М.И. Ҡарабаев
Үҙ аллы эштәр темалары һәм биремдәре
“Исем” темаһы буйынса
1.Балаҡайҙар, өләсәйемдәргә, ҡошсоҡтар, ағайымдарҙың һүҙҙәренә морфологик анализ яһағыҙ.
2.Түбәндәге исемдәрҙең яһалышын һәм лексик-семантик төркөмдәрен билдәләгеҙ:
майлыҡ, ҡайнатма, ҡулъяҙма, Ҡариҙел, көнбағыш, ураҡсы, мәктәп, батшалыҡ, ашъяулыҡ, аңлатма, БЙИ, уйынсыҡ, ААЙ, Ҡарағолаҡ, Аҡтырнаҡ, юлбаҫар, Айгүзәл, бала-саға, мал-тыуар, ығы-зығы, ҡайнаға, киҫәк, яңғыраш, тәрилкә, һуҙынҡы, билдәлелек.
3. Текстағы исемдәрҙең һанын, яңғыҙлыҡ-уртаҡлыҡ булыуын билдәләгеҙ.
Айытбайҙарға өмәгә Сәлих менән Хәсән үҙҙәренең аттары менән килделәр. Өмәгә уларҙан тыш байтаҡ егеттәр, ҡыҙҙар килгән. Йәштәр менән етәкселек итеү өсөн Ташбулат та саҡырылған. ...Китте ҡыҙыу эш. Баҫым тирәһендә ҡырмыҫҡа иләүендәге кеүек хәрәкәт, шау-шыу көсәйҙе. (С.Агиштан).
4. Тексты уҡығыҙ, беренсе абзацтан яңғыҙлыҡ исемдәрҙе күсереп яҙығыҙ, семантик төрҙәрен билдәләгеҙ. Икенсе абзацтан ҡушма һүҙҙәрҙе күсерегеҙ, уларҙың яһалыу юлдарын билдәләгеҙ.
Ишмөхәммәт кантон оҙаҡ юлйөрөмдән тамам йонсоп ҡайтты. Был юлы ул иртә яҙҙан үҙ ҡарамағындағы 9-сы башҡорт кантонының төньяҡ-көнсығыш тарафтарында йөрөнө; ярҙарына яңы ҡайтҡан Ағиҙел, Эҫем, Ләмәз йылғаларын кисеп, Ҡыратауҙарҙы урап, Йүрүҙән буйҙарынаса барып етте; Мырҙалар, Күҙәй волостарын ҡыҙырып сыҡты. Губернатор фармандары менән ине эше.
“Парлап-парлап ҡына ат ектерҙем, елеп кенә үтһен тиеп тә”, - тип йырҙа ғына йырлауы анһат ул, ир-мир эше артынан ҡышын-яҙына ҡарамай көн-төн йөрөп ҡара, йән, мал, йорт-ер ыҙалап. Әле лә ана аттары манма тиргә батты, үҙҙәре - ярҙамсыһы Динмөхәммәт ҡустыһы менән - арып арманһыҙ булды. Кантон батҡан һаҙламығын үткәндә, Ишмөхәммәт ирекһеҙҙән үҙҙәренең бер көҙгө яуында ошонда ауыр повозкалары менән батып ятҡандарын хәтерләне. Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай: шул урынға яңы исем дә йәбештерҙеләр - Кантон батҡан. (Ғ. Хөсәйенов).
5."Грамматика современного башкирского литературного языка" (Под ред. А.А.Юлдашева. - М.: Наука, 1981. – 495 с.) китабынан “Килештәрҙең мәғәнәләре һәм функциялары” таблицаһын күсереп алырға (149-153-сө биттәр).
6.Таблицаға нигеҙләнеп, килештәрҙең һәр бер мәғәнәһенә ярашлы художестволы әҙәбиәттән миҫалдар табырға (эште айырым дәфтәргә яҙырға).
7. Исемдәрҙә күплек аффиксы ҡайҙа урынлаша?
8. Түбәндәге һүҙҙәрҙе эйәлектең һәм хәбәрлектең өс затына ла ҡуйып яҙығыҙ:
күнәк, дала, алма, ҡалаҡ, көрәк, үлән, батша, батыр, һоло, яу.
Хәбәрлек категорияһы тураһында төшөнсә бирегеҙ, яуапты миҫалдар менән иҫбатлағыҙ.
Исемдәрҙең килеш категорияһы тураһында аңлатма бирегеҙ: өйрәнелеү тарихы, бөгөнгө көндә ҡулланылыш үҙенсәлектәрен яҡтыртығыҙ.
Ҡала, ҡарт, он, туҙ һүҙҙәрен килештәр менән үҙгәртергә.
Башҡорт телендә килеш аффикстарының варианттары бар. Уларҙы һайлау нимәгә бәйле?
«Килештәрҙең осрашыуы һәм үҙ-ара бәхәстәре» исемле әкиәт төҙөгөҙ.
Берлек һәм күплек формаларҙа эйәлек затының бөтә төр аффикстарын күрһәткән таблица төҙөргә.
«Башҡорт халыҡ ижады» күп томлығының боронғо йырҙар тупланған китабынан күплек формаһында файҙаланылған яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе күсереп алығыҙ (10-ар миҫал), һәм уларға морфологик анализ яһағыҙ.
Художестволы әҙәбиәттән берлек формаһындағы исемдәрҙең күплек мәғәнәһен белдереүенә миҫалдар (15-20) яҙып алырға.
Тексты күсереп яҙығыҙ. Исемдәрҙе табып, аҫтарына һыҙығыҙ, уларҙың һөйләмдә ниндәй вазифа үтәүҙәрен өҫтәренә яҙып сығығыҙ. Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәргә морфологик анализ яһағыҙ
Ҡыҙҙар саҡырып ҡайтҡас, Емеш бөтә сынаяҡ, сәйгүн, тәрилкә кеүек нәмәләрҙе тоҙ менән ышҡып, йылтыратып йыуып ултыртты. Унан ватылыр-боҙолорҙай әйберҙәрҙе, мөйөш-һәйештәрен сысҡан кимереп, быҙау ялап бөткән, «Нух заманынан» ҡалған быялалы шкаф эсенә йәшерҙе. Урындыҡты бер ҡат балаҫ менән генә ҡалдырып, мендәрҙәрҙе, арҡыры-буй юрғандарҙы урындыҡ өҫтөнә өйөп ҡуйҙы. Иң аҙаҡтан иҙәнде, ек-йоғон ҡалдырмай, һап-һары итеп, бысаҡ менән ҡырып йыуып сыҡты. Ә Йәнеш малдарҙы ҡараны. Һыу эсереп, төнгә етерлек бесән һалып, лапаҫтарға ябып ҡуйҙы. Унан өйгә һыу алып килде. Өй эсе йәмләнеп, таҙа яҡты булып китте. Ҡараңғы төшөүгә, Емеш, өрлөк уртаһындағы аҫылмалы етеле шәмгә тултырғансы кәрәсин һалып, ҡыуығын һөрөмдән таҙартып тоҡандырып ҡуйғас, өй тағы ла йәмләнде. Оҙаҡламай ҡыҙҙар ҙа килә башланы. (З.Биишева)
«Сифат» темаһы буйынса
Һорауҙарға тулы яуап әҙерләргә:
1.Сифаттар белдергән мәғәнәләрҙе (лексик-семантик төркөмсәләрен) атағыҙ.
2.Сифаттарҙың субстантивацияһы тураһында белешмә бирегеҙ, миҫалдар менән иҫбатлағыҙ.
3.Сифат яһаусы продуктив һәм продуктив булмаған аффикстар, үҙләштерелгән ялғауҙар хаҡында белешмә бирегеҙ.
4. «Башҡортса-русса һүҙлек» (М., 1996) буйынса төҫтәрҙе белдергән һүҙҙәрҙе тәржемәһе менән күсереп алырға, ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарауын билдәләргә, башҡорт эквивлентттары менән һөйләмдәр төҙөргә.
5. Художестволы әҙәбиәттән төп һәм шартлы сифаттар (төп сифаттарҙың төрлө дәрәжәләрендә) булған һөйләмдәр яҙып алырға, тикшерергә.
6. «Һынлы һүрәтләү сараһы булараҡ сифаттарҙың роле» тигән темаға реферат яҙығыҙ.
7. Тексты күсереп яҙығыҙ. Сифаттарҙы табып, аҫтарына һыҙығыҙ, уларҙың синтаксик вазифаларын өҫтәренә яҙып сығығыҙ. Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәргә морфологик анализ яһағыҙ
Төҫлө япраҡтар.
Көҙгө һуҡмаҡ буйлап терпе килә. Аяҡ аҫтында ҡыштырлай. Урман тыныс.
Уҫаҡ эргәһенән үтешләй терпе туҡтап ҡалды. Уның күҙе ерҙәге япраҡтарға төштө. Ҡып-ҡыҙыл, һап-һары булып, балҡып яталар түңәрәк кенә япраҡтар. «Ҡыҙыма алып ҡайтайым әле мин уларҙы, туйғансы уйнар», - тип уйланы терпе һәм энәләренә бер нисә япраҡты сәнсеп тә алды. Аҡ ҡайын янынан үткән саҡта ла баҡыр төҫлө еп-еңел япраҡтарҙы күрҙе. Уларын да энәләренә ҡаҙаны.
Күрһәгеҙ ине һеҙ терпене! Төрлө япраҡтарға күмелеп ҡайтып килә. Ҡыҙылы ла, йәшеле лә, көрәне лә, һарыһы ла бар. (А.Йәғәфәрова)
«Алмаш» темаһы буйынса
1.Алмаштарҙың төркөмсәләрен сағылдырған схема йәки таблица төҙөргә.
2. Текстағы алмаштарға морфологик анализ яһарға.
- Бына улың - мин булам, мәрхәмәтле вәзирең бар ине, ул беҙҙе үлтермәне, иреккә ебәрҙе. Бына минең ағайҙарым, - тип, Хөсәйен ағаларын күрһәтте, ти.
- Һин, атай, ҡомһоҙ ҙа, ғәҙелһеҙ ҙә кешеһең. Кешеләрҙе күпме рәнйеткәнһең, һис бер изгелек ҡылмағанһың, ҡартлыҡ көнөңдә шуның кейәһе килгән, - тигән. (“Ғәҙел батша” әкиәтенән).
3. Тест һорауҙарына яуап бирегеҙ:
Әле беҙ ҡунаҡтар көтәбеҙ.
а) күрһәтеү алмашы
б) билдәләү алмашы
в) зат алмашы
г) юҡлыҡ алмашы
Үҙем өсөн дә, үҙемдән бигерәк Ғилминур әбейем өсөн шулай тулҡынланам.
а) зат алмашы;
б) күрһәтеү алмашы;
в) һорау алмашы;
г) билдәләү алмашы;
3) Миңә лә урын табылды.
а) һорау алмашы
б) билдәһеҙлек алмашы
в) зат алмашы
г) эйәлек алмашы.
4) Батырҙарым бар минең, аҡылдарым дан минең!
а) билдәләү алмашы
б) күрһәтеү алмашы
в) һорау алмашы
г) эйәлек алмашы
5) Уларҙан да тәмле, уларҙан да ҡәҙерле тағы ниндәй күстәнәс була?
а) зат алмашы;
б) юҡлыҡ алмашы;
в) һорау алмашы;
г) билдәләү алмашы;
6)Атайҙар һүҙе - аҡылдың үҙе.
а) билдәһеҙлек алмашы
б) зат алмашы
в) күрһәтеү алмашы
г) билдәләү алмашы
7) Бәғзе берәүҙәр күнәк тотоп йүгерә.
а) зат алмашы
б) билдәһеҙлек алмашы
в) юҡлыҡ алмашы
г) билдәләү алмашы
8) Бер нәмә лә ерҙә эҙһеҙ юғалмай.
а) зат алмашы
б) билдәһеҙлек алмашы
в) юҡлыҡ алмашы
г) билдәләү алмашы
4. Тексты күсереп яҙығыҙ. Алмаштарҙы табып, аҫтарына һыҙығыҙ, уларҙың һөйләмдең ниндәй киҫәге булыуын өҫтәренә яҙып сығығыҙ. Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәргә морфологик анализ яһағыҙ.
Минең яратҡан һөнәрем.
Өсөнсө класта уҡыған саҡта, уҡытыусы беҙгә ошо темаға инша яҙырға ҡушҡайны. Мин оҙаҡ уйлап тормаҫтан: «Әллә нисәмә атты алмаштырмаҫлыҡ тракторҙы һыңар ҡулым менән йөрөткөм килә», тип башлап киткәйнем.
Бына хәҙер механизаторҙар курсында уҡып сыҡтым. Икенсе йыл инде ялан яғындағы бер колхозда трактор йөрөтәм. Теге йәки был рычагты һыңар ҡулым менән генә тарттыммы, тимер әзмәүер мин теләгән яҡҡа китә. Ә уның бер көйгә генә гөрөлдәүе нисек һуң? Киң баҫыуҙы буйлап барған трактор тауышын ниндәйҙер дәртле бер көйгә оҡшатам мин.
Ауылыма үткән ҡыш ҡына ҡайтып әйләнгәйнем, шунан аҙаҡ форсат булманы. Шуға ла көҙгө баҫыу эштәре бөтөп, ҡар яуғас та, әсәйем янына ҡайтып килмәксе булдым. Райондағы магазиндан әсәйемә сағыу биҙәкленән күлдәклек тауар, шәльяулыҡ, ҡуңыслы галош алдым. (Н.Мусин)
«Һан» темаһы буйынса
1. БЕР һанынан ниндәй һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәр яһала? Миҫалдар килтерергә.
2. Һандарҙы цифрҙар менән яҙып, тексты күсерергә. Текстағы һандарҙың төркөмсәләрен билдәләп сығырға.
Егерменсе быуаттың егерменсе йылдарында башҡорт әҙәби теленең орфографияһын яҡшыртыу буйынса даими эш алып барылды. Бер мең туғыҙ йөҙ егерме дүртенсе йылда орфографияның яңы проекты төҙөлә һәм баҫып сығарыла. Бер мең туғыҙ йөҙ егерме бишенсе йылда әҙәби телдең яңы орфографияһы сыға.
Егерменсе йылдарҙың уртаһында латин алфавитына күсеү хәрәкәте көсәйә, ваҡытлы матбуғат биттәрендә латин графикаһына нигеҙләнеп баҫылған айырым мәҡәләләр күренә башлай. Быларҙан сығып, бер мең туғыҙ йөҙ егерме алтынсы - бер мең туғыҙ йөҙ утыҙынсы йылдарҙа башҡорт әҙәби телендәге ике алфавит: ғәрәп һәм латин алфавитына нигеҙләнгән алфавиттар хеҙмәтләндерҙе, тип әйтергә була. Бер мең туғыҙ йөҙ егерме һигеҙенсе - мең туғыҙ йөҙ егерме туғыҙынсы уҡыу йылына ғәрәп яҙыуында дәреслектәр сығарыу өсөн башҡорт әҙәби теленең ваҡытлы орфографияһы төҙөлә. Бер мең туғыҙ йөҙ егерме һигеҙенсе йылдың ун икенсе апрелендә Башҡортостан хөкүмәте уны раҫлай һәм матбуғатта баҫтырып сығара (Ул “Белем” журналында мең туғыҙ йөҙ егерме һигеҙенсе йылдың бишенсе-алтынсы һандарын берләштереүсе номерҙа ҡырҡ өсөнсө-ҡырҡ бишенсе биттәрҙә донъя күрә).
Башҡорт әҙәби теле өсөн яңы ғәрәп алфавитының нигеҙҙәрен төҙөгән осорҙа уҡ Башҡортостанда латин яҙмаһына күсеү буйынса әҙерлек эштәре башланды.
Яңәлиф буйынса Ваҡытлы өлкә комитеты башҡорт теленең латин графикаһына нигеҙләнгән беренсе алфавитын төҙөй, һәм ул бер мең туғыҙ йөҙ егерме дүртенсе йылдың октябрь айында уның ултырышында раҫлана. Был латин алфавиты бөтәһе утыҙ дүрт хәрефтән тороп, шуларҙың егерме дүртеһе тартынҡылар, уныһы һуҙынҡылар ине.
Башҡорт яҙыуын латинлаштырыу буйынса эш Беренсе тюркологик съезға әҙерләнеү һәм уны мең туғыҙ йөҙ егерме алтынсы йылдың февраль айында Баку ҡалаһында үткәреү осоронда тағы ла көсәйә төштө. (Ишбирҙин Э.Ф. һ.б. “Башҡорт әҙәби теленең тарихы” (Өфө, 1993) китабы буйынса).
3. Һөйләмдәрҙәге һандарға морфологик анализ яһарға:
Был донъяла дүрт ағай: береһе һаман йүгерә - бер ҙә арымай, икенсеһе гел ашай - бер ҙә туймай, өсөнсөһө гел эсә - бер ҙә ҡанмай, дүртенсеһе гел көлә - тауышы бер ҙә килмәй. Ике ағай йәнәшә киләләр, бер-береһен күрмәйҙәр.
4. Түбәндәге төп һандарҙы төркөмсәләр буйынса үҙгәртеп, һүҙ менән яҙырға, ялғауҙарҙың аҫтына һыҙырға:
Төп Рәт Бүлем Йыйыу Сама Кәсер Үлсәү
6 15 46 83 100 1944 2003 Һан төркөмсәләренең мәғәнәләрен һәм ялғауҙарын билдәләгеҙ.
Түбәндәге цифрҙарҙан бүлем һандары яһап, һөйләмгә индереп, һүҙ һәм цифрҙар менән яҙығыҙ:
5, 6, 8, 12, 19, 20, 27, 30, 40, 80.
7. Түбәндәге цифрҙарҙан сама һандары яһап, һөйләмгә индереп, һүҙ һәм цифрҙар менән яҙығыҙ:
5-6, 11-12, 15-16, 50-60, 100-150, 150-200, 10, 50, 100.
Түбәндәге цифрҙарҙан рәт һандары яһап, һөйләмгә индереп, һүҙ һәм цифрҙар менән яҙығыҙ:
6, 22, 1941, 1993, 2003, 1941-1945, IV, XXI, XVI-XVIII.
9. Түбәндәге һандарҙы килеш менән үҙгәртергә:
103, 350-шәр, 2076, 2/3, 11/100.
10. Түбәндәге һандарҙы килеш менән үҙгәртергә:
дүртенсе, алтмыш, берәү, бишәр, өсөнсөһө, ҡырҡ һигеҙ, туҡан туғыҙлап, алтмыш алтылы.
11. «7» һанын ҡулланып, халыҡ ижадынан миҫалдар килтерегеҙ (йола, ырым, мәҡәл, әйтем).
12. Морфология өлкәһенән һандың төрлө төркөмсәләре менән яуап бирерлек 10 һорау яҙырға. Мәҫәлән: Башҡорт телендә нисә һүҙ төркөмө бар? «Мин» алмашы нисәнсе затҡа ҡарай? һ.б.
13. "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге"нән (2 томда, Өфө, 1993) нумератив һүҙҙәрҙе табып яҙырға. Һәр төрөнә кәмендә 10 миҫал килтерергә.
Ваҡытты белдереүсе нумератив һүҙҙәр.
Араны белдереүсе нумератив һүҙҙәр.
Ауырлыҡты белдереүсе нумератив һүҙҙәр.
Оҙонлоҡто белдереүсе нумератив һүҙҙәр.
Үҫемлектәрҙең төрҙәрен белдерегән атамалар менән ҡулланылыусы нумератив һүҙҙәр.
Бөртөклө әйберҙәрҙең атамалары алдында килеүсе нумератив һүҙҙәр.
Предметтарҙың күләмен белдереүсе нумератив һүҙҙәр.
«3» һаны менән бәйле әйтемдәр, хикмәтле һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, тормош күренештәрен яҙығыҙ.
«Рәүеш» темаһы буйынса
1. Ҡабатлау өсөн һорауҙар.
1.Башҡорт тел ғилемендә ниндәй ғалим рәүеш һүҙ төркөмөн монографик планда өйрәнгән?
2.Рәүештәр башҡа һүҙ төркөмдәренән нимә менән айырылалар?
3.Рәүеш яһаусы ялғауҙарҙы һанап сығығыҙ.
4.Башҡа һүҙ төркөмдәренең рәүештәр рәтенә күсеүе ниндәй термин менән билдәләнә?
5.Рәүештәрҙең сифаттар менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын һанап сығығыҙ.
6.Түбәндә бирелгән һүҙҙәрҙең йәйәләрен асып яҙығыҙ.
Илке (һалҡы), шәп (шәп), йөҙ (түбән), был (йыл), ара (тирә), ялан (аяҡ), бары (бер), аҡса (лата), бик (иртә), баш (түбән), көпә (көндөҙ).
1.Тиҙ, иртә, яй, оҙаҡ һүҙҙәрен төрлө дәрәжәләргә ҡуйып үҙгәртегеҙ.
2.Һүҙ төркөмдәренең грамматик категориялары таблицаһын тултырырға (һәр бер һүҙ төркөмөнөң грамматик категорияларын табып, улар аңлатҡан грамматик мәғәнәне һәм шул мәғәнә сағылдырылған грамматик формаларҙы билдәләргә).
Һүҙ төркөмө Грамматик категория Грамматик мәғәнә Грамматик форма
Исем һан енес билдәлелек/ билдәһеҙлек ......... Сифат ......... Алмаш ......... Һан ......... Рәүеш ......... 7. Тексты күсереп яҙығыҙ. Рәүештәрҙе табып, аҫтарына һыҙығыҙ, уларҙың һөйләмдә ниндәй вазифа үтәүҙәрен өҫтәренә яҙып сығығыҙ. Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәргә морфологик анализ яһағыҙ.
Көн буйы яуған ямғыр кискә ҡарай ҡапыл туҡтаны. Китмәҫкә килгәндәй түшәлеп торған болоттар әллә ҡайһы арала таралып та өлгөрҙө, тик ҡайҙалыр бейектә аҙашып ҡалған һуңғы тамсылар һирәк-мирәк тамғылап ҡуя. Ошо тамсылар менән Гөлнур урамда уйнай. Тамсы уның усына тама, һәм Гөлнур шарҡылдап көлөп ебәрә.
Өй артындағы бүрәнә өҫтөндә Айҙар менән Ғабдулла байтаҡтан бирле һүҙһеҙ ултыралар. Малайҙарҙың кәйефе һүрән күренә. Эшһеҙ ҡалған кешеләр шундайыраҡ булалар шул.
Айҙар һеңлеһе Гөлнурҙы саҡырып алды ла Яҡупты алып килергә ҡушты. Ялан аяҡтары менән бысраҡты сәпелдәтә-сәпелдәтә, Гөлнур Яҡуптарға табан йүгерҙе.
Яҡуп иптәштәрен оҙаҡ көттөрмәне. Күл буйындағы юл урауыраҡ булһа ла, ул тегеләр янына шунан китте.
Оҙаҡламай улар өсәүләп балыҡҡа төшөп киттеләр (М.Кәрим).
8. Ғәжәп, ифрат, уғата, үтә, харап, бик, ныҡ, ғәйәт һ.б. шундай һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарайҙар?
9. Рәүеш һүҙ төркөмөнөң нисә төркөмсәһе бар?
10. Тексты күсереп яҙығыҙ. Рәүештәрҙе табып, аҫтарына һыҙығыҙ, уларҙың һөйләмдә ниндәй вазифа үтәүҙәрен өҫтәренә яҙып сығығыҙ. Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәргә морфологик анализ яһағыҙ.
Көн буйы яуған ямғыр кискә ҡарай ҡапыл туҡтаны. Китмәҫкә килгәндәй түшәлеп торған болоттар әллә ҡайһы арала таралып та өлгөрҙө, тик ҡайҙалыр бейектә аҙашып ҡалған һуңғы тамсылар һирәк-мирәк тамғылап ҡуя. Ошо тамсылар менән Гөлнур урамда уйнай. Тамсы уның усына тама, һәм Гөлнур шарҡылдап көлөп ебәрә.
Өй артындағы бүрәнә өҫтөндә Айҙар менән Ғабдулла байтаҡтан бирле һүҙһеҙ ултыралар. Малайҙарҙың кәйефе һүрән күренә. Эшһеҙ ҡалған кешеләр шундайыраҡ булалар шул.
Айҙар һеңлеһе Гөлнурҙы саҡырып алды ла Яҡупты алып килергә ҡушты. Ялан аяҡтары менән бысраҡты сәпелдәтә-сәпелдәтә, Гөлнур Яҡуптарға табан йүгерҙе.
Яҡуп иптәштәрен оҙаҡ көттөрмәне. Күл буйындағы юл урауыраҡ булһа ла, ул тегеләр янына шунан китте.
Оҙаҡламай улар өсәүләп балыҡҡа төшөп киттеләр (М.Кәрим).
«Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре»
Тест һорауҙары
Вариант I
1) Эйәреүсе менән эйәртеүсе һүҙҙе, шулай уҡ эйәрсән һөйләм менән баш һөйләмде бәйләп килгән ярҙамсы һүҙҙәр - ул:
а) бәйләүестәр; б) теркәүестәр; в) киҫәксәләр; г) модаль һүҙҙәр
2) Башҡа, бүтән, һуң, элек, борон, әүәл, элгәре, алып, башлап һ.б. бәйләүестәр исемдән ниндәй килеште талап итәләр?
а) төп килеште; б) төбәү килеште; в) төшөм килеште; г) сығанаҡ килеште
3) Башҡорт теленең һүҙ төркөмдәре араһында сағыштырмаса һуң барлыҡҡа килгән тип танылған һүҙ төркөмө:
а) бәйләүес; б) теркәүес; в) киҫәксә; г) модаль һүҙҙәр
4) Кеүек, ише, тиклем, шикелле, һымаҡ бәйләүестәре ниндәй мәғәнә белдереп йөрөйҙәр?
а) тәғәйенләнеш; б) оҡшатыу; в) маҡсат; г) сәбәп
5) Таңға ҡарай борсола башланы һөйләмендәге ҡарай һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә инә?
а) ҡылым; б) бәйләүес; в) теркәүес; г) ярҙамсы исем
6) Хронология, йәғни теге йәки был мәҡәлдең ҡайһы дәүергә ҡарағанлығын билдәләү, бында айырыуса ҡыйын мәсьәлә (Ф.Нәҙершина). Һөйләмдәге йәғни һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә инә?
а) бәйләүес; б) теркәүес; в) киҫәксә
7) Һәм, йәнә, тағы, ләкин, әммә, тик теркәүестәре ниндәй төргә ҡарайҙар?
а) эйәртеүсе теркәүестәргә; б) теҙеү теркәүестәренә; в) кирелек теркәүестәренә; г) ҡушма теркәүстәргә
8) Сәбәп теркәүесе:
а) гәрсә; б) ләкин; в) сөнки; г) хатта
9) Яһалышы буйынса теркәүестәр түбәндәге төрҙәргә ҡарайҙар:
а) тамыр, яһалма, ҡушма; б) ябай һәм ҡушма; в) бер һәм күп составлы
10) Киҫәксәләрҙең мәғәнәүи төрҙәре:
а) билдәлелек, билдәһеҙлек, һорау, эйәлек; б) көсәйтеү, сикләү, һорау, икеләнеү, раҫлау; в) төп, кәсер, үлсәү, сама; г) төп, күрһәтеү, юҡлыҡ
Вариант II
1) Тиклем, саҡлы, хәтле, ҡәҙәр, күрә, ҡарап, табан, ҡарамаҫтан, ҡаршы һ.б. бәйләүестәр исемдән ниндәй килеште талап итәләр?
а) төп килеште; б) төбәү килеште; в) төшөм килеште; г) сығанаҡ килеште
2) Өсөн, кеүек, һымаҡ, шикелле, төҫлө, менән, үтә, һайын, арҡылы, тарафына, тип, ише һ.б. бәйләүестәр исемдән ниндәй килеште талап итәләр?
а) төп килеште; б) төбәү килеште; в) төшөм килеште; г) сығанаҡ килеште
3) Һөйләмдең тиң киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләм составындағы һөйләмдәрҙе үҙ-ара бәйләү функцияһын үтәгән ярҙамсы һүҙҙәр - ул:
а) бәйләүестәр; б) теркәүестәр; в) киҫәксәләр; г) модаль һүҙҙәр
4) Бибеш ниндәйҙер ярһыулыҡ менән өй йыйыштырырға керешеп китте (З.Биишева). Һөйләмдәге менән һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
а) бәйләүес; б) теркәүес; в) киҫәксә
5) Атты ҡалдыра ла өйгә инә һөйләмендә ла һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
а) бәйләүес; б) теркәүес; в) киҫәксә; г) ымлыҡ
6) Көрәш дауам итә, сөнки тыуып килеүсе дәүләткә төрлө ҡатлам сәйәси көстәр төрлөсә ҡарашта. (Ә.Юлдашев). Һөйләмдәге сөнки һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә инә?
а) бәйләүес; б) теркәүес; в) киҫәксә
7) Бүлеү-ҡабатлау теркәүестәре:
а) һәм, йәнә, тағы; б) ә, ләкин, әммә, тик; в) йә - йә, бер - бер, әле - әле, ни - ни
8) Эйәртеүсе теркәүестәрҙең мәғәнәләре:
а) йыйыу, ҡаршы ҡуйыу, бүлеү; б) сәбәп, шарт, һөҙөмтә, оҡшатыу-сағыштырыу
9) Айырым һүҙҙең, һүҙбәйләнештең йәки бөтә һөйләмдең йөкмәткеһенә өҫтәлмә мәғәнә үҙенсәлеге биреп килгән ярҙамсы һүҙ:
а) теркәүес; б) бәйләүес; в) киҫәксә
10) -мы/-ме, -мо/-мө, -мы ни/-ме ни, -мы икән/ -ме икән, -мы әллә/-ме әллә киҫәксәләре ниндәй мәғәнәүи төҫмөр бирә?
а) икеләнеү; б) һорау; в) сикләү; г) билдәләү
Тексты күсереп яҙығыҙ. Теркәүестәрҙе табып, аҫтарына һыҙығыҙ. Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәргә морфологик анализ яһағыҙ
Һәр ерҙә төн үҙенсә матур була. Яр башында саҡта ул ситтән ҡарап тороу өсөн һәйбәт. Ә бына йылға өҫтөндә үткәрелгән төн унан да күңеллерәк һәм байыраҡ. Үҙеңде төндөң эсендә ҡайнашып йөрөгән төҫлө тояһың. Рәхәт тә, күңелле лә.
Бөтә тирә-яҡта тынлыҡ, бөтә нәмә йоҡлай, ә йылға һаман аға ла аға. Тик эреле-ваҡлы тулҡындар ғына шыбырҙашып һөйләшеп алалар, ләкин ул да оҙаҡҡа һуҙылмай.
Кәмәләр ҙә бик тыныс баралар. Шулай ҙа һыу өҫтөндә төнгө юл ҡурҡынысыраҡ. Бик үк ситтән барһаң, кәмәңдең ҡомлоҡҡа барып ултырыуы бар. Үҙәк ағымда барыуы тағы ла хәтәрерәк. Кәмәне йә ҡаплап, йәки ташҡа бәреп ҡуйыуы бар. Шуға күрә йылғаның йә уң, йә һул яҡ ситенән генә барырға кәрәк (К.Мәргән).
«Модаль һүҙҙәр»
Тест һорауҙары
Вариант I
1) Һөйләүсенең теге йәки был нәмәгә, күренешкә, эш-хәлгә ҡарата фекерен, уйын, ҡарашын, уларҙың булыу-булмауына, эшләнеү-эшләнмәүенә теләген, үтенесен һ.б. мөнәсәбәтен белдергән һүҙҙәр:
а) ымлыҡтар; б) модаль һүҙҙәр; в) киҫәксәләр
2) Моғайын, ихтимал, күрәһең, ахыры, бәлки, белмәҫһең һүҙҙәре ниндәй мәғәнә белдереп килә?
а) мөмкинлек; б) раҫлау; в) фараз итеү; г) кәрәклек, тейешлек
3) Эйе, бөтә кешенән дә ҡиммәт түләнең бит һин һөйләмендә модаль һүҙҙе табығыҙ.
а) эйе; б) бөтә; в) бит; г) дә
4) Ҡайһы һөйләмдә модаль һүҙ ҡулланылған?
а) Ҡурҡмай ул бөгөн урманда.
б) Дөрөҫ, башта ул санитарка ғына булып эшләне.
в) Ҡана, берәй шәшке эҫе сәй табылмаҫмы?
5) Бәлки, ауылда ғына ҡалаһы, ауылда ғына ныҡлы төпләнәһе булғандыр. (Ф.Әсәнов). Һөйләмдәге модаль һүҙ ниндәй синтаксик функция үтәп килә?
а) эйә; б) өндәш һүҙ; в) инеш һүҙ; г) бер ниндәй ҙә функция үтәмәй
6) Һым, мин мулланан үҙемә тейгән зарарҙы белмәйемме ни? һөйләмендә ниндәй һүҙ ҡулланылған?
а) модаль һүҙ; б) саҡырыу һүҙе; в) оҡшатыу һүҙе; г) ымлыҡ
7) Йөрәк һулҡ-һулҡ итә. һөйләмендә ниндәй һүҙ ҡулланылған?
а) модаль һүҙ; б) саҡырыу һүҙе; в) оҡшатыу һүҙе; г) ымлыҡ
8) Саҡырыу һүҙҙәренең ниндәй мәғәнәүи төрө ҡулланылған:
Ҡуңыр буға, һәү-һәү-һәү,
Һәүкәшкәйем, һәү-һәү-һәү... (“Ҡуңыр буға”).
Вариант II
1) Модаль һүҙҙәрҙең аңлатҡан мәғәнәләре:
а) раҫлау, сикләү, икеләнеү, һорау; б) раҫлау, дөрөҫләү, кәрәклек, мөмкинлек, икеләнеү; в) саҡырыу, тыйыу, ҡыуыу
2) Тейеш, кәрәк һүҙҙәре ниндәй мәғәнә белдереп килә?
а) мөмкинлек; б) раҫлау; в) фараз итеү; г) кәрәклек, тейешлек
3)Ҡайҙа татыулыҡ юҡ, шунда йәм юҡ һөйләмендәге модаль һүҙ ниндәй мәғәнә белдереп килә?
а) кире ҡағыу; б) раҫлау; в) фараз итеү; г) кәрәклек, тейешлек
4) Уйлаған эште ярты юлда ҡалдырырға ярамай. (Я.Хамматов). Һөйләмдәге модаль һүҙ ниндәй синтаксик фунция үтәп килә?
а) хәл; б) хәбәр; в) тултырыусы; г) инеш һүҙ
5) Дүрткүҙ, һөс-һөс! һөйләмендә ниндәй һүҙ ҡулланылған?
а) модаль һүҙ; б) саҡырыу һүҙе; в) оҡшатыу һүҙе; г) ымлыҡ
6) Эх туғаным, һин дә ышанмағас... һөйләмендә ниндәй һүҙ билдәләнгән?
а) модаль һүҙ; б) саҡырыу һүҙе; в) оҡшатыу һүҙе; г) ымлыҡ
7) Билдәләнгән һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
Йылҡылары сыңырлап,
Һыйырҙары мөңөрәп,
Ҡуй-һарығы ҡуңырып,
Көтөү-көтөү йөрөгән ер (“Урал батыр”).
а) модаль һүҙ; б) саҡырыу һүҙе; в) оҡшатыу һүҙе; г) ымлыҡ
8) Йомаҡта ҡулланылған оҡшатыу һүҙе ниндәй төргә ҡарай?
Алпан-һәлпән,
Алама сапан,
Дүрт ҡормалы,
Кәкре ҡуллы,
Яҫы юллы (һыйыр).
а) өноҡшаш; б) һыноҡшаш
Бәйләүестәрҙе, теркәүестәрҙе, киҫәксәләрҙе һәм модаль һүҙҙәрҙе файҙаланып «Аҡыллының кәңәше эстә торор» темаһына инша яҙығыҙ.
Оҡшатыу һүҙҙәренә нигеҙләнеп яһалған лексик берәмектәрҙе семантик төркөмдәргә бүлергә.
«Ҡылым» темаһы буйынса
1. Түбәндә бирелгән һүҙҙәрҙән, кәрәкле аффикстар ҡушып, ҡылымдар яһағыҙ һәм шул ҡылымдарҙан һөйләмдәр төҙөгөҙ: ҡыш, йәй, бау, сар, үткер, юл, арҡан, дым, ысыҡ, фекер, кәңәш, сыбыртҡы, сыбыҡ, һуйыл, бәҫ, май, йоҡо, кер, яҡты, болот, ямғыр, ҡат, төҫ, яҫы, тура, зәңгәр, насар, ҡупшы, үрт, буш, йыш, киң, ыҫ, һау, ас.
2. Түбәндә бирелгән күсемһеҙ ҡылымдарҙан күсемле ҡылымдар яһағыҙ һәм шул күсемле ҡылымдар менән тура тултырыусыһы булған һөйләмдәр төҙөгөҙ: тулыу, һыуыу, туңыу, ағыу, йыуыныу, туйыу, ағарыу, ҡайнау, бешеү, яныу, йоҡлау, ойоу, башланыу, күренеү, аҡрынайыу, күбәйеү, йәшенеү.
3. Күләмде аңлатҡан түбәндәге һөйләмдәрҙең мәғәнәһен үҙгәртмәйенсә, күләм ҡылымдарын башҡа һүҙҙәр менән алмаштырығыҙ һәм дәфтәрегеҙгә яҙығыҙ.
1. Яр буйлап бара биргәс, урман башлана. 2. Район үҙәгенә автобус йөрөп тора. 3. Һаҙ үтә сыҡҡанда, машина бата яҙған. 4. Эшкә барышлай мин өйгә инә һалып сыҡтым. 5. Һуңғы йылдарҙа Кинйәғол бабай бик ҡартайып ките. 6. Йөрөгәндә ул бөкөрәйә биреп йөрөй. 7. Айҙар беҙгә килеп йөрөй. 8. Сәй ҡайнағансы, беҙ эшләй башланыҡ. 9. Ошо юл менән бара биргәс, бер күпер булыр. 10. Бил, аяҡ һыҙлаһа, ямғыр яуа торған.
4. Ҡылымдарҙың бөтә төр һөйкәлеш формаларын файҙаланып, түбәндәге темаларҙың береһенә инша, «Йәшлек» газетаһына мәҡәлә яҙығыҙ йәки тел түңәрәгендә дискуссия үткәрегеҙ.
«Ата-бабам баҡҡан ер – кендек ҡаным аҡҡан ер», «Атаңдан айырылһаң, айырыл, илеңдән айырылма», «Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер», «Дуҫынан айырылған ете йыл илар, иленән айырылған илле йыл илар».
5. Нәфис әҙәбиәттән төрлө мәғәнә сағылдырған бойороҡ һөйкәлештәре булған 10-15 һөйләм күсереп алығыҙ.
6. «Башҡорт теленең һүҙлегенән» «А» хәрефенә башланған 8 ҡылым яҙып алып, уларҙы ҡылым төркөмсәләре формаларына ҡуйып, һүҙбәйләнештәр төҙөп, күсереп алығыҙ.
Түбәндәге ҡылымдарҙан хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк һөйкәлеше ҡылымдарының төрлө формаларын яһағыҙ, 2-3 ҡылымды затта, һанда үҙгәртегеҙ.
Ҡыуаныу, ҡотлау, ҡуйыртыу, ҡаплау, йыйыу, йүгереү, йөрөү, инәлтеү, иркәләнеү, елпенеү, ерегеү.
6.Тест һорауҙарына яуап бирегеҙ:
1. Ҡылым нимәне белдерә?
а) предметтың билдәһен;
б) предметты;
в) предметтың эш-xәpәкәтен, хәл торошон.
Ул ниндәй категориялар менән үҙгәpә?
а) килеш; г) һан; ж) зат;
б) һөйкәлеш; д) эйәлек категорияһы; з) йүнәлеш;
в) заман; е) хәбәрлек категорияһы;и) күләм.
Башҡорт теле ҡылымдарында нисә һөйкәлеш бар?
а) 3.б) 4в) 5
Ҡылым төpкөмсәләре нисәү?
а) 3б) 4в) 5
Ҡылымдың башланғыс формаһы.
а) уртаҡ ҡылым, инфинитив;
б) II зат, бойороҡ һөйкәлеше.
в) хәбәр һөйкәлеше, I зат
Көндәp йылындымы - йәйләүгә сығалар.
Был ниндәй һөйкәлеш?
а) хәбәр һөйкәлеше; в) шарт һөйкәлеше;
б) бойороҡ һөйкәлеше; г) теләк һөйкәлеше.
7. Хат яҙмаҡсы булдым. Был ниндәй һөйкәлеш?
а) хәбәр һөйкәлеше; в) шарт һөйкәлеше;
б) бойороҡ һөйкәлеше; г) теләк һөйкәлеше.
8. Уҡыу, яҙыу, буяу, йәйләү, улау, сәсеү, һаулау - былар ниндәй һүҙ төркөмө?
а) исем;б) ҡылым;
в) исем ҡылым, ләкин исемлек мәғәнәһе көслө.
9.Һөйләйем һүҙенең тамырын табығыҙ:
а) Һөй
б) Һөйлә
10.Йыйылыш башланған. Был һөйләмдәге ҡылым ниндәй заманды белдерә?
а) Хәҙерге
б) Билдәле үткән заман
в) Билдәһеҙ үткән заман
11.II зат, күплектәге ҡылымды тап:
а) Уҡыйҙар
в) Йоҡлай
г) Яҙаһығыҙ
12.Хәбәр һөйкәлеше, III зат, күплектәге ҡылымды тап:
а) Уҡыйым
б) Яҙғандар
в) Саҡырһалар
13. Бойороҡ һөйкәлеше, III зат, берлектәге ҡылымды табығыҙ:
а) Йүгер
б) Төшһөн
в) Сабайыҡ
14..Бойороҡ һөйкәлеше, II зат, берлектәге ҡылымды табығыҙ:
а) Йүгер
б) Төшһөн
в) Сабайыҡ
14. Шарт һөйкәлеше, II зат, берлектәге ҡылымды тап:
а) Һикерҙе
б) Тапшыра ине
в) Ҡайтһаң
15.Шарт һөйкәлеше, III зат, берлектәге ҡылымды тап:
а) Һикерҙе
б) Күсәсәктәр
в) Тапшырһа
16. Шарт һөйкәлеше, III зат, күплектәге ҡылымды тап:
а) Барһам
б) Алһалар
в) Туҡтаһындармы
17.Тәбиғәтте һаҡлау. Һөйләмдәге ҡылымдың төркөмсәһен билдәләгеҙ.
а) Исем ҡылым
б) Үткән заман сифат ҡылым
в) Уртаҡ ҡылым
18. Иштуған, сәмләнеп, үҙ маңлайына үҙе шап иттереп һуғып алды (З.Биишева). Һөйләмдәге ҡылымдың төркөмсәһен билдәләгеҙ.
а) Исем ҡылым
б) Хәл ҡылым
в) Уртаҡ ҡылым
19. Малайҙар уны көтә-көтә арып бөттөләр (Ф.Әсәнов). Һөйләмдәге ҡылымдың төркөмсәһен билдәләгеҙ.
в) Уртаҡ ҡылым
г) Хәҙерге заман сифат ҡылым
д) Хәл ҡылым
20. Буш быуаға һыуҙар төшә торғас, бер мәл ташып, ҡапыл йырланы. (Ҡ.Даян). Һөйләмдәге ҡылымдың төркөмсәһен билдәләгеҙ.
а) Хәл ҡылым
б) Үткән заман сифат ҡылым
в) Уртаҡ ҡылым
7. Тексты күсереп яҙығыҙ. Ҡылымдарҙы табып, аҫтарына һыҙығыҙ, уларҙың синтаксик вазифаларын өҫтәренә яҙып сығығыҙ. Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәргә морфологик анализ яһағыҙ
Бысҡы теше кеүек киртләсләнеп-киртләсләнеп теҙелеп киткән күкһел ҡаялар сылбыры икегә айырылған ерҙә башлана ла беҙҙең Нөгөш, ҡыр кәзәһендәй һикергеләп, шаян ҡолонсаҡтай уйнаҡлап, түбәнгә төшә башлай. Берсә, көмөш билбауҙай, тауҙарҙың билен быуып үтә, берсә, үткер бысаҡтай ҡояшта ялтырап, дөм ҡара урмандарҙы киҫеп сыға. Ә инде күҙ күреме етмәҫ тигеҙлектәргә барып еткәс, ашҡыныуҙары кәмеп, иркенәйеп тын алғандай, дуға кеүек ҙур ғына бер боролош яһай ҙа, терегөмөштәй һыуын сайпылта-сайпылта, тын ғына аға башлай. Ошо дуғаның ҡап уртаһында, Нөгөштөң уң яҡ ярында, беҙҙең Йәмбиргән ауылы урынлашҡан. Бик матур ул беҙҙең ауыл. Исемен дә Йәмбиргән тип ҡушҡандар бит, юҡҡа ғына түгелдер инде (Д.Бүләков)
Анализ эшләү өсөн текстар
1. Ҡыҙҙар саҡырып ҡайтҡас, Емеш бөтә сынаяҡ, сәйгүн, тәрилкә кеүек нәмәләрҙе тоҙ менән ышҡып, йылтыратып йыуып ултыртты. Унан ватылыр-боҙолорҙай әйберҙәрҙе, мөйөш-һәйештәрен сысҡан кимереп, быҙау ялап бөткән, «Нух заманынан» ҡалған быялалы шкаф эсенә йәшерҙе. Урындыҡты бер ҡат балаҫ менән генә ҡалдырып, мендәрҙәрҙе, арҡыры-буй юрғандарҙы урындыҡ өҫтөнә өйөп ҡуйҙы. Иң аҙаҡтан иҙәнде, ек-йоғон ҡалдырмай, һап-һары итеп, бысаҡ менән ҡырып йыуып сыҡты. Ә Йәнеш малдарҙы ҡараны. Һыу эсереп, төнгә етерлек бесән һалып, лапаҫтарға ябып ҡуйҙы. Унан өйгә һыу алып килде. Өй эсе йәмләнеп, таҙа яҡты булып китте. Ҡараңғы төшөүгә, Емеш, өрлөк уртаһындағы аҫылмалы етеле шәмгә тултырғансы кәрәсин һалып, ҡыуығын һөрөмдән таҙартып тоҡандырып ҡуйғас, өй тағы ла йәмләнде. Оҙаҡламай ҡыҙҙар ҙа килә башланы. (З.Биишева)
2. Көҙгө һуҡмаҡ буйлап терпе килә. Аяҡ аҫтында ҡыштырлай. Урман тыныс.
Уҫаҡ эргәһенән үтешләй терпе туҡтап ҡалды. Уның күҙе ерҙәге япраҡтарға төштө. Ҡып-ҡыҙыл, һап-һары булып, балҡып яталар түңәрәк кенә япраҡтар. «Ҡыҙыма алып ҡайтайым әле мин уларҙы, туйғансы уйнар», - тип уйланы терпе һәм энәләренә бер нисә япраҡты сәнсеп тә алды. Аҡ ҡайын янынан үткән саҡта ла баҡыр төҫлө еп-еңел япраҡтарҙы күрҙе. Уларын да энәләренә ҡаҙаны.
Күрһәгеҙ ине һеҙ терпене! Төрлө япраҡтарға күмелеп ҡайтып килә. Ҡыҙылы ла, йәшеле лә, көрәне лә, һарыһы ла бар. (А.Йәғәфәрова)
3. Өсөнсө класта уҡыған саҡта, уҡытыусы беҙгә ошо темаға инша яҙырға ҡушҡайны. Мин оҙаҡ уйлап тормаҫтан: «Әллә нисәмә атты алмаштырмаҫлыҡ тракторҙы һыңар ҡулым менән йөрөткөм килә», тип башлап киткәйнем.
Бына хәҙер механизаторҙар курсында уҡып сыҡтым. Икенсе йыл инде ялан яғындағы бер колхозда трактор йөрөтәм. Теге йәки был рычагты һыңар ҡулым менән генә тарттыммы, тимер әзмәүер мин теләгән яҡҡа китә. Ә уның бер көйгә генә гөрөлдәүе нисек һуң? Киң баҫыуҙы буйлап барған трактор тауышын ниндәйҙер дәртле бер көйгә оҡшатам мин.
Ауылыма үткән ҡыш ҡына ҡайтып әйләнгәйнем, шунан аҙаҡ форсат булманы. Шуға ла көҙгө баҫыу эштәре бөтөп, ҡар яуғас та, әсәйем янына ҡайтып килмәксе булдым. Райондағы магазиндан әсәйемә сағыу биҙәкленән күлдәклек тауар, шәльяулыҡ, ҡуңыслы галош алдым. (Н.Мусин)
4. Көн буйы яуған ямғыр кискә ҡарай ҡапыл туҡтаны. Китмәҫкә килгәндәй түшәлеп торған болоттар әллә ҡайһы арала таралып та өлгөрҙө, тик ҡайҙалыр бейектә аҙашып ҡалған һуңғы тамсылар һирәк-мирәк тамғылап ҡуя. Ошо тамсылар менән Гөлнур урамда уйнай. Тамсы уның усына тама, һәм Гөлнур шарҡылдап көлөп ебәрә (М.Кәрим).
5. Бысҡы теше кеүек киртләсләнеп-киртләсләнеп теҙелеп киткән күкһел ҡаялар сылбыры икегә айырылған ерҙә башлана ла беҙҙең Нөгөш, ҡыр кәзәһендәй һикергеләп, шаян ҡолонсаҡтай уйнаҡлап, түбәнгә төшә башлай. Берсә, көмөш билбауҙай, тауҙарҙың билен быуып үтә, берсә, үткер бысаҡтай ҡояшта ялтырап, дөм ҡара урмандарҙы киҫеп сыға. Ә инде күҙ күреме етмәҫ тигеҙлектәргә барып еткәс, ашҡыныуҙары кәмеп, иркенәйеп тын алғандай, дуға кеүек ҙур ғына бер боролош яһай ҙа, терегөмөштәй һыуын сайпылта-сайпылта, тын ғына аға башлай. Ошо дуғаның ҡап уртаһында, Нөгөштөң уң яҡ ярында, беҙҙең Йәмбиргән ауылы урынлашҡан. Бик матур ул беҙҙең ауыл. Исемен дә Йәмбиргән тип ҡушҡандар бит, юҡҡа ғына түгелдер инде (Д.Бүләков).
КУРС БУЙЫНСА СИТТӘН ТОРОП УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН КОНТРОЛЬ ЭШ ҺОРАУҘАРЫ
Студенттар контроль эштең үҙ вариантына тап килгәнен һайлап ала. Вариант шифрҙың (зачет кенәгәһенең) һуңғы һаны буйынса билдәләнә. Мәҫәлән: 0703 – 3 вариант, 07155 – 5 вариант, 0710, 0720, 07130 – 10 вариант.
Контроль эш, тейешле срокта үтәлеп, сессия башланғанға тиклем факультеттың ситтән тороп уҡыу бүлеге методисы тарафынан ҡабул ителә, тапшырыу датаһы һәм тәртип һаны күрһәтелеп, махсус журналда теркәлергә тейеш.
Башҡорт теленән программаға ярашлы төҙөлгән теоретик һорауҙарға яуап биргәндә студент тел ғилеме буйынса үҙенең белем кимәлен күрһәтә. Шуға ла һорауҙарға тулы, ентекле яуап биреү талап ителә. Бирелгән һорауға, тел факттарын үҙгәртмәй, конкрет, төплө, тулы яуап биреү мөһим. Телдең һәр теоретик күренеше, ҡағиҙәләре миҫалдар менән нығытылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта миҫалдар һүҙбәйләнеш, һөйләм йәки ҙур булмаған бәйләнешле текст эсендә бирелһә, был яуап биреүсенең фекерләү ҡеүәһен, тел күренештәрен аңлап үҙләштереүен күрһәтә.
1 вариант
1. Һүҙ төркөмдәре. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәренең дөйөм билдәләре.
2. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы.
3. Ҡылымдарҙың лексик-грамматик мәғәнәһе, морфологик категориялары һәм формалары, синтаксик функциялары.
4. Фараз итеү (ихтималлыҡ) һөйкәлеше. Уның төп грамматик мәғәнәһе.
5. Теркәүестәр. Уларҙың составы, төп башҡорт теленең теркәүестәре һәм үҙләштерелгән теркәүестәр.
6. Берлек һәм күплек формаларҙа эйәлек затының бөтә төр аффикстарын күрһәткән таблица төҙөргә.
7. Һөйләмдәге бар һүҙҙәргә лә морфологик анализ яһағыҙ. Емеш бөтә сынаяҡ, сәйгүн, тәрилкә кеүек нәмәләрҙе тоҙ менән ышҡып, йылтыратып йыуып ултыртты(З.Биишева).
2 вариант
1. Алмаш тураһында дөйөм төшөнсә бирегеҙ. Алмаш төркөмсәләре.
2. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Күплек аффикстарының варианттары.
3. Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар.
4. Теләк һөйкәлешенең мәғәнәһе, яһалышы, зат, һан һәм барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше.
5. Теҙеүсе теркәүестәр.
6. «Башҡортса-русса һүҙлек» (М., 1996) буйынса төҫтәрҙе белдергән һүҙҙәрҙе тәржемәһе менән күсереп алырға (10-15 һүҙ), ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарауын билдәләргә, башҡорт эквивлентттары менән һөйләмдәр төҙөргә.
7. Һөйләмдәге бар һүҙҙәргә лә морфологик анализ яһағыҙ. Иң аҙаҡтан иҙәнде, ек-йоғон ҡалдырмай, һап-һары итеп, бысаҡ менән ҡырып йыуып сыҡты (З.Биишева).
3 вариант
1. Һүҙ төркөмдәренә бүлеү принциптары.
2. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Түбәндәге һүҙҙәрҙе килештәр менән үҙгәртергә: китап, тормош.
3. Ҡылымдарҙың аналитик формалары.
4. Ниәт-маҡсат һөйкәлешенең мәғәнәһе, яһалышы. Уның формалары
5. Эйәртеүсе теркәүестәр
6. «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлығының боронғо йырҙар тупланған китабынан күплек формаһында файҙаланылған яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе күсереп алығыҙ (10-ар миҫал), һәм уларға морфологик анализ яһағыҙ.
7. Һөйләмдәге бар һүҙҙәргә лә морфологик анализ яһағыҙ. Өй артындағы бүрәнә өҫтөндә Айҙар менән Ғабдулла байтаҡтан бирле һүҙһеҙ ултыралар (М.Кәрим).
4 вариант
1. Нумератив һүҙҙәр, уларҙың мәғәнә үҙенсәлектәре.
2. Исемдәрҙең хәбәрлек категорияһы. Түбәндәге һүҙҙәрҙе хәбәрлек ктегорияһы менән үҙгәртергә: уҡыусы, осоусы.
3. Ҡылымдарҙың грамматик категориялары.
4. Исем ҡылымдың мәғәнәһе, яһалышы.
5. Бәйләүестәрҙең мәғәнә мөнәсәбәттәре, яһалышы һәм синтаксик функциялары. Бәйләүестәрҙең төрлө килештәр менән башҡарылыуы.
6. Художестволы әҙәбиәтән берлек формаһындағы исемдәрҙең күплек мәғәнәһен белдереүенә миҫалдар (15-20) яҙып алырға.
7. Һөйләмдәге бар һүҙҙәргә лә морфологик анализ яһағыҙ. Айҙар һеңлеһе Гөлнурҙы саҡырып алды ла Яҡупты алып килергә ҡушты (М.Кәрим).
5 вариант
1. Исемдәрҙең эйәлек категорияһы. Түбәндәге һүҙҙәрҙе эйәлек категорияһы менән үҙгәртергә: китап, дәфтәр.
2. Һандарҙың стилистик үҙенсәлектәре.
3. Ҡылымдарҙың барлыҡ-юҡлыҡ категорияһы
4. Уртаҡ ҡылымдың төп мәғәнәһе, яһалышы, морфологик үҙенсәлектәре.
5. Саҡырыу һүҙҙәре.
6. Художестволы әҙәбиәттән төп һәм шартлы сифаттар (төп сифаттарҙың төрлө дәрәжәләрендә) булған һөйләмдәр (10-15) яҙып алырға, тикшерергә.
7. Һөйләмдәге бар һүҙҙәргә лә морфологик анализ яһағыҙ. Ялан аяҡтары менән бысраҡты сәпелдәтә-сәпелдәтә, Гөлнур Яҡуптарға табан йүгерҙе (М.Кәрим).
6 вариант
1. Сифат тураһында дөйөм төшөнсә: мәғәнәһе, һорауҙары, яһалышы. Төп һәм шартлы сифаттар.
2. Рәүештәрҙең семантик төркөмсәләре.
3. Ҡылымдың йүнәлеш категорияһы.
4. Сифат ҡылымдың мәғәнәһе, уның сифат һәм ҡылым билдәләре.
5. Киҫәксәләрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре һәм төрҙәре.
6. Алмаштарҙың төркөмсәләрен сағылдырған схема йәки таблица төҙөргә.
7. Һөйләмдәге бар һүҙҙәргә лә морфологик анализ яһағыҙ. Бөтә тирә-яҡта тынлыҡ, бөтә нәмә йоҡлай, ә йылға һаман аға ла аға (К. Мәргән).
7 вариант
1. Исемдәрҙең лексик-семантик төркөмсәләре.
2. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре тураһында төшөнсә.
3. Ҡылымдың күләм категорияһы.
4. Хәл ҡылымдың мәғәнәһе, уның рәүеш һәм ҡылым билдәләре.
5. Киҫәксәләрҙең семантик төркөмсәләре.
6. ««7» һанын ҡулланып, халыҡ ижадынан миҫалдар килтерегеҙ (йола, ырым, мәҡәл, әйтем).
7. Һөйләмдәге бар һүҙҙәргә лә морфологик анализ яһағыҙ. Тик эреле-ваҡлы тулҡындар ғына шыбырҙашып һөйләшеп алалар, ләкин ул да оҙаҡҡа һуҙылмай (К. Мәргән).
8 вариант
1. Сифат дәрәжәләре. Түбәндәге һүҙҙәрҙе дәрәжәләр менән үҙгәртегеҙ: йәшел, тәмле, оло.
2. Алмаштарҙың һан һәм килеш менән үҙгәреү үҙенсәлектәре.
3. Хәбәр һөйкәлеше. Уның төп грамматик мәғәнәһе. Хәбәр һөйкәлешенең заман формалары.
4. Ҡылым рәүешлеге. Уны белдереүсе формаларҙың мәғәнә биҙәктәре.
5. Модаль һүҙҙәрҙең мәғәнәһе, морфологик үҙенсәлектәре. Модаль һүҙҙәрҙе мәғәнәләре буйынса төркөмләү
6. «3» һаны менән бәйле әйтемдәр, хикмәтле һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, тормош күренештәрен яҙығыҙ.
7. Һөйләмдәге бар һүҙҙәргә лә морфологик анализ яһағыҙ. Еткән ҡыҙлы кешеләр үҙҙәренең өмөт иткән яҡтарынан яусы әбейҙәрҙең килгәнен көтәләр (Н.Мусин).
9 вариант
1. Сифаттарҙың стилистик үҙенсәлектәре.
2. Исем тураһында дөйөм төшөнсә: мәғәнәһе, һорауҙары, яһалышы. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.
3. Бойороҡ һөйкәлеше.
4. Ҡылым формаларының эмоциональ-экспрессив мәғәнәләре
5. Ымлыҡтарҙың семантик һәм грамматик үҙенсәлектәре.
6. «Башҡорт теленең һүҙлегенән» «А» хәрефенә башланған 8 ҡылым яҙып алып, уларҙы ҡылым төркөмсәләре формаларына ҡуйып, һүҙбәйләнештәр төҙөп күсереп алығыҙ.
7. Һөйләмдәге бар һүҙҙәргә лә морфологик анализ яһағыҙ. Яусы ебәргән уллы кешеләр яусыларының ниндәй сырай менән ҡайтыуҙарын аңдыйҙар (Н,Мусин).
10 вариант
1. Һан тураһында дөйөм төшөнсә. Һан төркөмсәләре.
2. Рәүештәрҙең лексик-грамматик мәғәнәләре һәм синтаксик функциялары.
3. Шарт һөйкәлеше. Шарт һөйкәлешенең мәғәнәһе, уның формалары
4. Ҡылым формаларының стилистик функциялары
5. Оҡшатыу һүҙҙәренең яһалышы, мәғәнәүи үҙенсәлектәре.
6. Нәфис әҙәбиәттән төрлө мәғәнә сағылдырған бойороҡ һөйкәлештәре булған 10-15 һөйләм күсереп алығыҙ.
7. Һөйләмдәге бар һүҙҙәргә лә морфологик анализ яһағыҙ. Ҡояш өҫтөнә ҡулыңды ҡуй ҙа ҡара, алыҫ-алыҫтарға һуҙылып киткән киң яландар ус төбөндә кеүек кенә булыр (Н,Мусин).