу слова:
Мин Башҡортостандың иң матур ҡалаларының береһе – Стәрлетамаҡта тыуып үҫтем. Тыуған ҡаламды бик яратам. Ҡалабыҙ күҙ алдында үҙгәрә, йылдан-йыл _________ бара. Әле Стәрлетамаҡ _________ студентымын, ошо уҡыу йортонда уҡыуым менән ғорурланам.
Әлеге ваҡытта бында _____ , _____ , _____ һәм башҡа төрлө ________ әҙерләйҙәр.
Даны республикаға ғына түгел, бөтә Рәсәйгә билдәле булған күп профилле һөнәри колледжында студенттар өсөн барлыҡ ______ тыуҙырылған. 4 уҡыу корпусы, 2 ҙур ятаҡхана, иркен китапхана, тренажер залы, шахмат клубы, ҙур ашхана - барыһы ла ошо уҡыу йортонда белем алыусылар өсөн. Кабинеттарҙа, китапханала ла Интернет бәйләнешенә тоташтырылған _______ бар. Колледжда спорт тормошона ҙур иғтибар бүленә. Студенттар ______ спорт залында шөғөлләнергә ярата. Бында улар өсөн 10-дан ашыу секция һәм _____ эшләй.
Белешмә өсөн һүҙҙәр: тәрбиәсе; дизайнер; түңәрәк, рәссам; уңайлы шарттар; күп профилле һөнәри колледжы; компьютер залдары; матурая; белгестәрҙе, буш ваҡыттарында.
Һөнәрҙәр - Профессии
Прочитайте, переведите диалог:
- Һаумы, Айгөл.
- Зифа, сәләм.
- Бөгөн «Ашҡаҙар» гәзитендә иғлан сыҡҡанмы?
- Эйе, бөгөн «Ашҡаҙар» гәзитендә иғлан сыҡҡан.
- Унда һөнәрселәр талап ителәме?
- Бик күп һөнәрселәр талап ителә.
- Ниндәй һөнәрселәр кәрәк?
- Уҡытыусылар – учителя, табиптар – врачи, социаль хеҙмәткәр – социальный работник, китапханасы, шәфҡәт туташы – сестра милосердия, дизайнер-биҙәүсе – дизайнер-оформитель, һатыусы – продавец, тәрбиәселәр – воспитатели, режиссер, социологтар, артистар, рәссамдар – художники, инженерҙар кәрәк икән.
-Һин һөнәрең буйынса кем?
- Мин һөнәрем буйынса уҡытыусы.
- Ә һин?
- Мин – дизайнер-биҙәүсе.
- Эшкә урынлашырға бараһыңмы?
- Эшкә урынлашырға мотлаҡ барасаҡмын.
Переведите тексты:
Донъяла мең төрлө һөнәрҙәр бар, мәҫәлән, уҡытыусы, тәрбиәсе, һатыусы, буяусы, ҡортсо, ашнаҡсы, игенсе, балта оҫтаһы, малсы һәм башҡалар. Һәр кеше үҙенә ғүмерлеккә бер һөнәр һайлай. Һөнәр ниндәй булһа ла, уға айырым үҙенсәлекле әҙерлек кәрәк. Бына, мәҫәлән, уҡытыусылар түҙемле, тәрбиәле, уҡымышлы, балаларҙы һөйөүсән булырға тейеш.
Слова-помощники:
буяусы - маляр
ашнаҡсы – повар
игенсе – хлебороб
балта оҫтаһы – плотник
Һөнәрҙәр бүленеше
Хеҙмәттең биш объекты була: кеше, техника, художестволы образ, тамға, тәбиғәт. Шуға бәйле һөнәрҙәр шундай төркөмдәргә бүленә: кеше – кеше, кеше – техника, кеше – художестволы образ, кеше – тамға, кеше – тәбиғәт. Был төркөмдәрҙең тәүге өлөшөндә хеҙмәттең субъекты – кеше – атала.
Кеше – кеше: кешеләргә тәрбиә һәм белем биреү, шулай уҡ уларҙы хеҙмәтләндереү менән бәйле һөнәрҙәр. Был төркөмгә педагогика, медицина, хеҙмәтләндереү сфераһы өлкәләренә ҡараған һөнәрҙәр инә.
Кеше – техника: техниканы барлыҡҡа килтереү, ҡарау һәм эксплуатациялау менән бәйле һөнәрҙәр. Был төркөмгә инженер-конструктор, автослесарь, система администраторы һәм башҡа һөнәрҙәр инә.
Кеше – художестволы образ: художестволы образдарҙы тыуҙырыу, өйрәнеүгә бәйле һөнәрҙәр. Был төркөмгә рәссам, актер, йырсы, сәнғәт белгесе, яҙыусы, шағир кеүек һөнәрҙәр инә.
Кеше – тәбиғәт: тәбиғәтте өйрәнеү, һаҡлау һәм үҙгәртеп ҡороуға бәйле һөнәрҙәр, улар – мал табибы, баҡсасы, агроном, эколог һәм башҡалар.
Кеше – тамға: тамға системаһын тыуҙырыу һәм ҡулланыуға бәйле һөнәрҙәр. Был төркөмгә художестволы һәм техник текстарҙы тәржемә итеүсе, аналитик, финанс эштәре белгесе һәм башҡа һөнәрҙәр инә.
Слова-помощники:
тәрбиә һәм белем биреү – обучение и воспитание
уларҙы хеҙмәтләндереү – их обслуживание
... менән (...-ыуға / -еүгә) бәйле – связанный с ...
ҡараған – относящийся
тыуҙырыу, барлыҡҡа килтереү – создание
ҡарау – уход, обслуживание
сәнғәт белгесе – искусствовед
үҙгәртеп ҡороу – преобразование
Колледж тарихынан – Из истории колледжа
Прочитайте, переведите, выучите:
1. Стәрлетамаҡ педагогия кластары ҡасан асыла? (Когда открываются в Стерлитамаке педагогические классы?)
1979 (бер мең туғыҙ йөҙ етмеш туғыҙынсы) йылда Стәрлетамаҡта педагогия кластары асыла. (В 1979 году в Стерлитамаке открываются педагогические классы)
2. Уның тәүге директоры кем? (Кто был первым директором?)
Уның тәүге директоры – Усевич Антонина Никифоровна. (Первый директор – Усевич Антонина Никифоровна)
3. Нисәнсе йылдан ул педагогия училищеһына әйләнә? (В каком году он переименовывается в педагогическое училище?)
1991 (мең туғыҙ йөҙ туҡһан беренсе) йылда ул педагогия училищеһына әйләнә. (С 1991 года он переименовывается в педагогическое училище).
4. Педагогия училищеһы нисәнсе йылдан Стәрлетамаҡ педагогия колледжына әйләнә? (В каком году педагогическое училище переименовывается в Стерлитамакский педагогический колледж?)
Педагогия училищеһы 1997 йылдан Стәрлетамаҡ педагогия колледжына әйләнә. (С 1997 года педагогическое училище переименовывается в Стерлитамакский педагогический колледж)
5. Нисәнсе йылдан башлап Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы тип атала башлай? (В каком году Стерлитамакский педагогический колледж начинает называться Стерлитамакским многопрофильным профессиональным колледжем?)
Колледж 2012 (ике мең ун икенсе) йылдан Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы тип атала башлай. (С 2012 года начинает называться Стерлитамакским многопрофильным профессиональным колледжем)
Современный колледж – Хәҙерге колледж
Составьте предложения с новыми словами и выражениями:
инновационное учебное заведение – инновацион уҡыу йорто
Государственное автономное профессиональное образовательное учреждение – Дәүләт автономиялы урта һөнәри белем биреү учреждениеһы
Стерлитамакский многопрофильный профессиональный колледж – Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы
специальность – һөнәр
“Дошкольное образование” – “Мәктәпкәсә белем биреү”
“Специальное дошкольное образование” – “Мәктәпкәсә махсус белем биреү”
“Социальная работа” – “Социаль хеҙмәт”
“Социальный работник” – “Социаль хеҙмәткәр”
“Делопроизводитель” – “Эш башҡарыусы”
“Секретарь” – “Сәркәтип”
“Документационное обеспечение управления и архивоведение” – “Идаралыҡты документтар менән тәьмин итеү һәм архив эше”
“Прикладная информатика в дизайне” – “Дизайндағы ғәмәли информатика”
“Компьютерные сети” – “Компьютер селтәрҙәре”
“Мастер по обработке цифровой информации” – “Цифрлы мәғлүмәтте эшкәртеү белгесе”
“Наладчик компьютерных сетей” – “Компьютер селтәрҙәрен көйләүсе”
“Дизайн” – “Дизайн”
“Реклама” – “Реклама”
“Педагогика дополнительного образования” – “Өҫтәмә белем биреү педагогикаһы”
“Право и организация социального обеспечения” – “Хоҡуҡ һәм социаль тәьминәттең ойошторолоуы”
“Право и судебное администрирование” – “Хоҡуҡ һәм суд менән етәкселек итеү”
Что такое делопроизводство? – Нимә ул эш башҡарыу?
Составьте предложения с новыми словами и выражениями:
делопроизводство – эш башҡарыу
архивное дело – архив эше
работа с официальными документами – официаль документтар менән эш
документационное обеспечение управления – идаралыҡты документаль тәьмин итеү
создание, сбор, обработка, накопление, хранение, поиск и использование информации – мәғлүмәтте булдырыу, йыйыу, эшкәртеү, туплау, һаҡлау, эҙләү һәм ҡулланыу
Функции делопроизводителя – Эш башҡарыусының вазифалары
Составьте предложения с новыми словами и выражениями:
специалист по работе с документацией – документация менән эшләү буйынса белгес
прием корреспонденции – корреспонденцияны (хаттарҙы) ҡабул итеү
регистрация корреспонденции – корреспонденцияны (хаттарҙы) теркәү
направление корреспонденции в структурные подразделения предприятия – корреспонденцияны (хаттарҙы) ойошманың структур бүлексәләренә тапшырыу (ебәреү)
отправка исполненной документации по адресатам – башҡарылған документацияны адресаттарға ебәреү
учет получаемой и отправляемой корреспонденции – ҡабул ителә һәм ебәрелә торған корреспонденцияны (хаттарҙы) теркәү
систематизация и хранение документов – документтарҙы системалаштырыу һәм һаҡлау
контроль за своевременным исполнением документов – документтарҙың ваҡытында эшләнешен контролдә тотоу
выдача необходимых справок по зарегистрированным документам – теркәлгән документтар буйынса кәрәкле белешмәләр (справкалар) биреү
Прочитайте, переведите диалог:
- Эш башҡарыусының функцияларына нимәләр инә?
- Эш башҡарыусы документтар менән эшләй. Ул килгән хаттарҙы ҡабул итә, теркәй, ойошманың тейешле структур бүлексәләренә тапшыра, башҡарылған документацияны адресаттар буйлап ебәрә, документтарҙы системалаштыра. Шулай уҡ эш башҡарыусы документтарҙың ваҡытында эшләнешен тәьмин итергә һәм теркәлгән документтар буйынса белешмәләр бирергә әҙер торорға тейеш.
Эш башҡарыусының вазифалары
- Хәйерле көн, Кристина.
- Һаумыһығыҙ, София Фәритовна.
- Кристина, һин буласаҡ һөнәрең тураһында нимә беләһең?
-Эш башҡарыусы – ул документтар менән эшләүсе белгес.
- Эш башҡарыусы ниндәй функциялар үтәй?
- Эш башҡарыусы документтарҙы ваҡытында башҡарыуҙы, һаҡлауҙы контролдә тоторға тейеш.
- Ә справкалар нисек бирелә?
- Ә справкалар ҡәтғи рәүештә теркәлгән документтар буйынса бирелә.
- Билдәле бер адрес буйынса документ нисек ебәрелә?
- Билдәле бер адрес буйынса документ хатаһыҙ ебәрелә.
- Рәхмәт, Кристина.
- Һау булығыҙ.
Личность делопроизводителя – Эш башҡарыусы шәхесе
Составьте предложения с новыми словами и выражениями:
толерантность – толерантлылыҡ
навыки делового общения – рәсми аралашыу күнекмәләре
восприятие критики в свой адрес – үҙеңә ҡарата әйтелгән тәнҡит һүҙен ҡабул итеү
умение ладить с людьми – кешеләр менән килешә белеү
общительность – аралашыусанлыҡ, алсаҡлыҡ
доброжелательность – изгелеклелек, мәрхәмәтлелек
эмоциональная устойчивость – эмоциональ тотанаҡлылыҡ
ответственность – яуаплылыҡ
организованность – йыйнаҡлыҡ
хорошая память – яҡшы хәтер
способность концентрировать и распределять внимание – иғтибарҙы туплау һәм йүнәлтеү һәләте
хорошая зрительная способность – яҡшы күреү һәләте
общая культура – дөйөм мәҙәниәт
культура речи – телмәр мәҙәниәте
знание иностранного языка – сит телде белеү
Прочитайте, переведите диалог:
- Эш башҡарыусы ниндәй һыҙаттарға эйә булырға тейеш?
- Эш башҡарыусы аралашыусан (алсаҡ), изгелекле, эмоциональ тотанаҡлы, яуаплы, йыйнаҡ, иғтибарлы булырға тейеш. Шулай уҡ ул дөйөм мәҙәниәткә, телмәр мәҙәниәтенә эйә булырға, кешеләр менән килешергә, улар менән уртаҡ тел таба белергә, үҙенә әйтелгән тәнҡит һүҙен ҡабул итә белергә, сит тел белергә бурыслы. Эш башҡарыусының шулай уҡ хәтере, күреү һәләте лә бик яҡшы булырға тейеш.
Выучите диалог.
Документ – основа информационной среды - Документ – мәғлүмәти мөхиттең нигеҙе
Переведите текст:
Һәр бер ойошманың, берекмәнең йәки учреждениеның мәғлүмәти мөхите нигеҙен документтар тәшкил итә. Уларҙағы мәғлүмәт тик мотлаҡ эш башҡарыу операцияларын үткәндә генә юридик көскә эйә була һәм һөнәри эшмәкәрлектә ҡулланыла ала. “Документ” термины “дәлил, таныҡлыҡ” мәғәнәһендәге “documentum” тигән латин һүҙенән барлыҡҡа килгән. Документ тип тейешле рәүештә башҡарылған һәм шуның менән юридик көскә эйә булған һәр төрлө яҙма сығанаҡтарҙы атайҙар. С.И. Ожеговтың рус теле һүҙлегендә был терминға шундай аңлатмалар бирелә: 1) ниндәйҙер фактты йәки нимәгәлер булған хоҡуҡты раҫлаусы эш ҡағыҙы (мәҫәлән, юл йөрөү документтары); 2) шәхестең рәсми танытмаһы (паспорт, белешмә, таныҡлыҡ); 3) нимәлер тураһында һөйләүсе яҙмалар (мәҫәлән, боронғо рус йылъяҙмалары, килешеүҙәр).
Слова-помощники:
тәшкил итә – составляет
мотлаҡ эш башҡарыу операцияларын үткәндә – при соблюдении ряда обязательных делопроизводственных операций
уларҙағы мәғлүмәт – содержащаяся в них информация
тейешле рәүештә – должным образом
башҡарылған – исполненный
эйә булған – имеющий
нимәгәлер булған хоҡуҡ – право на что-либо
юл йөрөү – проездной
рәсми танытма – официальное удостоверение
Документирование - основа делопроизводства – Документлаштырыу – эш башҡарыуҙың нигеҙе
Прочитайте, переведите текст:
Эш башҡарыу документлаштырыу процесына нигеҙләнә. Документлаштырыу – ул материалдарҙыРәсәй Федерацияһының хоҡуҡи һәм норматив акттары нормаларына ярашлы рәүештә төрлө мәғлүмәт һаҡлау ҡулланмаларынатеркәү процесы. Документлаштырыуҙың һөҙөмтәһе – документ. Һәр документтың мотлаҡ рәүештә реквизиттары булырға тейеш, улар документҡа юридик көс бирә. Реквизиттар иҫәбенә мисәт, ҡултамға, дата, номер һәм башҡалар инә. Мәғлүмәт һаҡлау ҡулланмалары төрлө осорҙоң техник ҡаҙаныштары һөҙөмтәһе булып тора: борон мәғлүмәт һаҡлау өсөн төрлө материалдар ҡулланғандар, мәҫәлән, Месопотамияла – балсыҡ табличкалар, Египетта – папирус, Кесе Азия, Европа һәм Рәсәйҙә – пергамент (эшкәртелгән үгеҙ йәки быҙау тиреһе), Новогородта – таҡта, туҙ. Күп быуаттар буйы бөтә донъяла иң киң таралған документ мәғлүмәтен һаҡлаусы булып ҡағыҙ һанала. Ҡағыҙҙан тыш һуңғы осорҙа мәғлүмәтте магнит таҫмаларҙа, дискыларҙа, флешкаларҙа һаҡлайҙар.
Слова-помощники:
нигеҙләнә – базируется, основывается
Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡи һәм норматив акттары нормаларына ярашлы рәүештә – в соответствии с нормами правовых и нормативных актов РФ
мәғлүмәт һаҡлау ҡулланмалары – носители информации
теркәү процесы – процесс записи
мотлаҡ рәүештә – в обязательном порядке
реквизиттар иҫәбенә – в число реквизитов
борон – в древности
эшкәртелгән – выделанная, обработанная
туҙ – береста
ҡағыҙҙан тыш – кроме бумаги
Функции документа – Документ функциялары
Переведите:
Һәр официаль документ күп функцияға эйә, йәғни бер нисә функция үтәй. Документтарҙың функцияларын ике төргә – дөйөм һәм махсус функцияларға – бүләләр. Документтың дөйөм функциялары:
1) мәғлүмәт биреү функцияһы – документ һәр ваҡыт нимәлер тураһында мәғлүмәт бирә;
2) социаль функция –документ һәр ваҡыт социаль ихтыяждан тыуа, шулай уҡ социаль мөһим объект һанала;
3) коммуникатив функция – документ һәр ваҡыт йәмғиәт структураһының айырым элементтары араһында, мәҫәлән, ойошмалар араһында, бәйләнеште тәьмин итә;
4) мәҙәни функция – документтар мәҙәни традициялар нығыныуға һәм тапшырылыуға булышлыҡ итә.
Документтың махсус функциялары:
1) идара итеү функцияһы – ниндәй генә ойошма булмаһын, документһыҙ уның менән идара итеп булмай;
2) хоҡуҡи функция – закон сығарыу һәм норматив акттар ярҙамында йәмғиәттәге хоҡуҡи нормалар һәм хоҡуҡи бәйләнештәр нығытыла һәм үҙгәртелә;
3) тарихи сығанаҡ функцияһы – документтарҙы архивҡа һаҡлауға биргәндән һуң документ тарихи сығанаҡ булып һанала.
Слова-помощники:
күп функцияға эйә – многофункционален
мәғлүмәт биреү – информационная
социаль ихтыяждан тыуа – порождается социальной потребностью
йәмғиәт структураһының айырым элементтары араһында – между отдельными элементами общественной структуры
ниндәй генә ойошма булмаһын – какой бы ни была организация
идара итеп булмай – невозможно управлять (руководить)
закон сығарыу һәм норматив акттар ярҙамында – посредством законодательных инормативных актов
йәмғиәттәге хоҡуҡи нормалар һәм хоҡуҡи бәйләнештәр – правовые нормы и правоотношения в обществе
архивҡа һаҡлауға биргәндән һуң – после передачи на архивное хранение
Требования к составу реквизитов – Реквизиттарҙың составына талаптар
Переведите, соотнесите переводы реквизитов:
Рәсәй Федерацияһының “Документацияның унификацияланған системалары. Ойоштороу-етәкселек итеү документацияһы системаһы. Документтарҙы рәсмиләштереүгә талаптар” Р 6.30-2003 Дәүләт стандарты идара итеү документтары өсөн реквизиттар составын билдәләй:
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы справочные данные об организации
Рәсәй Федерацияһы субъекты Дәүләт гербы визы согласования документа
ойошманың эмблемаһы йәки тауар тамғаһы (хеҙмәтләндереү тамғаһы) отметка об исполнении документа и направлении его в дело
ойошманың коды отметка о заверении копииюридик заттың төп дәүләт теркәү номеры оттиск печати
налог түләүсенең идентификация номеры / иҫәпкә ҡуйыу сәбәбе коды основной государственный регистрационный номер юридического лица (ОГРН)
документ формаһы коды гриф согласования документа
ойошманың исеме отметка о поступлении документа в организации
ойошма тураһында белешмә эмблема организации или товарный знак (знак обслуживания)
документ төрө атамаһы подпись
документтың башҡарылыу датаһы идентификационный номер налогоплательщика / код причиныпостановки на учет (ИНН/КПП)
документтың теркәү номеры гриф утверждения документа
документтың теркәү номеры һәм датаһына һылтанма отметка о наличии приложения
документтың төҙөлөү урыны текст документа
адресат герб субъекта Российской Федерации
документты раҫлау грифы резолюция
резолюция ссылка на регистрационный номер и дату документа
текст исеме дата документа
контроль тураһында билдә идентификатор электронной копии документа
документ тексы место составления или издания документа
ҡушымта булыу тураһында билдә код организации
ҡултамға отметка о контроле
документтың килешелгәнлек грифы отметка об исполнителе
документтың килешелгәнлек визаһы наименование вида документа
мисәт адресат
күсермәне раҫлау тураһында билдә код формы документа
документты башҡарыусы тураһында билдә заголовок к тексту
документты башҡарыу һәм делоға ебәреү тураһында билдә наименование организации
документтың ойошмаға барып етеүе тураһында билдә регистрационный номер документа
документтың электрон күсермәһенең идентификаторы Государственный герб Российской Федерации
Требования к оформлению реквизитов документа – Документтың реквизиттарын рәсмиләштереүгә талаптар
Переведите текст, составьте по нему диалог:
Рәсәй ФедерацияһыныңДәүләт гербы документ бланкыларына “Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы тураһында” Федераль конституцион законына ярашлы ҡуйыла. Рәсми документтарға Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербын ҡуйыу хоҡуғына дәүләт идаралығы, суд, прокуратура, арбитраж, һалым хеҙмәттәре һ.б. органдары эйә. Дәүләт гербын үҙгәртеү закон буйынса ҡәтғи тыйыла. Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт гербын рәсми документтарға РФ субъекттарының хоҡуҡи акттарына ярашлы ҡуялар.
Ойошма эмблемаһы – символик график һүрәт. Эмблема булып, ҡағиҙә булараҡ, тауар тамғаһы ҡулланыла. Эмблема һүрәте документты эҙләүҙе еңелләштерә, ләкин ойошманың йәки учреждениеның атамаһын эмблема менән алыштырыу рөхсәт ителмәй. Эмблема документта ойошманың уставына ярашлы урынлаштырыла. Ойошманың эске документтарында эмблема ҡуйылмай.
Ойошманың коды бөтә теркәлгән учреждениеларҙа була. Ул алдан типографик ысул менән ҡуйыла ала. Ойошманың коды документ авторы булған ойошманың тулы хоҡуҡлылығын үҙенсәлекле раҫлаусы булып тора.
Слова-помощники:
хоҡуҡи акттарына ярашлы – в соответствии с правовыми нормами
урынлаштырыла – располагается, помещается
рөхсәт ителмәй – не разрешается, не допускается
теркәлгән – зарегистрированный
ҡуйыла ала – может быть проставлен
тулы хоҡуҡлылыҡ – правомочность
үҙенсәлекле раҫлаусы – своеобразное подтверждение
Требования к оформлению реквизитов документа – Документтың реквизиттарын рәсмиләштереүгә талаптар
Переведите текст, составьте по нему диалог:
Юридик заттың төп дәүләт теркәү номеры һәм налог түләүсенең идентификация номеры (иҫәпкә ҡуйыу сәбәбе коды) документтарҙа һалым органдары биргән документтарға ярашлы ҡуйылырға тейеш. Документ формаһы коды идара итеү документацияһының дөйөм Рәсәй классификаторындағы кодҡа тура килергә тейеш. Ойошманың атамаһы ойоштороусы документтарҙа нығытылған атама менән тап килергә тейеш. Ойошманың атамаһы өҫтөндә юғарыраҡ торған ойошманың атамаһы бирелә. Бөтә был төр атамалар ҙа төп килештә бирелә.
Ойошма тураһында белешмә тик эш хаттарында күрһәтелә: был реквизит иҫәбенә почта һәм телеграф адресы, телефон, телефакс номерҙары, электрон почта адресы, интернеттағы сайттың исеме инә. Финанс һорауҙарына ҡағылған документтарҙа банк реквизиттары ла ҡуйылырға мөмкин. Документтың төрө атамаһы иң мөһим реквизиттарҙың береһе булып һанала. Документтың атамаһы хат һәм факстарҙан башҡа документтарҙа мотлаҡ булырға тейеш һәм баш хәрефтәр менән генә яҙыла.
Слова-помощники:
һалым органдары биргән – предоставленный налоговыми органами
ярашлы – в соответствии
идара итеү документацияһы – управленческая документация
идара итеү документацияһының дөйөм Рәсәй классификаторы – Общероссийский классификатор управленческой документации
тура (тап) килергә тейеш – должен соответствовать
ойоштороусы документтарҙа нығытылған – закрепленный в учредительных документах
юғарыраҡ торған ойошма – вышестоящая организация
эш хаттары – служебные письма
иҫәбенә – в число
финанс һорауҙарына ҡағылған – относящийся к финансовым вопросам
баш хәрефтәр менән генә – только прописными буквами
хат һәм факстарҙан башҡа – за исключением писем и факсов
Бланки документов – Документ бланкылары
Прочиатйте, переведите текст, составьте по нему диалог:
Документтар, ҡағиҙә булараҡ, типографик ысул менән эшләнгән йәки компьютерҙа әҙерләнгән бланкыларҙа эшләнә. Бланк – ул стандартлы ҡағыҙ бите. Унда даими мәғлүмәт бирелә, ә үҙгәреп торған мәғлүмәт өсөн урын ҡалдырыла. Бланкылар ҡулланыу – ваҡытты экономиялау өсөн бик һәйбәт сара. Бланкыларҙың шундай төрҙәре бар: дөйөм бланк, хат бланкы, документтың конкрет төрө бланкы. Дөйөм бланкыла реквизиттарҙан Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы, Рәсәй Федерацияһы субъекты Дәүләт гербы, ойошманың эмблемаһы, ойошманың исеме, документтың башҡарылыу датаһы, урыны күрһәтелергә тейеш. Хаттар өсөн махсус бланкыла ойошманың исеме, адресы, ойошма тураһында белешмә, юридик заттың төп дәүләт теркәү номеры һәм налог түләүсенең идентификация номеры (иҫәпкә ҡуйыу сәбәбе коды) күрһәтелеү мотлаҡ. Конкрет төр документтың бланкыһында ойошманың исеме, документ төрө атамаһы, документтың башҡарылыу урыны һәм датаһы, документтың теркәү номеры, документтың теркәү номерына һәм датаһына һылтанма, текст исеме, контроль тураһында билдә кеүек реквизиттар булырға тейеш. Документтарҙың күбеһе А4 (210х297) йәки А5 (248х210) форматындағы ҡағыҙҙа башҡарыла, шулай уҡ А3 һәм А6 форматындағы ҡағыҙ ҙа файҙаланырға рөхсәт ителә. Бланкының өҫкө, аҫҡы һәм һул ситтәре – 20 миллиметрҙан, ә уң сите 10 миллиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Документ бер нисә биттән торһа, икенсе биттән башлап биттәрҙең номерҙары ҡуйыла. Стандартҡа ярашлы рәүештә, бит номерҙары нөктә һәм тиреһыҙ ҡуйыла, улар биттең өҫкө өлөшөндә урынлаштырыла.
Слова-помощники:
типографик ысул менән эшләнгән – выполненный типографским способом
әҙерләнгән – подготовленный
даими – постоянный
үҙгәреп торған – переменный
документтың конкрет төрө – конкретный вид документа
күбеһе – большинство
рөхсәт ителә – разрешается
һул ситтәре – левые поля
10 миллиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш – должно быть не менее 10 мм
икенсе биттән башлап – начиная со второй страницы
стандартҡа ярашлы рәүештә – в соответствии со стандартом
урынлаштырыла – располагаются
Переведите и выучите диалог:
- Документ нимәлә башҡарыла?
- Документ күп осраҡта бланкыла башҡарыла.
- Нимә ул бланк?
- Бланк – ул стандартлы ҡағыҙ бите.
- Бланкылар ҡулланыу ни яғынан отошло?
- Бланкылар ҡулланыу ваҡытты экономиялай.
- Бланкыларҙың ниндәй төрҙәре бар?
- Бланкыларҙың шундай төрҙәре бар: дөйөм бланк, хат бланкы, документтың конкрет төрө бланкы.
- Документтар күпселек ниндәй форматтағы ҡағыҙҙа башҡарыла?
- Документтар күп осраҡта А4 йәки А5 форматындағы ҡағыҙҙа башҡарыла.
- Документта биттәрҙең номерҙары ҡуйыламы?
- Документ бер нисә биттән торһа, икенсе биттән башлап биттәрҙең номерҙары ҡуйыла.
Классификация документов – Документтарҙың бүленеше
Прочитайте, переведите текст, составьте по нему диалог:
Документтарҙы төрлө билдәләргә ҡарап төркөмләйҙәр. Төрө буйынса документтар ойоштороу-етәкселек итеү документтарына, белешмә-мәғлүмәти документтарға һәм шәхси состав буйынса документтарға бүленә. Ойоштороу-етәкселек итеү документтары – ул ҡарар, бойороҡ, протокол, күрһәтмә, штат расписаниеһы, регламент һ.б. Белешмә-мәғлүмәти документтарға белешмәләр, докладной, рәсми, аңлатма, аныҡлаусы яҙыуҙар, хаттар, телеграммалар, ялыуҙар, отчеттар, акттар ҡарай. Шәхси состав буйынса документтар – ул ғаризалар, хеҙмәт кенәгәләре, шәхси карточкалар, анкеталар, резюме, ҡылыҡһырламалар, килешеүҙәр һ.б.
Форма буйынса шәхси, трафарет һәм стандартлы документтар була. Йөкмәткеһе буйынса документтар ябай һәм ҡатмарлы була. Килеп сығышы буйынса рәсми һәм шәхси документтар бар. Башҡарылыу урыны буйынса – эске һәм тышҡы документтар, билдәлелек буйынса – йәшерен һәм йәшерен булмаған документтар, теркәү саралары буйынса ҡулъяҙма, машина яҙыулы, график, тауышлы һәм фото-кинодокументтар айырыла. Һаҡлау сроктары буйынса документтарҙың даими, 10 йылға тиклем һәм ун йылдан ашыу һаҡлана торған төрҙәре була. Стадиялары буйынса документтарҙың төп нөсхә, ҡаралама, күсермә, өҙөмтә кеүек төрҙәре була. Шулай уҡ документтар ашығыс һәм ашығыс булмаған документтарға бүленә.
Слова-помощники:
ойоштороу-етәкселек итеү документтары – организационно-распорядительные документы
белешмә-мәғлүмәти документтар – справочно-информационные документы
шәхси состав буйынса документтар – документы по личному составу
күрһәтмә – указание
ҡарар – решение, постановление
белешмә – справка
рәсми яҙыу – служебная записка
аңлатма, аныҡлаусы яҙыуҙар – пояснительные, объяснительные записки
ялыу – жалоба
ҡылыҡһырлама – характеристика
килеп сығышы буйынса – по происхождению
билдәлелек буйынса – по гласности
теркәү саралары буйынса – по средствам фиксации
ун йылдан ашыу һаҡлана торған – сохраняемые свыше десяти лет
төп нөсхә – оригинал
ҡаралама – черновик
өҙөмтә – выписка
ашығыс – срочный
Организационные и распорядительные документы – Ойоштороу һәм етәкселек итеү документтары
Прочитайте, переведите диалог:
- Ойоштороу документтарының төп үҙенсәлеге нимә?
- Законлы рәүештә эшләүсе ойошмалар, учреждениелар, фирмалар ойоштороу документтарынан тыш бер нимә лә эшләй алмай, сөнки был төр документтар ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн тәғәйенләнә.
- Ойоштороу документтарына нимәләр инә?
- Ойоштороу документтарына устав, ҡулланма (инструкция), вазифалыҡ ҡулланмаһы һәм башҡалар инә.
- Устав нимә ул?
- Устав – ул ойошманың, учреждениеның эшмәкәрлеген, хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, хоҡуҡтарын һәм бурыстарын (йөкләмәләрен) көйләүсе ҡағиҙәләр йыйылмаһы.
- Нимә ул вазифалыҡ ҡулланмаһы?
- Вазифалыҡ ҡулланмаһы – ул теге йәки был вазифала эшләүсе кешенең төп функцияларын, хоҡуҡтарын, йөкләмәләрен билдәләүсе ойоштороусы-хоҡуҡи документ. Ул бер нисә бүлектән тора: “Дөйөм положениелар”, “Вазифалыҡ йөкләмәләре”, “Белергә тейеш”, “Квалификацияға талаптар”, “Хоҡуҡтар”, “Яуаплылыҡ”.
- Етәкселек итеү документтарына нимәләр инә?
- Етәкселек итеү документтарына ҡарарҙар, күрһәтмәләр, бойороҡтар, протоколдар инә. Улар бер-береһенән реквизиттар составы һәм текст үҙенсәлектәре менән айырыла.
- Берекмәнең, ойошманың төп етәкселек итеү документы нимә?
- Берекмәнең, ойошманың төп етәкселек итеү документы – бойороҡ. Ул ике төргә бүленә: төп эшмәкәрлек буйынса бойороҡ һәм шәхси состав буйынса бойороҡ (кадрҙар бойороҡтары).
Слова-помощники:
законлы рәүештә – на законном основании
ойоштороу документтарынан тыш – без организационных документов
хәл итеү – решение
тәғәйенләнә – предназначается
вазифалыҡ ҡулланмаһы – должностная инструкция
көйләүсе – регулирующий
хоҡуҡтар һәм йөкләмәләр – права и обязанности
ойоштороусы-хоҡуҡи – организационно-правовой
ҡарар – постановление, решение
бойороҡ – приказ, распоряжение
бер-береһенән – друг от друга
төп эшмәкәрлек буйынса бойороҡ – приказ по основной деятельности
шәхси состав буйынса бойороҡ (кадрҙар бойороҡтары) – приказы по личному составу (кадровые приказы)
Приказ как основной распорядительный документ – Төп етәкселекитеү документы булараҡ бойороҡ
Прочитайте, переведите диалог:
- Документ төрө булараҡ бойороҡ тураһында нимә әйтә алаһың?
- Бойороҡ – ойошманың, берекмәнең төп етәкселек итеү документы.
- Уның ниндәй төрҙәре була?
- Уның ике төрө бар – төп эшмәкәрлек буйынса бойороҡтар һәм шәхси состав буйынса бойороҡтар (кадр бойороҡтары).
- Төп эшмәкәрлек буйынса бойороҡ тураһында нимә әйтеп була?
- Бойороҡ – ул ойошманың төп һәм оператив мәсьәләләрен хәл итеү өсөн етәксе тарафынан төҙөлгән хоҡуҡи акт. Ул кәрәк саҡта ғына төҙөлә. Бойороҡто үҙгәртеү, тултырыу, ғәмәлдән сығарыу яңы бойороҡтар нигеҙендә башҡарыла.
- Бойороҡ төҙөүҙең ниндәй стадиялары бар?
- Бойороҡ төҙөүҙең ике стадияһы бар: тәүҙә бойороҡтоң проекты, шунан приказ үҙе төҙөлә. Бойороҡ әҙерләүҙең шундай этаптары бар: мәсьәләнең асылын өйрәнеү; закон сығарыу акттары менән танышыу; ойошманың мәғлүмәти-белешмә документтарын (белешмәләр, отчеттар, хаттар) эшкәртеү; документ проектының тексын әҙерләү; бойороҡ проектын яраштырыу; бойороҡто баҫыу һәм рәсмиләштереүҙең дөрөҫлөгөн тикшереү; бойороҡто раҫлау, уға ҡул ҡуйыу; бойороҡто теркәү; башҡарыусыларҙы бойороҡ менән таныштырыу.
- Бойороҡ ниндәй өлөштәрҙән тора?
- Бойороҡ билдәләү (констатациялау) һәм бойороҡ биреү өлөштәренән тора.
- Билдәләү өлөшө ниндәй булырға тейеш?
- Билдәләү өлөшөндә факттар килтерелә, бойороҡ төҙөү өсөн нигеҙ булған сәбәптәр һәм маҡсаттар әйтелә. Был өлөш ҡыҫҡа һәм асыҡ булырға тейеш. Әгәр бойороҡ нигеҙенә дәүләт органдары документы һалынған булһа, уға мотлаҡ һылтанма яһала.
- Бойороҡ биреү өлөшөнә нимәләр хас?
- Бойороҡ биреү өлөшөн ғәҙәттә баш хәрефтәр менән “БОЙОРАМ” 1-се зат ҡылымы (йәки “ойошторорға, башҡарырға” инфинитив формалары) менән башлайҙар. Бойороҡ биреү пункттарын ҡыҙыл юлдан яҙалар һәм ғәрәп цифрҙары менән номерлайҙар. Бойороҡ биреү өлөшө шундай схема буйынса төҙөлә: башҡарыусы – эш-хәрәкәт – срок.
Слова-помощники:
төп һәм оператив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн – для решения основных и оперативных задач
етәксе тарафынан – руководителем
кәрәк саҡта ғына – только по необходимости
үҙгәртеү – изменение
тултырыу – дополнение
ғәмәлдән сығарыу – отмена
яңы бойороҡтар нигеҙендә – на основе новых приказов
мәсьәләнең асылы – суть вопроса
закон сығарыу акттары – законодательные акты
эшкәртеү – обработка
рәсмиләштереүҙең дөрөҫлөгөн тикшереү – проверка правильности оформления
раҫлау – утверждение
ҡул ҡуйыу – подписание
билдәләү (констатациялау) – констатирующая
бойороҡ биреү – распорядительная
бойороҡ төҙөү өсөн нигеҙ булған – послужившие основанием для приказа
ҡыҫҡа һәм асыҡ – лаконичный
нигеҙенә һалынған булһа – если в основу положен
мотлаҡ һылтанма яһала – делается обязательная ссылка
ғәрәп – арабский
Справочно-информационные документы – Белешмә-мәғлүмәти документтар
Прочитайте и переведите:
- Белешмә-мәғлүмәти документтар тураһында нимәләр әйтергә була?
- Учреждениеларҙа төҙөлөүсе документтарҙың күпселеге – белешмә-мәғлүмәти документтар. Улар бик күп төрлө.
- Белешмә-мәғлүмәти документтарҙың ниндәй төрҙәре бар?
- Белешмә-мәғлүмәти документтар – ул белешмәләр,докладной, рәсми һәм аңлатма яҙыуҙар, акттар, хаттар, ялыуҙар, отчеттар, протоколдар һ.б.
- Белешмә-мәғлүмәти документтар етәкселек итеү документтарынан нимәләр менән айырыла?
- Белешмә-мәғлүмәти документтар ойоштороу-етәкселек документтарына ҡарата ярҙамсы документ булып тора. Улар эштәрҙең фактик торошо тураһында мәғлүмәт бирә, шулай уҡ йыш ҡына ҡарарҙар ҡабул итеү һәм етәкселек итеү документтарын төҙөү өсөн нигеҙ булып тора.
Слова-помощники:
күпселеге – большинство
яҙыу – записка
ялыу – жалоба
ярҙамсы – вспомогательный
эштәрҙең фактик торошо – фактическое положение дел
ҡарарҙар ҡабул итеү – принятие решения
нигеҙ булып тора – служит основанием
Акты, протоколы – Акттар, протоколдар
Прочитайте, переведите:
- Нимә ул акт?
- Акт – ул кешеләр төркөмө менән факттарҙы йәки ваҡиғаларҙы раҫлау өсөн төҙөлгән документ.
- Уның ниндәй төрҙәре бар?
- Акттарҙың күп төрө бар: инвентаризация акты, эште ҡабул итеү акты, материаль әйберҙәрҙе ҡабул итеү-тапшырыу акты, эште ҡабул итеү-тапшырыу акты, документтарҙы юҡҡа сығарыу акты, авария акты һ.б.
- Акттар ирекле рәүештә, шәхси ихтыяр буйынса төҙөләме?
- Акттар ирекле рәүештә, шәхси ихтыяр буйынса төҙөлмәй. Уларҙы төҙөү бурысы ваҡытлы йәки даими комиссиялар өҫтөнә йөкмәтелә. Акттарҙа бойороҡ, ҡарар кеүек документтарға һылтанма яһала. Ҡайһы бер акттар етәкселек итеү документы йәки актты төҙөргә күрһәтмә биргән етәксе менән раҫлана.
- Акттарҙың төҙөлөү талаптары ниндәй?
- Акт инеш һәм констатациялау өлөштәренән тора. Беренсе өлөштә акт төҙөүҙең нигеҙе күрһәтелә, акт төҙөүсе һәм акт төҙөгәндә булған кешеләр һанала. “Беҙ, аҫта ҡул ҡуйған кешеләр, ...... акт төҙөнөк” һөйләме иҫкергән һанала. Акт шулай башланырға тейеш: “Акт .... составындағы комиссия менән төҙөлгән”.
- Акттың икенсе өлөшө нимә менән ҡылыҡһырлана?
- Акттың икенсе өлөшөндә башҡарылған эшкә тасуирлама бирелә, ваҡиғалар, факттар теркәлә, һығымталар, тәҡдимдәр әйтелә.
- Акттың тағы ниндәй үҙенсәлектәре бар?
- Актҡа уны төҙөүҙә ҡатнашҡан бөтә кешеләр ҡул ҡуя. Ревизия һәм тикшереү акттары менән был эшмәкәрлеккә ҡараған бөтә кешене лә таныштыралар, акт менән танышҡан кешеләр был осраҡта “Акт менән таныштылар” тигән яҙыу эргәһенә ҡултамғаларын һәм датаны ҡуйырға тейеш.
- Нимә ул протокол?
- Протокол –ул йыйылыштарҙа, кәңәшмәләрҙә, конференцияларҙа мәсьәләләрҙе тикшереү һәм ҡарарҙар ҡабул итеү барышын теркәүсе документ. Ул инеш һәм төп өлөштән тора. Инеш өлөштә ултырыштың рәйесе, президиум ағзалары (әгәр президиум һайланһа), сәркәтип, ҡатнашыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар тураһында мәғлүмәт бирелә.
Слова-помощники:
кешеләр төркөмө – группа лиц
эште ҡабул итеү – приемка работы
юҡҡа сығарыу – уничтожение
ирекле – произвольно
шәхси ихтыяр буйынса – по личному волеизъявлению
уларҙы төҙөү бурысы – задача их составления
... өҫтөнә йөкмәтелә – возлагается на...
һылтанма яһала – делаются ссылки (ссылаются)
актты төҙөргә күрһәтмә биргән етәксе – руководитель, давший указание на составление акта
раҫлана – утверждается
акт төҙөүҙең нигеҙе – основание для составления акта
акт төҙөгәндә булған – присутствующие при составлении акта
иҫкергән һанала – считается устаревшим
тасуирлама – описание
теркәлә – фиксируются
һығымталар, тәҡдимдәр әйтелә – излагаются выводы, предложения
ҡул ҡуя – подписывается
был эшмәкәрлеккә ҡараған – относящиеся к этой деятельности
мәсьәләләрҙе тикшереү – обсуждение вопросов
барыш – ход
Докладная, служебная, объяснительная записки, письма – Докладной, рәсми һәм аңлатма яҙыуҙар, хаттар
Прочитайте и переведите:
- Нимә ул докладной яҙыу?
- Докладной яҙыу – ул ниндәйҙер мәсьәләне йәки фактты билдәләүсе белешмә-мәғлүмәти характерҙағы эске яҙышыу төрө. Факттарҙан тыш, докладной яҙыуҙарҙа төҙөүсенең һығымталары һәм тәҡдимдәре килтерелә. Йөкмәткеһе һәм тәғәйенләнеше буйынса улар мәғлүмәти һәм отчетлы була. Адресатына ҡарап, докладной яҙыуҙар эске һәм тышҡы була, ул ойошманың етәксеһенә һәм юғары торған органдарға ла тәғәйенләнә. Докладной яҙыуҙың маҡсаты – етәксене ҡарар ҡабул итеүгә өндәү. Докладной яҙыуҙың беренсе өлөшөндә факттар килтерелә, ә икенсе өлөшөндә төҙөүсенең һығымталары, тәҡдимдәре, үтенесе, фекерҙәре килтерелә.
- Нимә ул рәсми яҙыу?
- Рәсми яҙыу шулай уҡ эске яҙышыуҙың бер төрө һанала. Ул мәғлүмәти, инициативалы йәки отчетлы була ала. Рәсми яҙыу структур бүлексәләрҙән йәки вазифалы кешеләрҙән ойошма эсендәге һәр төрлө адресатҡа ебәрелә. Докладнойҙа һымаҡ, бында ла факттар, аҙаҡ һығымталар, тәҡдимдәр, үтенестәр килтерелә.
- Аңлатмалы яҙыуҙарҙың үҙенсәлеге нимәлә?
- Аңлатмалы яҙыуҙың ике төрө бар: береһе эшсенең хеҙмәт тәртибен боҙоу йәки ниндәйҙер йөкләмәне үтәмәү сәбәбен аңлатыу маҡсатында ҡулданяҙыла. Икенсе төрө – төп документтың айырым положениеларын асыҡлаусы ҡушымта. Ул дөйөм бланкыла тултырыла һәм етәксе тарафынан раҫлана.
- Документ төрө булараҡ хат тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
- Хаттар учреждениелар, айырым кешеләр менән аралашыу, төрлө мәғлүмәттәр ебәреү һәм алыу, ваҡиғалар тураһында белдереү сараһы булып хеҙмәт итә. Шулай уҡ үтенес, тәҡдим, претензия, запрос белдереүсе хаттар ҙа була. Улар яуап талап итә. Хаттар А4 форматындағы ҡағыҙҙа яҙыла, ун юлдан артмаһа, А5 форматындағы ҡағыҙҙа ла башҡарыла ала. Хатта, ғәҙәттә, бер мәсьәлә яҡтыртыла. Хаттың тексы ябай, ҡыҫҡа, аңлайышлы, эҙмә-эҙлекле, ышандырырлыҡ булырға тейеш. Хат ойошманың бланкында яҙыла, ул ике данала әҙерләнә: береһе адресатҡа ебәрелә, икенсеһе делоға тегеп ҡуйыла.
Слова-помощники:
ниндәйҙер мәсьәләне йәки фактты билдәләүсе – излагающий какой-либо вопрос или факт
эске яҙышыу төрө – вид внутренней переписки
төҙөүсенең һығымталары һәм тәҡдимдәре – выводы и предложения составителя
тәғәйенләнеш – назначение
ҡарар ҡабул итеүгә өндәү – побуждение к принятию решения
структур бүлексәләр – структурные подразделения
вазифалы кеше – должностное лицо
хеҙмәт тәртибен боҙоу – нарушение трудовой дисциплины
ниндәйҙер йөкләмәне үтәмәү сәбәбе – причина невыполнения какого-либо поручения
ҡулдан – от руки
асыҡлаусы – разъясняющий
етәксе тарафынан – руководителем
төрлө мәғлүмәттәр ебәреү һәм алыу – получать и отправлять различные сведения
ваҡиғалар тураһында белдереү – уведомлять о событиях
ун юлдан артмаһа – если не превышает десяти строк
яҡтыртыла – освещается
ышандырырлыҡ – убедительный
тегеп ҡуйыла – подшивается
Документы по личному составу – Шәхси состав буйынса документтар
Прочитайте и переведите:
- Шәхси состав буйынса документтар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
- Шәхси состав буйынса документтар учреждениелар, ойошмалар эшселәренең хоҡуҡи, хеҙмәт эшмәкәрлеген сағылдыра.
- Шәхси состав буйынса документтарға нимәләр инә?
- Шәхси состав буйынса документтарға шәхси состав буйынса бойороҡтар, ғаризалар, штат теҙмәһе, хеҙмәт кенәгәләре, шәхси карточкалар, командировка таныҡлыҡтары, отпускылар графиктары, анкеталар, резюмелар һәм башҡалар инә.
- Кадр документтары менән кем шөғөлләнә?
- Кадр документтары менән конкрет вазифалы кешеләр һәм бүлектәр шөғөлләнә.
- Шәхси состав буйынса документтар тураһында тағы нимә әйтә алаһығыҙ?
- Шәхси состав буйынса документтар оҙаҡ һаҡланырға тейеш, шуға күрә уларҙы һаҡлау өсөн махсус биналар һәм янмай торған сейфтар талап ителә.
Слова-помощники:
сағылдыра – отражают
вазифалы кеше – должностное лицо
шөғөлләнә – занимается
янмай торған – несгораемый
талап ителә – требуется Приказ по личному составу – Шәхси состав буйынса бойороҡ
Прочитайте и переведите:
- Шәхси состав буйынса бойороҡ нимә ул?
- Шәхси состав буйынса бойороҡ – ул кадрҙар тураһында мәғлүмәттәрҙе сағылдырған документ. Унда һәр эшсенең эшкә урынлашыуы (эштән китеүе), эш буйынса күсереү, вазифалыҡ хеҙмәт хаҡы, отпуск тәғәйенләнеше, командировкалары, фамилияһын үҙгәртеүе, бүләкләнеүе, шелтәләре тураһында мәғлүмәт бирелә. Шәхси состав буйынса бойороҡтар нигеҙендә башҡа документтарға мәғлүмәттәр индерелә.
- Резюме тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
- Резюме эш урыны эҙләү шарттарында һуңғы ваҡытта киң популяр булып китте. Резюмела кешенең фамилияһы, исеме, атаһының исеме, тыуған йылы һәм көнө, адрес, бәйләнеш телефоны күрһәтелә, ғаилә хәле, белеме, һөнәри тәжрибәһе тураһында, шулай уҡ башҡа өҫтәмә мәғлүмәттәр бирелә. Бирелгән мәғлүмәттәр кешенең ҡултамғаһы менән нығытыла.
- Нимә ул ғариза?
- Ғариза – эшкә алыу, эштән сығарыу, икенсе эшкә күсереү, отпуск биреү, ялыуҙы ҡарау һ.б. тураһындағы үтенесте белдергән, ойошмаға йәки вазифалы кешегә йүнәлтелгән документ.
- Ғариза ниндәй формаларҙа булырға мөмкин?
- Ғариза ҡулдан ирекле формала йәки трафарет бланкыла яҙыла. Унда түбәндәге реквизиттар була: адресат, адресант, адресанттың адресы, телефоны, паспорт мәғлүмәттәре (талап ителгәндә), документтың төрө, ғариза тексы, ҡултамға, дата.
Слова-помощники:
сағылдырған – отражающий
эштән китеү – увольнение
эш буйынса күсереү – перемещение по работе
бүләкләнеү – поощрение
шелтә – взыскание
эш урыны эҙләү шарттарында – в условиях поиска трудоустройства
бәйләнеш – контактный
һөнәри тәжрибә – профессиональный опыт
үтенесте белдергән – выражающий просьбу
йүнәлтелгән – адресованный
эштән сығарыу – увольнение
Система хранения кадровых документов – Кадрҙар документтарын һаҡлау системаһы
Прочитайте и переведите:
- Кадрҙар документтарын һаҡлау системаһы тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
- Кадрҙар документтарын һаҡлау ҡағиҙәләре закондар, положениелар һәм ҡулланмалар менән билдәләнә. Һәр документтың үҙенең һаҡлау үҙенсәлектәре бар.
- Ул үҙенсәлектәргә ниндәй миҫалдар килтерә алаһығыҙ?
- Мәҫәлән, эшселәрҙең эш хаҡы буйынса шәхси счеттары, шәхси карточкалар, хеҙмәт кенәгәләре айырым делоларға йәки картотекаларға индерелә һәм алфавит буйынса урынлаштырыла. Шәхси состав буйынса бойороҡтар һәм кадр бойороҡтары ла шулай уҡ айырым төркөмләнә, сөнки уларҙың һаҡлау ваҡыты төрлө. Шәхси состав буйынса бойороҡтарҙың һаҡлау ваҡыты оҙайлы (75 йыл), ә кадр бойороҡтары тик биш йыл ғына һаҡлана. Был төр бойороҡтарҙы шулай уҡ айырым теркәү мөһим.
- Шәхси делоларҙың ниндәй үҙенсәлектәре бар?
- Шәхси делолар бөтә эшселәргә лә, шулай уҡ тик етәкселәргә һәм төп белгестәргә генә асыла ала. Эшселәргә шулай уҡ тик Т-2 формаһындағы шәхси карточкалар ғына тултырыла ала.
- Шәхси делоларға ниндәй документтар индерелә?
- Шәхси делоларға кадрҙар мәсьәләһенә ҡағылған бөтә документтар индерелә. Бында тик бүләкләнеү һәм шелтәләр тураһында бойороҡтар күсермәләре, йәшәү урынынан белешмәләр, шулай уҡ фамилияны үҙгәртеү тураһында белешмәләр индерелмәй. Уларҙағы мәғлүмәт шәхси карточкаларға йәки башҡа кадр документтарына күсерелә. Улар шулай уҡ ваҡытлыса һаҡлана торған делоларға һалына ала.
- Шәхси делоларҙағы документтар ниндәй тәртиптә ятырға тейеш?
- Шәхси делоларҙағы документтар шундай тәртиптә ятырға тейеш:
- шәхси делоларҙағы документтарҙың исемлеге;
- эшкә алыу тураһында ғариза, йәки йүнәлтмә;
- анкета;
- анкетаға ҡушымта;
- резюме йәки автобиография;
- белем тураһында документтарҙың күсермәләре;
- теге йәки был вазифаға ҡуйыу, күсереү, эштән сығарыу тураһындағы бойороҡтарҙан күсермәләр;
- хеҙмәт килешеүе йәки контракт;
- эшсегә ҡағылған башҡа белешмәләр һәм документтар;
- делоны раҫлаусы ҡағыҙ.
Слова-помощники:
эш хаҡы буйынса шәхси счеттар – лицевые счета по заработной плате
урынлаштырыла – располагаются
төркөмләнә – группируются
ваҡытлыса һаҡлана торған делолар – дела временного хранения
йүнәлтмә – направление
бойороҡтарҙан күсермәләр – выписки из приказов
делоны раҫлаусы ҡағыҙ – лист-заверитель дела
Трудовая книжка – Хеҙмәт кенәгәһе
Составьте предложения с новыми словами и выражениями:
трудовая книжка – хеҙмәт кенәгәһе
общий (непрерывный, специальный) стаж работы – дөйөм (өҙлөкһөҙ, махсус) хеҙмәт стажы
сведения о работнике – эшсе тураһында мәғлүмәт
сведения о выполняемой работе – башҡарылған эш тураһында мәғлүмәт
сведения о переводах на другую работу – башҡа эшкә күсереү тураһында мәғлүмәт
сведения об увольнении работника – эшсенең эштән китеүе тураһында мәғлүмәт
основания прекращения трудового договора – хеҙмәт килешеүен өҙөү сәбәптәре
сведения о награждениях за успехи в работе – эштәге уңыштар өсөн бүләкләнеү тураһында мәғлүмәт
Прочитайте, переведите диалог:
- Нимә ул хеҙмәт кенәгәһе?
- Хеҙмәт кенәгәһе – эшсенең дөйөм, өҙләкһөҙ, махсус хеҙмәт стажын раҫлаусы төп документтарҙың береһе.
- Хеҙмәт кенәгәләре бөтә ойошмаларҙа ла тултырыламы?
- Эйе, хеҙмәт кенәгәләре бөтә ойошмаларҙа ла тултырылырға тейеш. Закон буйынса бер кешелә бер нисә хеҙмәт кенәгәһе булыу тыйыла.
- Хеҙмәт кенәгәләренең формаһы, уларҙы тултырыу, һаҡлау ҡағиҙәләре, шулай уҡ хеҙмәт кенәгәһе бланкыларын әҙерләү ҡағиҙәләре тураһында нимә әйтә алаһың?
- Хеҙмәт кенәгәләренең формаһы, уларҙы тултырыу, һаҡлау ҡағиҙәләре, шулай уҡ хеҙмәт кенәгәһе бланкыларын әҙерләү ҡағиҙәләре Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнә.
- Хеҙмәт кенәгәһе һәр эшселә булырға тейешме?
- Эйе, ойошмала биш көндән артыҡ эшләгән һәр кешегә (был ойошмалағы хеҙмәте төп хеҙмәт булһа) хеҙмәт кенәгәһе тултырылырға тейеш.
- Хеҙмәт кенәгәһенә ниндәй мәғлүмәттәр индерелә?
- Хеҙмәт кенәгәһенә шундай мәғлүмәт индерелә: эшсе тураһында мәғлүмәт, башҡарылған эш тураһында мәғлүмәт, башҡа эшкә күсереү тураһында мәғлүмәт, эшсенең эштән китеүе тураһында мәғлүмәт, хеҙмәт килешеүен өҙөү сәбәптәре, эштәге уңыштар өсөн бүләкләнеү тураһында мәғлүмәт.
- Шелтәләр тураһында мәғлүмәт хеҙмәт кенәгәһенә индереләме?
- Шелтәләр тураһында мәғлүмәт хеҙмәт кенәгәһенә индерелмәй. Эштән китеүҙе талап иткән шелтә тураһында ғына мәғлүмәт индерелә.
- Эшсенең бер үк ваҡытта бер нисә урында эшләүе тураһында мәғлүмәт хеҙмәт кенәгәһенә индереләме?
- Эйе, эшсенең бер үк ваҡытта бер нисә урында эшләүе тураһында мәғлүмәт хеҙмәт кенәгәһенә индерелә, был осраҡта быны раҫлаусы документ булырға тейеш.
- Хеҙмәт кенәгәләрен теркәү тураһында нимә әйтә алаһың?
- Хеҙмәт кенәгәләрен махсус журналда теркәйҙәр.
Слова-помощники:
тултырыу, һаҡлау ҡағиҙәләре – правила ведения, хранения
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте – Правительство Российской Федерации
эштән китеүҙе талап иткән шелтә – взыскание, связанное с увольнением
бер үк ваҡытта бер нисә урында эшләү – совместительство
раҫлаусы документ – подтверждающий документ
Организация документооборота – Документтар әйләнешен ойоштороу
Прочитайте, переведите диалог:
- Нимә ул документтар әйләнеше?
- Документтар әйләнеше – ул документтарҙың төҙөү йәки алыу ваҡытынан уны юҡ итеүгә йәки архивҡа тапшырыуға тиклемге йөрөшө.
- Ойошма эсендә документтарҙың әйләнеше тураһында нимә әйтә алаһың?
- Ойошма эсендә документтарҙың йөрөү маршруты мотлаҡ схема рәүешендә билдәләнергә тейеш. Ул схемаларҙы эш башҡарыу хеҙмәте төҙөй. Документтарҙың йөрөү маршрутын күрһәткән схема документ мәғлүмәтен эшкәртеүҙең бөтә пункттарын үҙ эсенә ала һәм ойошманың етәксеһе тарафынан раҫлана. Һәр категория документтар (эске, ҡабул ителгән (килгән), ебәрелгән документтар, шәхси состав һәм төп эшмәкәрлек буйынса бойороҡтар, финанс документтары һ.б.) өсөн айырым схемалар төҙөлөргә тейеш.
Слова-помощники:
эш башҡарыу хеҙмәте – служба делопроизводства
документ мәғлүмәтен эшкәртеү – обработка документной информации
үҙ эсенә ала – включает в себя
етәксе тарафынан – руководителем
Прием и обработка входящих документов – Килгән документтарҙы ҡабул итеү һәм эшкәртеү
Прочитайте и переведите:
- Килгән хаттар тураһында нимә әйтә алаһың?
- Улар ойошмаға курьерҙар тарафынан, почта, факс йәки башҡа юл менән килә. Ойошмала килгән хаттар канцелярия (идаралыҡты документтар менән тәьмин итеү хеҙмәте) йәки айырым билдәләнгән белгес тарафынан ҡабул ителә. Килгән хаттарға килеү номеры ҡуйыла, унан һуң килгән хатты махсус журналда (компьютерҙа) теркәйҙәр. Ашығыс хаттарҙа (телефонограммаларҙа, телеграммаларҙа һ.б.) документтың килгән ваҡытын (сәғәтен, минутын) билдәләйҙәр.
- Килгән хаттар менән тағы ниндәй эш башҡаралар?
- Килгән хаттарҙың килеү дөрөҫлөгөн тикшерәләр: бының өсөн “Адресат” реквизитындағы адресты конверт тышындағы адрес менән сағыштыралар. Яңылыш ебәрелгән хатты почта бүлексәһенә ҡайтаралар. “Шәхси рәүештә” (“лично”) тамғалы хаттар асылмай.
- Килгән хаттарҙы эшкәртеүгә махсус ваҡыт талап ителәме?
- Эйе, килгән хаттарҙы эшкәртеү тәүлек эсендә башҡарылырға тейеш.
- Ашығыс хаттарҙы эшкәртеү нисек алып барыла?
- Ашығыс хаттар иң элек ойошманың етәксеһенә тапшырыла. Етәксе ҡарар ҡабул иткәндән һуң ғына был ашығыс хаттар теркәлә.
Слова-помощники:
айырым билдәләнгән белгес тарафынан – отдельно назначенным специалистом
килеү номеры – входящий номер
хаттарҙың килеү дөрөҫлөгө – правильность доставки писем
яңылыш ебәрелгән – ошибочно отправленный
почта бүлексәһе – почтовое отделение
ҡайтаралар – возвращают
тәүлек эсендә – в течение суток
башҡарылырға тейеш – должна проводиться
ашығыс хат – срочное письмо
тапшырыла – передается
ҡарар ҡабул иткәндән һуң ғына – только после принятия решения
Рассмотрение документов руководством – Документтарҙың етәкселек тарафынан ҡаралыуы
Прочитайте, переведите диалог:
- Килгән документтарҙың етәкселек тарафынан ҡаралыуы тураһында нимә әйтә алаһың?
- Айырып алғандан һәм теркәгәндән һуң етәксенең ҡарауын талап иткән документтар етәксегә тапшырыла. Был осраҡта сәркәтип килгән хат менән бергә уға бәйле башҡа өҫтәмә документтарҙы ла ҡушып бирә. Был килгән документ буйынса ҡарар ҡабул итеү процесын еңелләштерә һәм тиҙләтә.
- Етәксенең был документтарҙы ҡарауы тураһында нимә әйтә алаһың?
- Етәксе был документтарҙы алған көндө ҡарай һәм ҡарарын резолюция рәүешендә бирә. Бынан һуң документ башҡарылыу өсөн структур бүлексәләргә йәки конкрет вазифалы кешеләргә ебәрелә.
- Әгәр документтың башҡарылышы етәксенең тикшерелеүенә ҡуйылһа, был осраҡта сәркәтип нимә эшләргә тейеш?
- Был осраҡта сәркәтип резолюциялағы мәғлүмәтте журналға, тикшереү карточкаһына йәки компьютерға индерә. Бынан һуң документты резолюцияла күрһәтелгән башҡарыусыларға тапшыра. Башҡарыусылар бер нисәү булһа, сәркәтип был документтың күсермәләрен эшләргә тейеш.
- Мөһим һәм конфиденциаль документтар менән эшләү нимә талап итә?
- Мөһим һәм конфиденциаль документтарҙы башҡарыусы ҡул ҡуйып ала.
Слова-помощники:
айырып алғандан һуң – после сортировки
етәксенең ҡарауын талап иткән – требующие рассмотрения руководителем
уға бәйле – связанные с ним
был – это
еңелләштерә һәм тиҙләтә – облегчает и ускоряет
башҡарылыу өсөн – для исполнения
вазифалы кешеләргә – должностным лицам
документтың башҡарылышы – исполнение документа
етәксенең тикшерелеүенә ҡуйылһа – если поставлено под контроль руководителя
резолюцияла күрһәтелгән башҡарыусыларға – исполнителям, указанным в резолюции
ҡул ҡуйып ала – берет под роспись