Тема: Минең ғаиләм.
Маҡсат:
ғаилә ағҙаларының атамаһын башҡортса әйтергә, улар тураһында һөйләй белергә.
Башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтергә һәм хәрефен яҙырға өйрәнеү.
Ғаилә ағҙаларына ихтирамлы, иғтибарлы булыу, туғандарҙы ололау, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
Дәрес барышы. Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ,уҡытыусым!
Башҡорт тел дәресен башлайбыҙ
Артикуляцион күнегеү. Атай оҙата маҡтап.
Әсәй оҙата маҡтап.
Ҡаршылай бөгөн беҙҙе,
Ҡаршылай яҡты мәктәп.
Хор менән уҡыу
Рәттәр менән уҡыу
Ҡыҙҙар менән уҡыу
Малайҙар менән уҡыу
Ниндәй һүҙҙәр ҡалын хәреф менән бирелгән?
Өй эшен тикшереү.
Дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкте белеү өсөн, дәреслектең 23- сө битендәге тексты тасуири уҡыу.
Тексты иғтибар менән тыңлағыҙ.Нимә тураһында һүҙ бара?
-Эйе, автор үҙенең ғаиләһе тураһында һөйләргә өйрәнергә теләйһегеҙме?
- Ғаиләбеҙ тураһында һөйләр өсөн, беҙгә яңы һүҙҙәр кәрәк буласаҡ.
Һүҙлек эше.
Бар- есть
Юҡ- нет
Ейән- внук
Ейәнсәр-внучка
Ни эшләй?- что делает?
Яңы һүҙҙәрҙе хор менән уҡыу, улар менән һөйләмдәр төҙөү.
Үткән дәрестәрҙә беҙ ҡайһы бер һүҙҙәр менән танышып үткән идек.
Ял минуты.
Был бармаҡ- олатай бармаҡ.
Был бармаҡ- өләсәй бармаҡ
Был бармаҡ- атай бармаҡ
Был бармаҡ- әсәй бармаҡ
Был бармаҡ- сәтәкәй бармаҡ.
Белемде нығытыу.
Дәреслектең 27-се битендәге 1- се күнегеүҙе уҡыу, өлгө буйынса үҙәренең ғаиләһе тураһында һөйләмдәр төҙөү.
Һорауҙарға яуап биреү.
Һинең ғаиләлә кемдәр бар?
Уларҙың исеме нисек?
Атайың, әсәйең ҡайҙа эшләй?
Һинең өләсәйең, олатайың бармы? Һ.б.
Уйын.
Таҡтала һүрәттәр.
Таҡтала һүҙҙәр .
Уларҙы ҡушырға кәрәк. Бер уҡысы сыға 1 һүҙҙе таба һәм уны тура килгән һүрәт янына ҡуя.
Йомғаҡлау.
Тимәк уҡыусылар без һеҙҙең менән бөгөн ғаилә терминдары менән таныштыҡ. Таҡтаға иғтибар итәбеҙ.Бына ошоларҙы берләштереп беҙ бер һүҙ, һөйләм менән генә Минең ғаиләм тип әйтә алабыҙ.
Баһалау.
- Һин үҙеңә ниндәй билдә ҡуйыр инең? ...
Өй эше биреү : “ минең ғаиләм ” темаһына һүрәт төшөрөргә, текст төҙөргә.