Лексико-семантические особенности терминов фольклористики и литературоведения


Ҡарабаев М.И.
Фольклористика һәм әҙәбиәт ғилеме терминдарының
лексик-семантик үҙенсәлектәре
Башҡорт теленең һүҙлек составында лексик берәмектәр бер генә йәки бер нисә мәғәнәгә эйә булып торалар. Бер мәғәнәле (моносемантик) һүҙҙәргә фәндең төрлө өлкәләренә ингән терминдарҙы, һандарҙы, алмаш һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәрҙе, көн, ай исемдәрен индереп йөрөтәләр.
Фән өлкәһенең төп звеноһын тәшкил иткән терминдар өсөн бер мәғәнәле булыу мөһим шарт.
Беҙҙең тикшеренеү объекты булып торған фольклористика һәм әҙәбиәт ғилеме терминдарының күбеһе бер мәғәнәле һүҙҙәр.
Дөйөм терминология теорияһында терминология һүҙенең үҙенең үк күп мәғәнәле (полисемантик) булыуы билдәләнә. Ғәмәли терминологик эшмәкәрлектә А.В.Суперанская үҙенең хеҙмәтендә терминологияның түбәндәге мәғәнәләрҙә ҡулланылыуын күрһәтә: 1) совокупность или некоторое неопределенное множество терминов - слов вообще; 2) совокупность терминов (понятий и названий) какой-либо определенной отрасли знания (медицинская терминология, географическая терминология); 3) учение об образовании, составе и функционировании терминов вообще; 4) учение об образовании, составе и функционировании терминов определенной отрасли знания, употребляющихся в определенном языке, и их эквивалентах в других языках; 5) общее терминологическое учение [Суперанская, 1981:14].
Семантик структураһы (эпидигматикаһы) йәһәтенән термин үҙ сфераһы сиктәрендә бер мәғәнәле (моносемантик) булһа ла, айырым осраҡтарҙа һәм шарттарҙа уға күп мәғәнәлек тә (полисемантиклыҡ) хас булып ҡуя. Сағыштырыу өсөн беҙ тикшергән абруйлы универсаль фәнни баҫма - «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия»һының (Уфа, 1996; Өфө, 1997) ябайлаштырылған полисемантик статьяларына мөрәжәғәт итәйек.
1. Драма ике мәғәнәлә ҡулланыла торған термин:
1) сәхнәлә башҡарыу өсөн диалог формаһында автор телмәреһеҙ әҙәби әҫәр төрө. Ике шаршаулы драма; 2) 18 б. 2-се ярт. Франция менән Германияла формалашҡан әҙәби жанр.
Был ике мәғәнәнән тыш БТҺ – 93-тә өсөнсө, күсмә, семантикаһы бирелгән: ауыр ҡайғылы, фажиғәле хәл. “Ҡара йөҙҙәр” повесының үҙәгендә Ғәлимә драмаһы тора.
2. Драматургия. Энциклопедияла был терминдың бер генә мәғәнәһе күрһәтелгән: драма әҫәрҙәре йыйылмаһы. БТҺ – 93-тә һәм “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге”ндә бынан тыш тағы ла ике мәғәнәһе бирелгән: 1) ижад төрө (проза, поэзия кеүек үк); драматик формала яҙылған әҫәрҙәрҙең дөйөм атамаһы; 2) драматургик әҫәр яҙыу теорияһы. Драматургия курсы. Драматургия нигеҙҙәре.
3. Эпос. 1) фольклористикала халыҡтың мифологик ҡараштарын сағылдырған шиғри һәм сәсмә формала героик-легендар хикәйәт, йыр, поэма, хикәйәләр йыйылмаһы; ҡобайыр. “Урал батыр” эпосы; 2) хикәйәләп яҙылған әҙәби әҫәрҙәр төрө.
Парадигматик мөнәсәбәттәрҙән тармаҡ терминологияларҙа омонимик, синонимик һәм антонимик парадигмалар үҙенсәлекле сағылыш таба. Был йәһәттән терминографик һәм дөйөм лексикографик хеҙмәттәрҙә полисемантик терминология менән махсус лексикалағы омонимик парадигма араһында «киҫешеү нөктәләре» күп булып, улар араһында сиктең юйылыу, береһенең икенсеһенә күсеү осраҡтарын да күҙәтергә мөмкин. Ғөмүмән алғанда, башҡорт теленең терминологик һүҙлектәрендә омонимик мөнәсәбәттәр - омонимик парадигма (ОП) сағыштырмаса һирәк осрай торған күренеш. Беҙ тикшергән энциклопедик һүҙлектә омонимик мөнәсәбәттә торған терминдар осраманы.
Бер үк махсус төшөнсәне конкрет телдең төрлө һәм бер нисә тел саралары (берәмектәре) менән тамғалап булыу терминологияға хас булған синонимик парадигма (СП) хаҡында һөйләргә нигеҙ бирә. СП махсус лексика һәм терминологияның ҡулланылыш сфераһына хас булған үҙенсәлек, уны шулай башҡорт теленең теге йәки был кимәлдә эшләнгән бөтә терминологик һүҙлектәренән дә табырға мөмкин. Терминологик билингвизм (айырым осраҡтарҙа - полилингвизм) шарттарында бер нисә һүҙҙән торған терминдарҙағы бер үк һүҙ, мәғәнәгә ҡарап, ике йәки өс, йә булмаһа киреһенсә, ике йәки өс һүҙ бер үк һүҙ менән тәржемәләнергә мөмкин.
Беҙ тикшергән энциклопедик хеҙмәттә бирелгән фольклористика һәм әҙәбиәт ғилеме терминдарының ҡайһы берҙәре үҙ-ара синонимик мөнәсәбәттә булырға мөмкин. Был терминдарҙың текстарҙа бер-береһен алмаштырып ҡулланылыу осраҡтары бар. “Башҡорт теленең һүҙлеге”н файҙаланып, СП булған терминдарға түбәндәге миҫалдарҙы килтерәйек: эпос – ҡобайыр; легенда - риүәйәт – хикәйәт. Көнбайыштан һәм көнсығыштан үҙләштерелгән атамалар ҡулланыу, этимологик төрлө сығанаҡтарҙы синонимик мөнәсәбәттә ҡарау – фән теленә хас күренеш.
Башҡорт махсус лексикаһы һәм терминологияһында тел универсалийҙарының береһе булған антонимик мөнәсәбәттәргә, йәғни антонимик парадигмаға (АП) тейешле урын бирелә. Билдәле булыуынса, тормош фәлсәфәһе, мифология, культ, диалектика, идеология, фән, закондар (ҡанундар) һәр нәмә үҫешенең ҡапма-ҡаршы яғы аша беленер, тип раҫлай. «Башкортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия»һында бирелгән терминдар араһында антонимик мөнәсәбттә торған берәмектәр шулай уҡ һирәк осрай. Бындай терминдарға түбәндәгеләрҙе күрһәтергә мөмкин: драма – трагедия. Айырым термин-һүҙбәйләнештәрҙең компоненттары үҙ-ара антонимдар булып тора: ҡыҫҡа көй – оҙон көй. Ғөмүмән, был терминдар телдә үҙ-ара антонимдар рәүешендә йөрөмәһәләр ҙә, үҙҙәренең жанр үҙенсәлектәре һәм йөкмәткеләре буйынса ҡапма-ҡаршы булараҡ ҡабул ителәләр.
Шулай итеп, күп кенә лексикографик хеҙмәттәрҙән айырмалы рәүештә «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия»һында урын алған фольклористика һәм әҙәбиәт ғилеме терминдарының үҙ-ара булған семантик мөнәсәбәттәре сикләнгән. Был өлкәләргә ҡараған терминологик берәмектәр араһында синонимия, омонимия һәм антонимия күренештәре киң таралыш алмаған.
Әҙәбиәт
1. Виноградов В.В. Лексикология и лексикография: Избранные труды. – М.: Наука, 1977. – 314 с.
2. Даниленко В. П. Русская терминология: Опыт лингвистического описания. - М., 1977. – 246 с.
3. Зайнуллина Г.Д. Формирование и развитие башкирской лингвистической терминологии. – Уфа: Гилем, 2002. – 134 с.
4. Ҡаһарманов F.F. Башҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы: Уҡыу әсбабы. - Стәрлетамаҡ: Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты, 2002. – 242 б.
5. Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта. Башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. Төҙәтелгән һәм тулыландырылған 2-се баҫмаһы. – Өфө, 1999. –328 б.
6. Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография: Уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Башҡорт дәүләт университеты, 2002.- 205 б.

Приложенные файлы

  • docx faile66
    Стерлитамакский многопрофильный профессиональный колледж
    Размер файла: 16 kB Загрузок: 1

Добавить комментарий