Лексико-семантические группы фитонимов в диалектах башкирского языка


Ҡарабаев М.И.
Диалекттарҙа фитонимдарҙың лексик-семантик төркөмсәләре
Телдә ҡулланылған атамалар үҙҙәре атап йөрөткән объекттарҙың төрлө билдәләрен, сифаттарын сағылдырырға мөмкин. Номинация процесы семасиологияның бер өлөшө булараҡ, төрлө проблемаларҙы хәл итеү менән бәйләнгән. Белеүебеҙсә, һәр бер конкрет нәмә һәм күренеш тирә-яҡ мөхиттә бер бөтөн система рәүешендә төрлө үҙенсәлектәре менән үҙ-ара бәйләнештә йәшәй.
Үҫемлектәр төрлө сифаттар менән характерлана. Был сифаттар объектив һәм конкрет булалар, шул рәүешле теге йәки был үҫемлеккә номинация нигеҙе булып сығыш яһайҙар. Шул төрлө сифаттар араһынан атаманың иң аңлайышлыһы, үҙенсәлеклеһе атама булып һайланып алына.
Башҡорт телендә үҫемлектәр атамаларының үҙенсә бер системаһы барлыҡҡа килгән. Фитонимдарҙың исемләнеү үҙенсәлектәре буйынса түбәндәге лексик-семантик төркөмсәләргә бүлеп ҡарарға мөмкин:
1. Үҫемлектәрҙең морфологик, йәғни төҙөлөшө буйынса, билдәһенең атамала сағылыш табыуы. Башаҡ, һабаҡтарҙы, һабаҡ төҙөлөшөн аңлатҡан фитонимдар. Мәҫәлән: суҡтал (арғаяш), сәнескәкле гөл (ҡариҙел, урта), энағас (салйоғот, төньяҡ-көнсығыш, һаҡмар), күгәрсен күҙе (эйек-һаҡмар).
2. Үҫемлектәрҙең төҫ билдәһе. Төҫ үҫемлектең атамаһы нигеҙендә ҡулланыла, ул үҫемлектәрҙең иң боронғо билдәһе. Күреүебеҙсә, фитонимдарҙың төҫ билдәһенә нигеҙләнеп аталыуы кеше тормошонда айырым роль уйнағандар. Бында һары, аҡ, зәңгәр, ҡара, ҡыҙыл төҫтәр актив ҡулланыла.
– Аҡ һүҙе менән бирелгән фитонимдар:
– аҡбабай (урта;
аҡбаш (гәйнә, ҡариҙел);
аҡбиләңкә (төньяҡ-көнбайыш);
аҡбаш үлән (ҡыҙыл);
аҡ йарма (мейәс);
аҡтәтәй (урта урал);
ағүлән (урта һ.);
аҡмысай.
Ҡара берәмеге түбәндәге үҫемлек атамаларында бирелгән:
ҡарайеләк (дим);
ҡара ҡайын (дим, урта);
ҡара мүк еләге (урта);
ҡара мәмәй (дим);
ҡарачерки (гәйнә);
Күк һүҙе менән түбәндәге фитонимик берәмектәр бар:
– күкбаш (гәйнә);
күк борсаҡ (ҡыҙыл);
күксин (урта);
күк жиләк (гәйнә, ҡариҙел, урта урал);
күк көртмәле (мейәс, ҡыҙыл, урта);
күксәскә (мейәс, урта);
күксәсәк (урта);
күктирәк (һаҡмар);
күк үлән (арғаяш);
күгелсән (салйоғот).
Айырым фитонимдарҙа төҫтө күрһәтеүсе һары һүҙенең дә ҡулланылыу осраҡтары бар:
– һарыбаш (ҡыҙыл, мейәс);
– һары мөтөрөшкә (эйек-һаҡмар);
һарымай (урта);
һарсәскә (дим);
һарут (урта);
һарысай (эйек);
һарысискә (салйоғот);
сарбаш (гәйнә);
сары бәжей (ҡариҙел);
сары торма (гәйнә);
сарышәңгә (гәйнә);
ҫарымҫаҡ (дим);
ҫарыбаш (дим);
ҫары сискә.
Күп кенә фитонимдарҙа ҡыҙыл һүҙе ҡулланыла:
ҡыҙылалма (дим);
ҡыҙылйеләк (урта);
ҡыҙыл мүк еләге (урта);
ҡыҙыл шалҡан (мейәс).
Ала һүҙе лә фитонимдар составында осрай:
алабай (ҡариҙел);
алағарға үләне (һаҡмар);
ала күгәрсен (дим).
Миҫалдарҙан күренеүенсә, үҫемлектәрҙең төҫ билдәләрен сағылдырыусы лексик берәмектәрҙән ҡара һәм аҡ һүҙҙәре бик актив ҡулланыла.
Атамаларҙа үҫемлектәрҙең тышҡы билдәләренең сағылышы :
– айыутабан;
– алҡа үләне (ҡариҙел);
– алҡагөл (урта);
ҡоймағүлән (әй);
самауыр үләне (эйек);
түмәрәк үлән (һаҡмар);
энағас (арғаяш, урта урал, эйек-һаҡмар, әй).
4. Үҫемлектәрҙең үҫеп сығыу урыны. Фитонимдың билдәләүсе компоненты булып шул ерҙең атамаһы сығыш яһай (һыу, һаҙ, урман һ.б):
– ағас еләге (ҡыҙыл, урта, эйек-һаҡмар)
– йар сәскәһе (урта);
ҡырсын тал (дим, мейәс, салйоғот, урта)
һыу йефәге (салйоғот);
һыу сәскәһе, һыу сәсәге (мейәс);
һыуһар (әй).
Сәскә атыу һәм үҫеп сығыу ваҡыты. Семантик билдәһе түбәндәгеләрҙә күренә:
– айбағыр (ҡариҙел, төньяҡ-көнбайыш);
Үҫемлектәрҙең берәй ниндәй һут бүлеп сығарыуы:
– һөтлөк (урта);
– һөтлөгән, һөтлөкәс, һөтлөүлән (урта, эйек-һаҡмар);
– һөттөмәкәй (ҡыҙыл).
7. Дауалау сифаты булған үҫемлектәр. Билдәле булыуынса, күп үҫемлектәрҙең шифалы үҙенсәлектәре бар, һәм улар халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла. Мәҫәлән:
– жарапечин (гәйнә);
жарапечин жабу (төньяҡ-көнбайыш);
– йара япрағы (арғаяш, дим, ҡыҙыл, урта, эйек-һаҡмар).
Номинация принцибы – тәм. Был төркөм фитонимдарҙың нигеҙендә тәм үҙенсәлектәре ята. Мәҫәлән: татлы һүҙе менән яһалған үҫемлектәр исемдәре:
татлы тамыр (һаҡмар);
татты тамыр (мейәс);
татлы йафраҡ (төньяҡ-көнбайыш);
татлыҡай (ырғыҙ).
Үҫемлектәрҙең тауыш сығарыуы. Тауыштар үҫемлектәргә механик тәьҫир итеү арҡаһында килеп сыға. Бындай фитонимдарға түбәндәгеләр ҡарай:
зыңғалаҡ (мейәс);
– шалтыраҡ (ҡыҙыл).
Халыҡ ышаныуҙары, юҡ-бар күҙ алдына килтереү. Кешеләрҙең мифологик күҙ алдына килтереүҙәренә нигеҙләнгән атамалар фитонимияла күп кенә урын алып тора. Миҫалдар:
– шайтан дегәнәге (урта);
шайтан ҡымыҙлығы (дим)
– шайтан көпшәҫе (дим).
Үҫемлектәрҙең еҫе буйынса аталыу принцибы. Был семантик төркөмдә фитонимдарҙың иң күп өлөшө бирелгән. Үҫемлектәрҙең атамаларында еҫте белдергән компонент төп урын алып тора, ул төрлө мәғәнәлә ҡулланыла: хуш еҫле ", еҫле. Мәҫәлән:
– ислекәй (төньяҡ-көнбайыш);
– ислеҡурай (ҡариҙел.
Үҫемлектәр атамаһы системаһында күп кенә зоонимик берәмектәр ҡулланыла. Улар, ғәҙәттә, фитонимдарҙың тәүге компоненты рәүешендә сығыш яһайҙар. Был атамалар составында түбәндәге зоонимдар актив ҡулланыла:
Айыу:
– айыуғурайы (ҡыҙыл, һаҡмар);
айыу ҡамыры (төньяҡ-көнбайыш);
айыутабан (гәйнә, ҡариҙел);
айыутубыҡ (урта);
айыушоморт (гәйнә).
Ат:
– ат ҡойроғо (ҡариҙел);
атҡолаҡ (дим);
ат ҡуҙғалағы (гәйнә, дим, мейәс, төньяҡ-көнбайыш, урта);
ат тойағы үләне (ҡариҙел).
Баҡа:
баҡүлән (дим);
баҡа йефәге (арғаяш, дим);
баҡа үләне (урта урал);
баҡа яфрағы (дим, ҡариҙел, минзәлә, төньяҡ-көнбайыш, һаҡмар).
Бесәй:
– бесей ғойроғо (дим, урта);
бесей емеше (арғаяш);
бесәй аяғы (мейәс);
бесәй тарыһы (урта);
бесей һәҙәбе (әй).
Бүре:
бүре емеше (көнсығыш);
бүре көпшәҫе (дим);
бүре ҡуҙғалаҡ (гәйнә).
Эт:
– эт борсағы (һаҡмар);
эт йемеше (төньяҡ-көнбайыш);
этҡолаҡ (дим, эйек-һаҡмар);
этпорон (гәйнә);
эт теште ғайын (арғаяш).
Төрлө төркөмгә ҡараған хайуан атамалары:
быҙау (ҡариҙел);
дөйә аяғы (мейәс);
ҡолонтойаҡ (гәйнә);
төлкөйемеш, төлкөйемеш ағасы (әй);
төлкөҡойроҡ (дим);
һарыҡ йыуаһы (ҡыҙыл, эйек-һаҡмар, әй).
Ҡош атамалары ла ҡараған берәмектәр үҫемлек исемдәре составында бирелгән:
алағарға үләне (һаҡмар);
ала күгәрсен (дим);
бәпкә (салйоғот);
бәпкүлән (төньяҡ-көнбайыш, урта, һаҡмар, ырғыҙ);
күгәрсен күҙе (эйек-һаҡмар);
ҡарлуғас йыуаһы (һаҡмар);
турғайбаш (урта);
турғай еләге (ҡыҙыл, урта, эйек-һаҡмар).
Фитонимдарҙың бер төркөмөндә этник берәмектәр ҙә урын алған. Бындай атамаларға түбәндәгеләр ҡарай:
ҡаҙаҡ һөттөкәйе (мейәс);
урыс көпшәге (һаҡмар);
урыҫ кесерткәне (эйек-һаҡмар);
урыһ ҡымыртҡығы (салйоғот).
Айырым үҫемлек атамаларында туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек терминдары урын алған:
кейәү ҡамҫыҫы;
аҡбабай (урта);
бабайбаш (ҡариҙел, төньяҡ-көнбайыш, урта);
– әбей ҡамыры (дим);
әбей йемеше (эйек-һаҡмар).
Составында ағас атамалары булған үлән исемдәре. Был төркөмсәгә ингән үлән атамаларында беренсе компонент сифатында ағас атамалары сығыш яһай:
– ҡайынгөл (ҡариҙел);
ҡарағай йеләге (нөгөш, урта).
Шулай итеп, үҫемлек атамалары 15 лексик-семантик төркөмсәгә бүленә. Был төркөмсәләр араһында хайуандар нигеҙендә яһалған фитонимдар күпселекте тәшкил итә.
Әҙәбиәт
Ареальные исследования по башкирской диалектологии и ономастике Башкирии. – Уфа: ИИЯЛ, 1988. – 83 с.
Ишбулатов Н.Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. – Өфө: Китап, 2000. – 210 б.
Максютова Н.Х. Восточный диалект башкирского языка в сравнительно-историческом освещении. – М.: Наука, 1976. – 292 с.
Миржанова С.Ф. Северо-западный диалект башкирского языка: Формирование и современное состояние. – Уфа: Китап, 1991. – 296 с. (2-е издание, стереотипное. – Уфа: Китап, 2006. – 300 с.)Шәкүров Р.З. Башҡорт диалектологияһы. – Өфө: Китап, 2012. – 240 б.

Приложенные файлы

  • docx faile83
    Стерлитамакский многопрофильный профессиональный колледж
    Размер файла: 23 kB Загрузок: 3

Добавить комментарий