М.И. Ҡарабаев
ЗӘЙНӘБ БИИШЕВАНЫҢ “ҺӨНӘРСЕ МЕНӘН ӨЙРӘНСЕК” ӘҪӘРЕНДӘ ИДИОМАЛАРҘЫҢ БИРЕЛЕШЕ
Билдәле булыуынса, хәҙерге башҡорт теле күп функциялы яҙма әҙәби тел һанала. Башҡорт әҙәби телен формалаштырыуҙа һәм үҫтереүҙә яҙыусыларҙың роле айырыуса ҙур. Әҙиптәр араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙары араһында Зәйнәб Биишева ижады айырым урын алып тора. Зәйнәб Биишева әҙәбиәтебеҙҙә һәм мәҙәниәтебеҙҙә арымай-талмай хеҙмәт итте. «Туған телгә дан йырлаусы әҙибе булып йәшәне ул» – тигән һүҙҙәр уның тураһында. Уҡыусылар күңелен яулаған әҫәрҙәренең оҙон ғүмере яҙыусының маһир һүҙ оҫталығы менән бәйле. Уның әҙәби әҫәр йөкмәткеһен һынлы итеп асыуҙа яҙыусыға фразеологизмдар ҡулланыу булышлыҡ итә. Ҡайһы бер телселәр, фразеологик берәмектәрҙе билдәләгәндә уларҙы “башҡа телдәргә тәржемә итеп булмай торған әйтемдәр”, тип билдәләйҙәр. Был ҡарашты шартлыса ғына ҡабул итергә мөмкин, сөнки һәр бер конкрет телдә уға ҡәрҙәш телдәр менән уртаҡ булған фразеологик берекмәләр күп була, һәр телдә дөйөм кешелек йәмғиәте характерындағы мәҡәлдәр һәм әйтемдәр йыш осрай, уларҙың бер өлөшө халыҡтарҙың быуаттар буйына өҙлөкһөҙ аралашып йәшәүе һөҙөмтәһендә бер телдең икенсе телгә тәржемә ителгән һәм күп телдәргә таралған. Зәйнәб Биишева үҙенең әҫәрҙәрендә шундай фразеологизмдарҙы күп кенә осрай.
Мәҫәлән, “Һөнәрсе менән өйрәнсек” хикәйәһендә геройҙарҙың телмәрендә нығынған һүҙбәйләнештәрҙең актив ҡулланылыуы күҙгә ташлана. Улар бер нисә һүҙҙән торған, лексик яҡтан өлөштәргә (айырым һүҙҙәргә) бүленмәгән һәм семантик яҡтан бөтөнлөк тәшкил итеп, бер генә мәғәнә аңлатҡан һүҙ ҡушылмалары: әйтемдәр, тапҡыр һүҙҙәр,сит телдәрҙән калька менән алынған әйтемдәр, дөйөм кешелек, характерындағы төрлө әйтемдәр, иҫке китаптар теленән ингән әйтемдәр яҙыусылар тарафынан ижад ителгән афоризмдар йәки ҡанатлы һүҙҙәр, төрлө телдән алынған һүҙ ҡушылмалары - бөтәһе лә фразеологик ҡатламын тәшкил итә, сөнки улар шул телдең организмына айырылғыһыҙ ҡушылып үҫкән һәм шул телдең лексик материалы һәм грамматик ысулдары менән яһалған. Уларҙың түбәндәгеләре хикәйәлә бирелгән:
1. Телһеҙ ултырам;
– Һи-и, ҡомартҡылармы? Беҙҙең ауылда инде уның иң кәттәләре! тип ғәйәт ҙур ышаныс менән хәбәр иттеләр бында ниңә:
– Юҡ өсөн баш ватып;
– Тик күҙ тейгеҙмә, - тип кеткелдәп көлөп куя. – күрәһең бит, күҙҙең яуын алып тора. Ундай матур нәмәгә күҙ тейеп ҡуйыуы ла бер ҙә ғәжәп түгел (ҡылым фразеологизмдар).
2. – Беләһең килһә, ошо ҡылыстың эйәһе – арыҫлан кеүек батыр йөрәкле, күк күгәрсен шикелле саф, изге күңелле кеше тигән һүҙ был, – тип һөйләп алды Хасбулат олатай” (сифат фразеологик берәмек).
Беҙ анализлаған әҫәрҙә фразеологизмдарҙан тыш мәҡәлдәр һәм әйтемдәр ҙә күп кенә бирелгән. Мәҫәлән:
1. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы.
2. Яҡшылыҡты эшлә лә диңгеҙгә ырғыт – халыҡ белер. Халыҡ белмәһә балыҡ белер.
3. Ялғандың бото ҡыҫҡа.
4. Ҡырын эш – ҡырҡ йылдан да беленә.
Әҫәрҙә бирелгән фразеологизмдар үҙҙәренең лексик-семантик билдәләре буйынса кешенең төрлө сифаттарын сағылдырыусы берәмектәр рәүешендә сығыш яһайҙар. Мәҫәлән:
а) кешенең йәше буйынса сифаты:
Хасбулат олатай етмеште аша атлап уҙған кеше.
б) кешенең характеры буйынса билдәһе: Арыҫлан кеүек батыр йөрәкле, күк күгәрсен шикелле саф. изге күңелле кеше.
в) ҡышҡы ҡиәфәте буйынса кешенең билдәһе: Ҡаҡса кәүҙәле, ҡылыс танаулы, ҡарсыға күҙле, һылыу бер егет. Етмәһә, ҡартың һөлөк кеүек мыйыҡтарын йәштәрсә мөгөҙләндереп, бороп та ебәргән. Тик тауышта ғына ҡартлыҡ бер аҙ һиҙелә.
Түбәндәгеләрҙән сығып шундай һығымтаға килергә мөмкин, Зәйнәб Биишева үҙенең әҫәрҙәрендә төрлө телдә ҡулланылған фразеологик берәмектәр оҫта ҡулланыла. Әҫәр теленең байлығы һәм матурлығы, яҙыусының телдең грамматик төҙөлөшөн яҡшы белеүенә һәм һүҙҙәрҙе, грамматик формаларҙы дөрөҫ ҡулланыуына, башҡорт телен байытыуына тығыҙ бәйләнгән.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Зәйнәб Биишева. Әҫәрҙәр. IV томда. II том. Роман, повестар, хикәйәттәр, хикәйәләр. - Өфө. 1981.
2. Йосопов Х.Ғ. Башҡорт теленең фразеологияһы. - Өфө, 1963.
3. Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге